Бушуев Семён Кузьмич
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
---|---|
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Һөнәр төрө | тарихсы, профессор |
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 23 август 1958 (52 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған көнө | 29 ғинуар (11 февраль) 1906 |
Уҡыу йорто | |
Эш урыны | |
Эшмәкәрлек төрө | тарих[1], внешняя политика[d][1] и халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[d][1] |
Заты | ир-ат |
Ерләнгән урыны | |
Әүҙемлек урыны | СССР[1] |
Тыуған урыны |
Бушуев Семен Кузьмич (29 ғинуар 1906 йыл — 23 август 1958 йыл) — СССР тарихсыһы, Кавказды өйрәнеү һәм XIX быуаттағы Рәсәй сәйәсәте өлкәһендә белгес. Тарих фәндәре докторы, профессор. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры. СССР Юғары дипломатик мәктәбенең директоры (1943—1947), Сит ил әҙәбиәтенең дәүләт нәшриәте дипломатияһының һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса әҙәбиәт редакцияһы мөдире.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бушуев Семён Кузьмич ауылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 13 йәшенән Мәскәү, Калуга һәм Смоленск губерналарында төҙөлөштәрҙә балта оҫтаһы булып эшләй. 1919 йыл Рәсәй коммунистик йәштәр союзына инә. 1924 йылда комсомол эшендә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн комсомол юлламаһы буйынса Мәскәүгә эшселәр факультетын уҡырға ебәрелә.
1927 йылда рабфакты тамамлау менән уҡыуын дауам итеү өсөн М.И. Калинин исемендәге Ленинград политехник институтының Ижтимағи фәндәр бүлегенә уҡырға ебәрелә. 1929 йылда ВКП(б) ағзалығына кандидат итеп алына[2][3][4].
1931 йылда институтты тамамлағандан һуң, Бушуев Башҡорт АССР-ының Дәүләт планы комитетында президиум ағзаһы булып эшләй, шул уҡ ваҡытта К. А. Тимирязев исемендәге Өфө педагогия институтында партия тарихын уҡыта. Шул уҡ йылдан Шул ВКП(б) ағзаһы була. Һуң, бүлек мөдире вазифаһын биләй, СССР Госплан лекциялар уҡый һәм бер үк ваҡытта Мәскәү авиация институты. 1933—1934 йылдарҙа — Мәскәү авиация институты доценты, ә 1934—1940 йылдарҙа — ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы һәм Мәскәү университетының тарих факультеты профессоры[2][3][4].
1934 йылдан Бушуев ватан тарихын өйрәнеү проблемаһы менән шөғөлләнә башлай. 1936 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм СССР Фәндәр академияһы тарих институтына өлкән ғилми хеҙмәткәре сифатында эшкә күсә. «СССР Фәндәр академияһы тарих институтының СССР тарихы секторы эше тураһында хрониканы» әҙерләй, ул 1937 йылда сыға[5]. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү университетының тарих факультеты доценты, ә 1940 йылдан ВКП(б) Үҙәк комитетының Агитация һәм пропаганда идаралығының лекторы була[2][3][4].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Бушуев күп тапҡыр фронтҡа лектор булараҡ сыға. 1942 йылда ул «Борьба горцев Северного Кавказа за независимость (1828—1864 гг.)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1943 йылдан Мәскәү дәүләт университеты тарих факультетының профессоры булараҡ, СССР сит ил эштәренең халыҡ комиссариаты системаһында эшләй (1946 йылдан — Министрлыҡта), СССР Юғары дипломатия мәктәбенең директоры вазифаһын биләй һәм СССР Сит ил эштәре министрлығының эксперты-консультанты булып тора[3][4].
1947 йылдан Бушуев тулыһынса МДУ-ның тарих факультетында фәнни-уҡытыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Билдәле булыуынса, 1949 йылда Бушуев америка яҙыусыһы һәм журналисы А.Л.Стронгҡа (ул артабан СССР-ҙан «шпионаж» өсөн ҡыуыла); һәм уның китабын баҫтырып сығарған С.А. Ляндресҡа ҡарата ялыу яҙа, һөҙөмтәлә ул 8 йылға хөкөм ителә, тик 1953 йылда аҡлана[6].
Бушуев 1958 йылдың 23 авгусында Ригала ҡапыл вафат була[2][3][4].Новодевичье зыяратында ерләнә.
Фәнни эшмәкәрлеге һәм уның баһаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бушуевтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә ватан тарихы проблемалары, Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте тарихы инә. Төп фәнни йүнәлеше булып Төньяҡ Кавказ халыҡтары тарихы (Дағстан, Чечня, Ингушетия, Адыгея), проблематика буйынса лекциялар курсы, уларҙы 1937 йылдан уҡ уҡый[4].
Бушуевтың тикшеренеү эшмәкәрлегендә XIX быуатта Кавказ һуғышы ваҡытында имам Шамил етәкселеге аҫтында мюридизм хәрәкәте мәсьәләһе урын ала. Әммә , А.Б. Закс билдәләгәнсә, Бушуев һүҙҙәре менән, уға хәтле «әлегә тиклем бер кем дә тикшермәгән» темалар, Н. И. Покровскийҙан алынған. Был йәһәттән уға бирелгән һорауға Бушуев тамашасыларға мөрәжәғәт итеп, «был тарихсының исемен ҡайһы бер хәл буйынса телгә алмау яҡшы» тип яуап бирә[7].
Баштан Бушуев мюридизмды тау халҡының Рәсәй империяһы экспансияһына ҡаршы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш тип ҡарай, дөйөм алғанда был СССР -ҙағы шул ваҡыттағы сәйәси конъюнктураға тап килә. Әммә 1950 йылдар башында мюридизмға ҡарашы, хәҙер ул «Төркиә һәм Англия ҡотортоуы» тип баһалана, ҡайтанан ҡарала, Бушуев СССР тарихы дәреслегенең башҡа авторҙары һәм мөхәррирҙәре менән бергә (СССР ФА ағза-корреспонденттары Н.М. Дружинин, А.М. Панкратова һәм профессор М.В. Нечкина) ниндәйҙер дәрәжәлә йәбергә дусар ителә. Атап әйткәндә, 1950 йылда СССР Фәндәр академияһы Президиумы ҡарарында — «СССР ФА тарих институты С.К. Бушуевтың Шамил тураһында сәйәси зарарлы китабын баҫтырып сығара» тип билдәләнә[8]. Бушуев артабан мюридизмды реакцион хәрәкәт тип ҡарай[9]. Шул уҡ ваҡытта, 1956—1957 йылдарҙа КПСС-тың XX съезында Шамил хәрәкәтен милли-азатлыҡ хәрәкәте тип баһалауға ҡайтыу тураһында мәсьәлә күтәрелә, йәғни, профессор В. Б Кобрин аңлатмаһы буйынса, — «тап Бушуев бөтәһенә ҡарағанда ла ҡаршы тора»[10].
Төп библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Монографиялары
- Бушуев С. К. Борьба горцев за независимость под руководством Шамиля. — Институт истории АН СССР. — М.: АН СССР, 1939. — 184 с.
- Бушуев С. К. Крымская война (1853—1856 гг.). — М.—Л.: АН СССР, 1940. — 160 с. — (Академия наук — стахановцам: Научно-популярная серия).
- Бушуев С. К. Революционное движение в Чечено-Ингушетии в 1905—1907 гг. — Чечено-Ингушский НИИ ИЯЛ. — Грозный: Чеченггосиздат, 1941. — 170 с.
- Бушуев С. К. Фашистская фальсификация истории СССР. — Сталинабад: Госиздат Тадж. ССР, 1942. — 23 с. — (В помощь пропагандисту).
- Бушуев С. К. Фашистская фальсификация истории. — Свердловск: Свердлгиз, 1943. — 59 с.
- Бушуев С. К. А. М. Горчаков (Из истории русской дипломатии): в 2 томах. — Высшая дипломатическая школа. — М.: Московский институт востоковедения, 1944—1946.
- Бушуев С. К. А. М. Горчаков (дипломат: 1798—1883) / Ред. и предисл. В. П. Якубовского. — М.: Институт международных отношений, 1961. — 109 с.
- Бушуев С. К. Крымская война 1853—1856 годов: Героическая оборона Севастополя. — М.: Воениздат, 1946. — 64 с. — (В помощь преподавателю дивизионной школы партийного актива. История СССР).
- Бушуев С. К. История Кабарды (с древнейших времён до конца XIX века). — Кабардинский НИИ СМ КАССР. — Нальчик: [б. и.], 1953. — 211 с.
- Бушуев С. К. Из истории внешнеполитических отношений в период присоединения Кавказа к России. (20—70-е годы XIX в.). — М.: Московский университет, 1955. — 116 с.
- Бушуев С. К. Из истории русско-кабардинских отношений. — Нальчик: Кабард. кн. изд-во, 1956. — 192 с.
- Уҡыу әсбаптары
- Бушуев С. К. Учебные материалы по курсу «Русская историография»: Для студентов-заочников Исторического факультета государственных университетов: в 3 томах. — Министерство высшего образования СССР. — М.: МГУ им. М. В. Ломоносова, 1957—1959.
- Ҡатнаша
- Его глазами / Э. Рузвельт / Пер. с англ. А. Д. Гуревича и Д. Э. Куниной; под ред. И. Е. Овадиса; вступ. статья проф. С. К. Бушуева. — М.: Госиноиздат, 1947. — 253 с.
- Очерки истории Адыгеи / Отв. ред. С. К. Бушуев. — Адыгейский НИИ ЯЛИ. — Майкоп: Адыг. кн. изд-во, 1957. — Т. 1. — 484 с.
- История Северо-Осетинской АССР: в 2 томах / Отв. ред. С. К. Бушуев. — Северо-Осетинский НИИ СМ СОАССР. — М.: АН СССР, 1959—1966. — 334 с.
- Шулай уҡ
- Бушуев С. К. Декабристы (Из цикла «Прошлое нашей родины»). — М.: [б. и.], 1938. — 9 с. — (Микрофонные материалы Всесоюзного радиокомитета. Исключительно для радиовещания. Для Сектора агитации и пропаганды; № 110).
- Сергеев-Ценский С. Н. Севастопольская страда: эпопея в 3 томах / Вступ. ст. С. К. Бушуева. — М.—Л.: ГИХЛ; Гослитиздат; Гос. воен.-мор. изд., 1941.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Bušujev, Semen Kuz‘mič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Вестник МУ, 1958, с. 209
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Вопросы истории, 1958, с. 220
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Мухин, 2004, с. 64—65
- ↑ Сидорова, 2015, с. 144
- ↑ Записка заместителя председателя КПК при ЦК ВКП(б) М. Ф. Шкирятова Г. М. Маленкову в связи с «делом» А. Л. Стронг . Альманах «Россия. XX век».
- ↑ Закс А. Б. Эта долгая, долгая, долгая жизнь: Воспоминания (1905—1963): в 2 книгах / Отв. ред. А. И. Шкурко. — М.: ГИМ, 2000. — Т. 1. — С. 113. — ISBN 5-89076-049-1.
- ↑ Об антимарксистской оценке движения мюридизма и Шамиля в трудах научных сотрудников Академии / Постановление Президиума академии наук Союза ССР // Известия Академии наук СССР. Отделение литературы и языка. — М.: АН СССР, 1950. — Т. 9, вып. 3. — С. 245.
- ↑ Мухин, 2004
- ↑ Кобрин В. Б. Опасная профессия // Кому ты опасен, историк?. — М.: Московский рабочий, 1992. — С. 163—164. — ISBN 978-5-239-01376-2.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мухин И. Н. Бушуев Семён Кузьмич // Энциклопедический словарь Московского университета. Исторический факультет / Под общ. ред. С. П. Карпова. — М.: МГУ; РОССПЭН, 2004. — С. 64—65. — ISBN 5-8243-0565-X.
- Семён Кузьмич Бушуев (Некролог) // Вестник Московского университета. Историко-филологическая серия. — М.: МГУ им. М. В. Ломоносова, 1958. — Т. 13, № 3. — С. 209.
- Семён Кузьмич Бушуев (Некролог) // Вопросы истории. — М.: АН СССР, Отделение исторических наук, 1958. — № 11. — С. 220.
- Сидорова Л. А. Институт истории Академии наук СССР в 1937 г.: новые архивные документы // Труды Института российской истории РАН. — М.: ИРИ РАН, 2015. — № 13. — С. 137—156.
- КПСС ағзалары
- 23 августа вафат булғандар
- 1958 йылда вафат булғандар
- Ригала вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 11 февралдә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербург политехник университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- XX быуат тарихсылары
- СССР тарихсылары
- Алфавит буйынса тарихсылар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Тарих фәндәре докторҙары