Шестопаловка

Шестопаловка (рус. Шестопаловка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 67 кеше[2] Алға ауыл Советына инә. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 67 31 36 46,3 53,7

Географик урыны

Алыҫлыҡта тора:[3]

Тарихы

Асылы Өйҙөрәк (Кесе Өйҙөрәк) йылғаһы буйында урынлашҡан, 31 саҡрым төньяҡ-көнбайышта район үҙәге һәм тимер юлынан, ауыл Советы үҙәге Алғанан 3 саҡрым алыҫлыҡта. Ауылға 1890 йылда Курск губернаһы Львов өйәҙе Ивницск улусы Машкина, Ивинца ауылынан күсеп килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һалған. Төпләнеүселәр араһында Харитон Петрович Шестопалов улы Антон менән һәм тағы 6 ғаилә була. Ауылдың исеме Шестопалов фамилияһы менән атала. 1891 йылда Шестопаловка ауылы һәм Асеев утарында йәшәүсе крәҫтиәндәр ер һатып алыу өсөн Яңы Покровка ауылы йәмғиәте ойошторалар. 1913 йылда ауылда земский башланғыс училищеһы асыла. 1918 йылда земский мәктәп уҡытыусыһы Д.Щукин булған.

1929 йылда ер майҙаны — 766,2 га. Ауыл халҡы 1930—1937 йылдарҙа «Ленин», 1937—1960 «1-се Май», 1960—1985 йылдарҙа «Россия», 1985—2008 йылдаҙа «Дружба» колхозында эшләй. 1930—1987 йылдарҙа башланғыс мәктәп (Александровка урта мәктәбе филиалы) була. Йәшәгәндәр: Асеевтар,Агаповтар, Аушевтар, Волобуевттар, Вороналар, Стояновтар, Машкиндар, Усовтар, Шестопаловтар.

Халҡы: 1913 йылда — 219 кеше, 1917 йылда — 228 кеше, 1920 йылда — 242 йылда, 1926 йылда — 248 кеше, 1939 йылда — 320 кеше, 1959 йылда — 250 кеше. 1989 йылда — 90 кеше, 1999 йылда — 82 кеше, 2002 йылда — 77 кеше, 2009 йылда — 83 кеше, 2010 йылда — 67 кеше, урыҫтар 70 %.[4][5]

Урамдары

Исеме:[6]

  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Билдәле шәхестәре

Иген баҫыуҙары

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 339—340-сы б.б..
  5. «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476
  6. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Шестопаловка ауылы
  7. 1 2 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.

Һылтанмалар

  • А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 339—340-сы б.б..

Яңы Тормош (Дәүләкән районы)

Тема буйынса өҫтәмә