Горбунова Валентина Юрьевна
Горбунова Валентина Юрьевна (21 июль 1947 йыл, Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы 1-се Һыуыҡҡул ауылы — 22 март 2025 йыл, Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы) — генетик-ғалим. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2007)[2].
Биографияһы
Валентина Юрьевна Горбунова 1947 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының[3] Йәрмәкәй районы 1-се Һыуыҡҡул ауылында тыуған.
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. 1965—67 йылдарҙа Бәләбәй педучилищеһында уҡыта[2]. 1975 йылдан алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1986 йылдан башлап Биология институтында эшләй: башта өлкән ғилми хеҙмәткәр булып хеҙмәт итә, 1991 йылдан лаборатория мөдире вазифаһын биләй. 1996 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә күсә, бында ул — тәбиғи-география бүлегенең генетика кафедраһы мөдире урынбаҫары[4]. Фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — дөйөм генетика проблемалары, үҫемлектәр генетикаһы, кеше генетикаһы, геномдың тотороҡһоҙлоғо[4].
Ғалим 2025 йылдың 22 мартында Өфө ҡалаһында вафат була[5].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге андрогенездың генетик детерминацияһын һәм in vitro шарттарында ҡыяҡлылар микроспораларының гомофаза үҫешен өйрәнеүгә арналған. В. Ю. Горбунова микроспора ядроһының тигеҙ бүленеүен билдәләүсе генды асыҡлай, айырым һеркәлектәр культураһын ҡулланып яҙғы йомшаҡ бойҙайҙың гомозиготалы линияларын алыу технологияһын эшләй.
Горбунова В. Ю. — 10-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре[2].
- Генетические предпосылки спорофитного пути развития микроспор злаков в условиях in vitro. Уфа, 1993;
- Эмбриологические основы андроклинии пшеницы. М., 2005 (авторҙаш);
- От микроспоры — к сорту. М., 2010 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Башинформ / под ред. В. А. Валерьевич — 1992.
- ↑ 1 2 3 Горбунова Валентина Юрьевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы
- ↑ 1 2 БГПУ 2019 йылдың 7 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ В Уфе ушла из жизни ученый Валентина Горбунова. ИА «Башинформ», 22 марта 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 март 2025)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ГОРБУНОВА Валентина Юрьевна (Тикшерелеү көнө: 23 март 2025)