Буранғол (Дәүләкән районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Село
Буранғол
рус. Бурангулово
Буранғол (Дәүләкән районы).jpg
54°17′40″ с. ш. 54°30′31″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Дәүләкән районы
Сельсовет Ҡыҙрас ауыл Cоветы
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1741
Тәүге телгә алыу 1795
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 309[1] кеше (2010)
Милли составы башҡорттар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 453412
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 222 825 002
ОКТМО коды 80 622 425 106
ГКГН номеры 0518083

Буранғол (Дәүләкән районы) (Рәсәй)
Буранғол
Буранғол (Дәүләкән районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Буранғол


Буранғол (рус. Бурангулово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. Ҡыҙрас ауыл Советы биләмәһенә инә. 2010 йылдың 14 октябрендә халыҡ һаны 309 кеше булған.[2]. Почта индексы — 453412, ОКАТО коды — 80222825002.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 309 160 149 51,8 48,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тмиер юл станцияһынан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 55 км алыҫлыҡта, Асылыкүлгә ҡойоусы Шарлама йылғаһы буйында, Асылыкүл тәбиғи паркында урынлашҡан. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Ҡанлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1741 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улдары Күсәк һәм Өмөтбай Буранғоловтар билдәле. 1795 йылда 24 йортта 88 кеше йәшәгән, 1865 йылда 93 йортта — 591 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, балыҡ тотҡандар, күмер үртәгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда тирмән, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. Халҡы: 1906 йылда — 865 кеше; 1920—884; 1939—544; 1959—412; 1989—311; 2002—306; 2010—309 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡыҙрас урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3][4]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исемдәре:[5]

  • Урал урамы (рус.  Уральская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Халыҡ ижады информаторҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ғәни сауҙагәр менән вәзир» әкиәтен 1959 йылда Буранғол ауылында йәшәүсе Муллағолова Зөһрәнән (1888 йыл—?) Ф.Бураншина яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады / Әкиәттәр» 4-се китапҡа һәм Әхмәт Сөләймәновтың «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме фольклоры» I томына ингән[6].
  • «Асылыкүл» риүәйәтен Рәмилә Буранғолова яҙып ала, информатор билдәһеҙ."Башҡорт халыҡ ижады 2-се том" һәм Ә.Сөләймәноатың «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме фолклоры» I том ингән[6].
  • «Им-том. Ҡайраҡ булғанды имләү» 1989 йылда Мөхәмәтйәнова Талия Абдулла ҡыҙынан (1939 йылғы) Р.Ә.Солтагәрәева яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады / Йола фольклоры» I том ингән[7].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әхмәтғәлиев Арыҫланғәле Әхмәтғәли улы (? 1907 йыл — 1 апрель 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ҡыҙылармеец, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы уҡсыһы
  • Әһлиуллина (Иҫәнғолова) Ямал Ислам ҡыҙы (15 сентябрь 1910 йыл—?) — педагогик хеҙмәт ветераны, «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙәкәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
  • «Ҡаңны-Төркәй» легендаһын (2-се версияһы) 1964 йылда Буранғол ауылында йәшәүсе Абдрахман Әбделмәновтан (1886 йылғы) М. М.Сәғитов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады 2-се том һәм Ә.Сөләймәноатың «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме фолклоры» I томға № 15 ингән[6].

Тәбиғәт ҡомартҡылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар һәм матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.471
  4. Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 36—37 б.б..
  5. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Буранғол ауылы
  6. 6,0 6,1 6,2 Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланы биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 180-се б.б..
  7. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 78-сө (40ГҒ, 215Д).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]