Суйынсы-Николаевка

Суйынсы-Николаевка (рус. Чуюнчи-Николаевка) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 558 кеше[2]. Почта индексы — 453423, ОКАТО коды — 80222846003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 558 274 284 49,1 50,9

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек сыуаштар (97 %) йәшәй[3].

Тарихы

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 40 саҡрым алыҫлыҡта Суйынсы йылғаһы (Өршәк йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан. Ауылға 1794 йылда керҙәшлек килешеүе буйынсаса Бәләбәй өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡазан наместнигы ауылдарынан яңы суҡындырылған сыуаштар Николаевка (Суйынсы) исеме менән нигеҙ һала. Ҡазан наместнигынан Суйынсы- Николаевка ауылы еренә 1791 йылда уҡ күсеп киләләр. Өршәк-Мең улусы башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе 1794 йылдың 14 июлендә 30 йылға төҙөлә. Ауыл православ Николай Чудотворец һәм Суйынсы йылғаһы исеме менән атала. 1865 тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙе Кистенлинск улусы составында. 1870 йылда ауыл Бәләбәй өйәҙендә иҫәпкә алына. 1896—1914 һәм 1923—1930 йылдарҙа Әлшәй, 1914—1965 йылдарҙа Ниғмәтулла улустарында, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 1919—1923 һәм 1930—1954 йылдарҙа ауыл Советы үҙәге. 1923—1930 һәм 1954—1965 йылдарҙа Филипповка ауыл Советы, 1965 йылдан Суйынсы ауыл Советы биләмәһендә. 1865 йылда 53 йортта 296 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, күн эше менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү (1898 йылда төҙөлгән), мәктәп, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920‑се йылдарҙан алып хәҙерге исемен йөрөтә. 1896 йылда ауыл халҡы 872 дисәтинә ер һәм 174 дисәтинә урман менән файҙаланған, 1913 йылда 3432 дисәтинә үҙ һәм 1441 ҡурымта ерҙәр менән хужалыҡ иткән, 1930—1950 йылдарҙа «Канаш», 1950—1990 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге, 1990—2000 йылдың башында «Рассвет» колхозында эшләй.
Халҡы:1795 йылда — 175 кеше; 1870 йылда — 290 кеше; 1834 йылда — 256 кеше; 1906 йылда — 519 кеше; 1920 йылда — 599 кеше; 1939 йылда — 699 кеше; 1959 йылда — 581 кеше; 1989 йылда — 524 кеше; 2002 йылда — 506 кеше; 2010 йылда — 558 кеше. Сыуаштар — 97 % (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Урамдары

Исемдәре:[4]

  • Икенсе Ялан урамы  (рус. Вторая Полевая (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))
  • Тауҙағы урам (рус.  Нагорная (улица))
  • Ялан урамы (рус. Полевая (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Сиркәү урамы (рус. Церковная (улица))
  • Цыган урамы (рус. Цыганская (улица))

Географик урыны

Билдәле кешеләре

  • Дмитриева Нина Александровна (10 август 1948 йыыл) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (1999).[5]
  • Ильина Ирина Сергеевна (16 март 1956 йыл) — 1990—1913 йылдарҙа мәктәп директоры, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006).[5]
  • Петров Николай Иванович (20 июль 1940 йыл) — 1998—2001 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим районының мәғариф бүлеге начальнигы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.[5]

Видеояҙмалар һәм матбуғат биттәрендә

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Суйынсы ауылы
  5. 1 2 3 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 147-148.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә