Науруз көжөһө
Науруз (ҡаҙ. Науруз көже; ҡырғ. нооруз көже) — Науруз байрамында йолаға әүерелгән милли ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ аш-һыуы. Байрамда һәр йортта әҙерләнә. Яңы йылда муллыҡ символы булып тора, унда ете төрлө аҙыҡ-түлек ҡулланыла, мәҫәлән, һөт, ит, май, тары ярмаһы, дөгө, кукуруз, борсаҡ (составы төрлөсә). Йәнә ниҙер өҫтәлә икән, ҡатнашмалары таҡ һандан тороға тейеш. Ҡайһы бер райондарҙа яңы быҙаулаған һыйырҙың ыуыҙ һөтөнән дә әҙерләйҙәр.
Шулай уҡ махсус һаҡланған ризыҡтар (ҡаҙы, ҡарта, һыҙлыҡ һ.б.) өҫтәлеүе мөмкин. Башлыса, был бойҙай, тары ярмаһынан бешерелгән өйрә. Халыҡ араһында был өйрәне “теләү көжө”, “күп көжө” тип йөрөтәләр.
Науырызға ҡотлау йолаһы үткәргәндән, бата ҡылғандан һуң, йыйылған халыҡ "аҡ (һөт) мул булһын" тигән теләктәр әйтә[1].
Көжөнө әҙерләү
Бының өсөн иң элек һөт ҡайнатырға, өҫтө ҡата биргәс, уның йөҙөнән ҡаймағын йыйып алырға кәрәк. Шунан ҡыш буйы һаҡлаған ит әҙерләмәләрен (ҡаҙы-ҡарта һ.б.) турап һалып, 15 минутҡа өҫтөн ябып ҡуялар. Күрһәтелгән ваҡыт уҙғас, айырым һауытта бешереп алынған ярмаларҙы, йәмғеһе ете төр туҡлыҡлы матдәләрҙе ҡатнаштырып, тағы бер ҡайнатып алырға кәрәк [2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Хафт син
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Коже // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- Наурыз коже // Похлёбкин Вильям Васильевич. Национальные кухни наших народов. М., Центрполиграф, 2004. ISBN 5-9524-0718-8 С. 112.
Был мәҡәләлә «Ҡаҙағстан. Милли энциклопедия» (1998—2007) материалдары ҡулланылды, барлыҡ материалды «Қазақ энциклопедиясы» редакцияһы Creative Commons BY-SA 3.0 Unported лицензияһы буйынса тәҡдим итте.