Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы

Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы (1919—1921) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда башҡорт частарының хәрби формированиеһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы

Айырым башҡорт кавалерия бригадаһын 1919 йылдың июнь айында Муса Мортазин тарафынан Башҡорт корпусының Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы базаһында ойошторола[1].

Бригада составына ошо 1-се Башҡорт кавалерия полкы[2], 2-се Башҡорт кавалерия полкы[3], пехота дивизионы инә[4]. 1920 йылдың май айында бригада составына таратылған Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 1-се Башҡорт кавалерия полкы ла индерелә[1].

Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы аҡ гвардиясыларҙың Көньяҡ армияһы составына инә[5].

undefined

1919 йылдың 8 авгусынан Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы, аҡ гвардиясылар командованиеһының фармандарына иғтибар итмәй, үҙ аллы эш итә башлай. 1919 йылдың 18 авгусында көтөлмәгән һөжүм менән 4-се Ырымбур армия корпусын ҡыйрата. Башревком вәкиле Т. Ғ. Имаҡовтың ярҙамы менән 1919 йылдың 23 авгусында бригада Эшсе-Крәҫтәин Ҡыҙыл Армияһы яғына күсә һәм 1-се армия составына индерелә[1].

1919 йылдың сентябрендә бригадала 1 800 ҡылыссы, ике орудиелы һәм һигеҙ пулеметлы йәйәүле батальон иҫәптә була. 1919 йылдың 7 октябренән Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы Төркөстан фронтының Илецк ғәскәрҙәре төркөмө составында һуғыша[6]. Урал армияһына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, шул иҫәптән Урал-Гурьевск операцияһында. Урал казактарына ҡаршы ауыр һуғыштарҙа бригада үҙенең шәхси составының 60 процентын юғалта[1].

1919 йылдың декабрь айында М. В. Фрунзе фарманына ярашлы 2-се кавалерия бригадаһы 1-се армияның 5-се кавалерия дивизияһы составына индерелә. Әммә бер аҙҙан Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссариаты, Совет Рәсәйе Реввоенсоветы юллауы буйынса бригадаға элекке статусы ҡайтарыла[1].

1920 йылдың май айында 12-се армия составына инә. Бригада составына Петроградтан килгән башҡорт кавалерия полкы ҡушыла, ә 1920 йылдың август — сентябрь айҙарында Башҡортостандан килгән ирекле отрядтар өҫтәлә[7].

Советтар һәм Польша араһындағы һуғыш ваҡытында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы Киев һәм Ровно — Дубнинск һөжүм операцияларында, шулай уҡ Ковель, Замостье, Грубешов, Дубно, Изяславль һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Бригада С. В. Петлюра етәкселегендәге ҡораллы формированиеларҙы юҡҡа сығарыуҙа ҙур роль уйнай[1].

1920 йылдың 10 декабрендә һалдаттарҙың һаны кәмеү сәбәпле, 12-се армия командующийы бойороғона ярашлы бригада ике полкка ҡалдырыла — 1-се һәм 2-се Башҡорт кавалерия полктары. 1921 йылдың башынан Киев хәрби округы командующийы ҡарамағында була[1].

1921 йылдың 25 мартында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы тарҡатыла, уның частары 15-се, 16-сы, 17-се һәм 18-се Башҡорт айырым эскадрондарына бүленә һәм Петроград Советы исемендәге 12-се сик буйы дивизияһы составында Румыния һәм Польша сиктәренең бер участкаһын һаҡлауға ебәрелә[1].

1921 йылдың ноябрендә 15-се, 16-сы һәм 17-се Башҡорт айырым эскадрондары 12-се кавалерия дивизияһына берләшә[8], ә 18-се ҡыҙыл казактар эскадроны 2-се кавалерия дивизияһының 7-се кавалерия полкы итеп үҙгәртелә.

undefined

Командующийҙары

Знак.1920.jpg
Знак.1919.jpg

Айырыу билдәләре

Еңгә беркетелә торған билдә Башҡорт төркөмө ғәскәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт. Ромбтың ситтәре алтын бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Бригаданың 80-дән ашыу яугиры һәм командиры Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған[1].

Хәтер

• 1950—1980 йылдарҙа Ровно ҡалаһында бригада яугирҙары хөрмәтенә һәйкәл була, ә урамдарының береһе бригада исемен йөрөтә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
  2. 1919 йылдың октябренән 5-се Башҡорт кавалерия полкы итеп үҙгәртелә, ә 1920 йылдың майынан — 27-се Башҡорт кавалерия полкы
  3. 1919 йылдың октябренән 6-сы Башҡорт кавалерия полкы итеп үҙгәртелә, ә 1920 йылдың майынан — 28-се Башҡорт кавалерия полкы
  4. 1919 йылдың июлендә һаны 4 мең кеше тәшкил итә
  5. Южная армия генерал-майора Г. А. Белова сформирована 23 мая 1919 года на базе Оренбургской отдельной армии и Южной группы войск
  6. 26 октябрь, 1919 йылдың төркөмө 4-се армияға буйһондорола
  7. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 109. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  8. В 1925 году преобразована в 10-й кавалерийский полк Верхнеуральского червонного казачества имени БашЦИКа и частично пополнилась новобранцами из Башкирской АССР

Әҙәбиәт

Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
Горбатов Александр Васильевич Годы и войны. М., 1965.
Камалова Г. Х. Отдельная Башкирская кавалерийская бригада на фронтах гражданской войны. Уфа, 1972.
Сираев З. И. Башкирские национальные части Красной Армии в гражданскую войну// Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии. Уфа, 1959.
Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
Ярмуллин А. Ш. Башҡорт ғәскәрҙәренең Петроградта нәшер ителгән «Бәхет көнө» журнал-альбомы. Ватандаш. 2007, № 1. C. 47—72. 2013 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

«Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
YouTube сайтында «Башкортостан:становление республики»