Машкин Фёдор Иванович
Машкин Фёдор Иванович (19 февраль 1930 йыл — 6 март 2002 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1965—1991 йылдарҙа КПCC-тың Cтәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының алтынсы-ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXV, XXVI, XXVII съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
Биографияһы
Фёдор Иванович Машкин 1930 йылдың 19 февралендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Шестопаловка ауылында тыуған. 1952 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Эш урындары: 1953−1965 йылдарҙа — БАССР Ауыл хужалығы министрлығының өлкән зоотехнигы, ВЛКСМ өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, КПСС өлкә комитеты инструкторы, КПСС өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, Стәрлетамаҡ колхоз-совхоз идаралығы етәксеһе; 1965—1991 йылдарҙа — КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары.
Стәрлетамаҡ районының Петровка һайлау округынан ете саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.
Машкиндың район алдындағы ҡаҙаныштары райондың почётлы гражданы исеме менән билдәләнә. Федор Иванович 2002 йылдың 6 мартында вафат була.
Наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981),
- 2 Ленин ордены (1973, 1981),
- Октябрь Революцияһы ордены (1976),
- 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966,1971),
- БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1990).
Һылтанмалар
- http://bashkortostan450.ru/interactive-map/regions/r43/r43_44.html?gord=1&template=46 (недоступная+һылтанма)(недоступная ссылка)
- http://zemlyaki.name/person.php?person_id=75 (недоступная+һылтанма)(недоступная ссылка)
Файл:Бюст Машкина Ф. И. (Стерлитамак).jpg
Жуков исемендәге паркта (Стәрлетамаҡ) Ф. И. Машкиндың бюсы