Науруз
Науруз (рус. Навруз; фарс. نوروز — «яңы көн») — яҙ башланыуы һәм Яңы йыл байрамы, астрономик ҡояш календары буйынса иран һәм төрки халыҡтарында билдәләнә. Иран календарының беренсе көнө, фарвардин айының (фарс. فروردین) тәүге көнөнә тура килә. Хәҙерге ваҡытта яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән осорҙа, үҫеш һәм сәскә атыу миҙгеленең башында байрам ителә. Ғәҙәттә был 21 мартҡа тура килә.
Науруз — ислам йолаларына бәйле булмаған халыҡ-ара традиция[3].
Науруз рәсми статусын Әһәмәниҙәр дәүләтендә зороастризм сиктәрендә дини байрам булараҡ ала. Ул ғәрәп баҫып алыуҙарынан һуң да киң билдәләнеүен дауам итә һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлана. Яҡын Көнсығыш территорияһында ислам таралыуына һәм Ғәрәп хәлифәлеге барлыҡҡа килгәнгә тиклем бында йәшәгән халыҡтар ғына билдәләгән. Шуның өсөн, мәҫәлән, Наурузды ғәрәптәр билдәләнмәй. Төркиәлә 1925 йылдан 1991 йылға тиклем Наурузды байрам итеү тыйылған була. Сүриәлә иһә ул бөгөнгө көнгә тиклем тыйылған.
2009 йылдың 30 сентябрендә Науруз ЮНЕСКО тарафынан Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә индерелә, һәм шул ваҡыттан алып 21 март Халыҡ-ара Науруз көнө тип билдәләнә[4].
БМО Генераль Ассамблеяһы резолюция текстына ярашлы:
- 21 мартты Халыҡ-ара Науруз көнө итеп таный;
- Науруз билдәләнгән илдәрҙең ағза-дәүләттәренең ошо байрамға бәйле мәҙәниәтте һәм традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса тырышлыҡтарын хуплай;
- ағза-дәүләттәрҙе Науруз тураһында мәғлүмәтлелек кимәлен күтәреү һәм кәрәк булған осраҡта йыл һайын байрамға арналған саралар ойоштороуға өндәй;
- Науруз билдәләнгән илдәрҙе был байрамдың килеп сығышы һәм традицияларын өйрәнергә, Навруз мираҫы тураһында белемде халыҡ-ара кимәлдә таратыу маҡсатында саҡыра;
- ҡыҙыҡһынған ағза-дәүләттәргә һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына (шул иҫәптән уның махсуслашҡан учреждениеларына, фондтарына һәм программаларына, бигерәк тә мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәләрендә), шулай уҡ халыҡ-ара һәм төбәк ойошмаларына һәм хөкүмәт ҡарамағындағы булмаған ойошмаларға Навруз билдәләнгән илдәрҙә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға тәҡдим итә.
Этимология
Байрамдың яңы фарсыса исеме — фарс. «نوروز» [nowrūz] — пехл. «nōg rōz» {nwk rwc} һүҙенән килеп сыҡҡан, ул бор. фарсы «*navaka-raocah-» — «яңы көн» мәғәнәһенә барып тоташа, һәм боронғо индоевропа *néwos (шунан ингл. new, нем. neu, грек. νέος [neos], лат. novus, рус. новый, санскр. नव [náva]) һәм *lewk- ингл. light, лат. lux, санскр. रुचि [rúci], слов. luč тамырҙары менән бәйле[5][6].
Хәҙерге мәғәнәһе
Науруздың төрлө исемдәре, улар элек Әһәмәниҙәр дәүләте һәм фарсы мәҙәниәте йоғонтоһо зонаһына ингән, Алғы һәм Урта Азия халыҡтары араһында киң таралған. Мәҫәлән: фарс. نوروز — Now ruz, таж. Наврӯз, әзерб. Novruz, пушту نوورځ — Naw wraz, курд. Newroz, үзб. Наврўз, Navroʻz, төркм. Новруз, Nowruz, ҡаҙ. Наурыз, уйғ. Норуз, ҡырғ. Нооруз, татар. Нәүрүз / Näwrüz, төр. Nevruz, ҡырымтат. Navrez / Наврез, нуғ. Навруз, башҡ. Науруз, cыу. Нарӑс.
Хәҙерге ваҡытта Наурүз 21 мартта, Иранда һәм Афғанстанда астрономик Ҡояш календары буйынса Яңы йылдың рәсми башланғысы булараҡ билдәләнә. Тажикстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Грузия, Албания, Ҡырғыҙстан, Македония, Төркиә, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙә лә дәүләт байрамы булып үткәрелә. Наурузды билдәләгән халыҡтар араһында шундай ышаныу бар: байрам ни тиклем бай булһа, йыл шул тиклем уңышлы үтәсәк.
Милли байрам булараҡ, Науруз 21 мартта Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән Дағстан, Татарстан, Башҡортостанда билдәләнә. Шулай уҡ Науруз Ҡытайҙың Синьцзян-Уйгур автоном районында, Ираҡтың Курдистанында, Һиндостандың ҡайһы бер райондарында билдәләнә.
Наврүз шулай уҡ Бахаи календары буйынса йылдың башы тип иҫәпләнә.
2009 йылдың 30 сентябрендә Навруз ЮНЕСКО тарафынан Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә исемлегенә индерелә. 2010 йылдың 23 февралендә БМО Генераль Ассамблеяһы тарафынан «Халыҡ-ара Науруз көнө» тураһында резолюция ҡабул ителә[7].
Тарихы
Науруздың тарихы бик боронғо. «Шаһнамә» (фарс. شاهنامه) поэмаһында Фирдоуси уның башланышын шах Жамшид исеменә бәйләй.
«Навруз» һүҙе беренсе тапҡыр фарсы сығанаҡтарында беҙҙең эраның II быуатында телгә алына, ләкин байрам үҙе Әһәмәниҙәр осоронда уҡ (б.э.т. 550—330 йылдар) билдәләнгән. Был көндәрҙә провинциялар хакимдары шахиншахҡа (рус.)баш. бүләктәр килтергән[8].
…күктәге Ҡояш кеүек балҡып,
Данлыҡлы хаким нур сәсеп торған.
Халыҡ йыйылған байрамына уның,
Ғәжәпләнгән батшаһының бөйөклөгөнә.
Джамшидты алмаҙ ямғырына күмеп,
«Яңы көн» тип атағандар был шатлыҡлы көндө.
Ул көн Ормазд көнө булған, айы — Фарвардин.
Ҡайғыларҙы онотоп, борсолмайынса,
Музыка тауышына, шарап менән,
Барыһы ла күңел асып байрам иткән.
Халыҡ был изге байрамды һаҡлап килгән,
Боронғо хакимдар иҫтәлеге итеп.
Иран мифологияһына ярашлы, был көндө батыр Сиявуш ерләнгән, уны туран батшаһы Афрасиаб үлтерелгән. Был риүәйәт "Авеста"ла телгә алына[9]. Ул ентеклерәк "Шахнаме"ла һүрәтләнә. «Беҙгә килеп еткән сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Сиявушты ерләү көнө „Навруз“ тип аталған һәм йыл һайын байрам булараҡ билдәләнгән…»[10].
Был байрамда анимистик элементтар булғаны билдәле. Навруз көнөндә боронғо индоарийҙар «фраваши» тип аталған — вафат булған ата-бабаларҙың рухтарына табынған. Был йола һуңыраҡ Ирандың рәсми дине булған зороастризм тарафынан ҡабул ителә. Зороастрийҙарҙың ете төп байрамының береһе «ҡыштың аҙағына һәм яҙ алдынан тура килеп, ата-бабалар рухтарын иҫкә алыу байрамына (Навруз) әүерелгән. Ул яҙғы көн менән төн тигеҙлеге алдындағы төнгә тура килгән»[11].
Британия ғалимы М. Бойс билдәләүенсә, зороастризмда был байрам туранан-тура утҡа бағышланған, сөнки боронғо зороастрийҙар уны тормош көсө тип иҫәпләгән һәм уға табынған. «Зороастр был байрамды яҙғы көн менән төн тигеҙлегенә бәйләгән, боронғо яҙҙы ҡаршылау байрамын ҡулланып, уны Аша-Вахишта („Иң яҡшы хаҡлыҡ“) һәм утҡа бағышлаған. Был байрам ахурҙар осоро — йәй килеүен хәбәр итә һәм йыл һайын Яуыз Рухты еңеүҙе билдәләй. Зороастрий йолаһы буйынса, Яңы көндөң төшөндә ер аҫтынан йылы һәм яҡтылыҡ килтереүсе Рапитвин рухының ҡайтыуын сәләмләгәндәр. Һуңынан уға көн һайын, хәҙер „Рапитва“ тип аталған төш ваҡытында табынғандар һәм йәй буйы доғаларҙа Аша-Вахиштаға мөрәжәғәт иткәндәр»[12].
Был байрамдың утҡа бағышланыуы һуңғы зороастрий традицияһында ла асыҡ күренә. Навруз көнөндә Ахеменидтар һәм Сасанидтар осоронан уҡ ғибәҙәтханаларҙа утҡа табыныу йолалары үтәлгән. Ул ваҡыттағы иран хакимдары был көндө буйһондоролған халыҡтарҙан бүләктәр ҡабул иткән[13]. Уттар һәр ерҙә — йорт түбәләренән алып байрам өҫтәлендәге шәмдәргә тиклем — яндырылған[14]. Хәҙерге ваҡытта был йолалар өлөшләтә һаҡланған. Мәҫәлән, Әзербайжандың ҡайһы бер райондарында «барлыҡ ҡалҡыулыҡтарҙа усаҡ яғалар»[15]. Кешеләр ут тирәләй түңәрәкләнеп баҫа һәм фольклор йырҙар башҡара[16]. Шулай уҡ шәмдәр Навруз көнөндә һәм уға тиклемге әҙерлек осоронда байрам өҫтәленең мөһим атрибуты булып тора[17].
Ошондай уҡ традициялар Иранда һәм Урта Азияла ла һаҡланған. Самарҡандта ултыраҡ тажик һәм үзбәк халҡы менән ярымкүсмә төрки халыҡтарҙың тығыҙ аралашыуы Навруз йолаһында игенселек һәм малсылыҡ элементтарының берләшеүенә килтергән. Байрам мәсеттә доғалар уҡыу, изге урындарҙы (мазараттарҙы) һәм изге йылғаларҙы зыярәт итеү аша легитимлаштырылған[18].
А. Н. Негмати яҙыуынса, Самарканд һәм уның тирәһендәге ауылдар халҡы фарсы календары буйынса Яңы йыл алдындағы һуңғы шишәмбене айырыуса тантаналы билдәләй[19]. Ҡояш байығас, кешеләр усаҡ яға, йырлай, милли ҡоралдарҙа уйнай. Дабыл тауыштары аҫтында улар йылға буйына факелле йөрөш ойоштора һәм шунда байрам итә. Улар усаҡ аша һикерә, йылғала һыу инә. Байыраҡ тажиктар был көндө ярлылар өсөн уртаҡ табын ойоштора. Усаҡ аша һикергәндә, улар мул уңыш теләй һәм яуыз рухтарҙан һаҡланыу һорай. Хатта имсәкле балаларын күтәргән ҡатындар ҙа усаҡ аша һикереп, йыл буйы бәлә-ҡазаларҙан һаҡланыуға өмөт итә.
Бөгөнгө көндә лә был зороастрий байрамының башҡа атрибуттары һаҡланған. Мәҫәлән, зороастрийҙар бойҙай йәки арпа орлоҡтарын һауыттарға һалып, һыу ҡойоп үҫтергән, ә шытып сыҡҡас, өйгә алып ҡайтып махсус урынға ҡуйған[14]. Хәҙер ҙә Әзербайжан, Иран һәм Урта Азияла байрам алдынан орлоҡтарҙы шытырталар[17]. Байрам өҫтәленә йомортҡа — тормош башланыуы символы — һәм төрлө татлы ризыҡтар ҡуйылған, улар бөгөн дә һаҡланған[17].
Шулай итеп, Навруз исламға тиклемге осорға ҡараған байрам булып, уның фәлсәфәһе һәм йолаһы ислам менән бәйле түгел. Уның тарихи тамырҙары (мәжүси һәм зороастрий үткәне) һәм тәбиғәт менән бәйле асылы исламдың ҡәтғи бер Аллаға ышаныу һәм тәбиғәт көстәренә табыныуҙы инҡар итеү принциптары менән ҡаршылыҡта тора.
Байрам традициялары
Боронғо йола буйынса, Науруз башланғанға тиклем кешеләр йорттарын һәм уның тирә-яғын таҙартырға, бурыстарын түләп бөтөрөргә тейеш булған.
Науруздың традицион йолаларының береһе — (фарс. هفت سین) һәм хафт син әҙерләү. Хафт син ете элементтан торған байрам табыны, уларҙың исемдәре фарсы алфавитындағы «с» (S йәки Sîn (س)) хәрефенән башлана. Хафт шин да шулай уҡ ете элементтан тора, әммә уларҙың исемдәре фарсы алфавитындағы «ш» хәрефенән башлана.
Байрам табынына бойҙай, арпа, тары, кукуруз, фасоль, борсаҡ, чечевица, дөгө, кунжут һәм башҡа борсаҡлыларҙан әҙерләнгән түңәрәк икмәк-лепёшкалар ҡуйыла. Наврузда, ғәҙәттә, үҫемлек продукттарынан торған ете төрлө ризыҡ әҙерләнә, иң билдәле байрам ашы — сүмәләк (үҫенте биргән бойҙайҙан әҙерләнгән ризыҡ).
Наурузды билдәләгән халыҡтарҙа байрам ни тиклем мулыраҡ булһа, йыл да шул тиклем имен һәм бәрәкәтле була, тигән ышаныу йәшәй.
- Иранда байрам, ҡағиҙә булараҡ, 13 көн дауам итә. Уларҙың тәүге 5 көнө Наурузды ҡаршы алыуға һәм туғандар менән дуҫтарға барыуға бағышлана. Туғыҙынсы көн Шахръяран-Науруз (шаһ Наврузы), ә ун өсөнсө көн Сиздах-бе-дар (фарс. سیزده به در) («Ун өсөнсө көн — йорттан тышта») тип атала.
- Тажикстанда ҡунаҡтарҙы «Навруз байрамы менән!» (таж. Навруз муборак бод!, Наврузатон фируз бод) һүҙҙәре менән ҡаршылайҙар. Был көндә байрам өҫтәле айырыуса әһәмиәтле: унда мотлаҡ ете ризыҡтан торған аш-һыу («Хафтсин» һәм «Хафтшин») булырға тейеш. Улар араһында сүмәләк (таж. суманак), һеркә (таж. сипанд, сирко), шытып сыҡҡан бойҙай, йәшел үләндәр һ.б. бар. Шулай уҡ өҫтәлгә көҙгө, шәмдәр һәм буялған йомортҡалар ҡуйыла. Улар символик мәғәнәгә эйә: шәм — яҡтылыҡ йәки ут, кешене яман рухтарҙан һаҡлаусы; йомортҡа менән көҙгө иҫке йылдың тамамланыуын һәм яңы йылдың башланыуын белдерә.
- Үзбәкстанда төп байрам ризығы — сүмәләк. Ҡотлаусы: «Науруз байрамы ҡотло булһын!» (үзб. Navro'z bayrami qutlug' bo'lsin), тип әйтә, яуап итеп: үзб. Navro'z ayyomi muborak bo'lsin! тиҙәр.
- Ҡаҙағстанда байрамға ете ингредиенттан торған «Науруз көжөһө» әҙерләйҙәр. «Наурыз байрамы ҡотло булһын! Муллыҡ булһын!» (ҡаҙ. Наурыз мейрамы құтты болсын! Ақ мол болсын!) тип ҡотлау һүҙҙәре әйтәләр, «Бергә булһын!» (ҡаҙ. Бірге болсын!) тип яуап бирәләр. Кесе жуз ҡаҙаҡтары араһында байрам 14 мартта башлана һәм «амал» тип атала; был көндө «көрісу» йолаһы үтәлә — кешеләр бер-береһен ике ҡуллап күрешеп, «Йыл ҡотло булһын!» (ҡаҙ. Жыл құтты болсын!) тип сәләмләй.
- Әзербайжанда һуңғы йылдарҙа байрам бер аҙна дауамында билдәләнә һәм эш көнө булмай. Бында «тонгал» тип аталған усаҡ тоҡандырып, уның аша ете тапҡыр һикереү йолаһы бар. «Навруз байрамығыҙ мөбәрәк булһын!» (әзерб. Novruz bayramınız mübarək olsun!) тип ҡортлайҙар, «Һеҙҙеке лә шулай булһын!» (әзерб. Sizinlə bahəm!) тип яуап бирәләр. Әзербайжандар буялған йомортҡаны көҙгө өҫтөнә ҡуя; йомортҡа һелкенһә — яңы йыл башланды тигәнде аңлата. Өҫтәлдә шулай уҡ балыҡ (йыш ҡына сәтләүек һәм йөҙөм менән тултырылған) һәм күп төрлө татлы ризыҡтар — пахлава, шәкәр бураһы, бадамбура һ.б. була. Ҡунаҡтарҙы һыйлағанда, йыл да ошо татлы рикыҡ кеүек татлы булһын тип теләйҙәр.
- Әстерхан татарҙары элек Наурузды 14 мартта киң билдәләгән, уны «амиль» тип атаған. Татарҙар һәм нуғайҙар Әстерханда бер-береһен «Байрам хәйерле булһын!» тип ҡотлай.
- Ҡурдистанда байрам менән «Newroz pîroz be!» тип ҡотлайҙар.
- Төрки телле шорҙар, Алтайҙа йәшәгән халыҡтар, Чыл-Пажи байрамын билдәләй, был «йыл башы» тигәнде аңлата.
Башҡортостанда байрам саралары
Башҡортостанда Науруз байрамы күп милләтле халыҡтарҙың уртаҡ яҙ байрамы булараҡ билдәләнә. Республика ҡала һәм райондарында (айырыуса Өфөлә) мәҙәни-һауыҡтырыу саралары, халыҡ уйындары, концерттар, милли кейемдәр күрһәтеү, ҡул эштәре йәрминкәләре ойошторола. Байрамда башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, үзбәктәр һәм башҡа халыҡ вәкилдәре ҡатнаша, милли аш-һыуҙар, шул иҫәптән сумалак, бауырһаҡ, плов кеүек ризыҡтар әҙерләнә. Навруз көндәрендә дуҫлыҡты, татыулыҡты нығытыу, тәбиғәттең уяныуын ҡаршылау идеялары айырыуса әһәмиәтле булып тора[21][22].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Саакашвили признал праздник Новруз государственным
- ↑ Центр татарской культуры
- ↑ Институт научной информации по общественным наукам (Российская академия наук). Россия и мусульманский мир, Выпуски 1-3. — Институт, 2008.
- ↑ Статьи про Навруз на официальном сайте. Архивировано 21 март 2018 года.
- ↑ [[Зилер , Эндрю Литлтон|Sihler, Andrew L]]. New Comparative Grammar of Greek and Latin (инг.). — Oxford University Press, 1995. — 686 p. — ISBN 0195083458. — ISBN 9780195083453.
- ↑ [[Покорный , Юлиус|Julius Pokorny]]. Indogermanisches etymologisches Wörterbuch (нем.). — 3. Aufl. — Tübingen: Francke Verlag, 1994. — Vol. 3. — ISBN 3-7720-0947-6. — ISBN 978-3-7720-0947-1.
- ↑ Документ A/64/L.30/Rev.2. Архивировано 12 декабрь 2013 года.
- ↑ Novrouz in the Course of History. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2009. Архивировано из оригинала 21 март 2007 года.
- ↑ Ард-Яшт 17:42, «Авеста» в русских переводах (1861—1996). — СПб.: Летний сад, 1998. — С. 370.
- ↑ Набиев А. Новруз Байрамы. — Баку: Язычы, 1990. — С. 3.
- ↑ Дорошенко Е. А. Зороастрийцы в Иране. — М.: Наука, 1982. — С. 69.
- ↑ Бойс М. Зороастрийцы. Верования и обычаи. — М.: Наука, 1987. — С. 45.
- ↑ Бойс М. Зороастрийцы. Верования и обычаи. — М.: Наука, 1987, — С. 71.
- ↑ 1 2 Дорошенко Е. А. Зороастрийцы в Иране. — М.: Наука, 1982. — С. 72.
- ↑ Новруз. Шейляр. Халг ойун вя тамашалары. — Баку: Язычы, 1989. — С. 106.
- ↑ Новруз. Шейляр. Халг ойун вя тамашалары. — Баку: Язычы, 1989. — С. 106, 115.
- ↑ 1 2 3 Новруз. Шейляр. Халг ойун вя тамашалары. — Баку: Язычы, 1989. — С. 115.
- ↑ Маликов А. М. Празднование Навруза в Бухаре и Самарканде в ритуальной практике и общественных дискурсах (вторая половина XIX — начало XX века) // Археология, этнография и антропология Евразии, Том 48, № 2, 2020, с.122-129
- ↑ Мусяльман байрамлары. — Бакы: Азярбаджан, 1993. — С. 38.
- ↑ Невроз // Николай Кузанский — Океан. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 363. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 23). — ISBN 978-5-85270-360-6., курдское название праздника приведено в Большой российской энциклопедии (онлайн), Лахути С. В.
- ↑ В Башкирии отметили праздник весеннего равноденствия «Навруз». Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2026.
- ↑ Жители Уфы отмечают Навруз гуляньями и щедрыми застольями (билдәһеҙ). Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2026.
Һылтанмалар
- Новруз и исламская доктрина
- Туркменский веб-сайт «Новруз байрамы». Архивировано из оригинала 12 март 2013 года.
- О празднике «Наурыз мейрамы». Архивировано из оригинала 1 май 2013 года.