Яппар-Йәнбәк

Яппар-Йәнбәк (рус. Япар-Янбеково; икенсе атамаһы Мишкә) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 79 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80222816012.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 79 40 39 50,6 49,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 50 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Имай-Ҡарамалы): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 50 км

Тарихы

Яппар-Йәнбәк ( М и ш к ә) район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 50 саҡрым алыҫлыҡта Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға XIX быуат аҙағында Бәләбәй өйәҙенә ингән Яппар аыуылы[3] һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенең Йәнбәк ауылынан [4] кешеләре нигеҙ һалған, тип фаразлана. 1896 йылдағы сығанаҡтарҙа телгә алына, ошо йылда 1115 дисәтинә ер һәм 138 дисәтинә урман менән файҙаланғандар. 1896 йылда 13 йортта 43 кеше йәшәгән. 1906 йылда мәсет теркәлгән. 1896-1914 йылдарҙа Ҡаҙанғол, 1914-1923 йылдарҙа Имай-Ҡармалы, 1923-1926 йылдарҙа Дәүләкән улусы составында. 1926-1930 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршә-Мең улусы, 1930-1934 йылдарҙа Ауырғазы районы Яңы Йәнбәк ауыл Советы, 1932 йылдан Дәүләкән районы составында. 1919-1923 йылдарҙа Яппар-Йәнбәк ауыл Советы үҙәге, 1923-1926 йылдарҙа Мерәҫ ауыл Советы составында.1934-1951 йылдарҙа Мерәҫ, 1952-1965 йылдарҙа Екатерино-Григорьевск, 1965 йылдан Имай‑Ҡарамалы ауыл Советына ҡарай. Совет осоронда ауыл халҡы «Өршәк» колхозында эшләй.

Халҡы: 1896 йылда — 43 кеше; 1902 йылда — 44 кеше; 1906 йылда — 165 кеше; 1917 йылда — 167 кеше; 1920 йылда — 169 кеше; 1923 йылда — 157 кеше; 1926 йылда — 169 кеше, 1932 йылда — 161 кеше; 1939 йылда — 148 кеше; 1959 йылда — 194 кеше; 1989 йылда — 110 кеше; 2002 йылда — 117 кеше; 2010 йылда— 79 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар[5][6].

Урамдары

Исемдәре:[7]

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. хәҙер Иҫке Яппар ауылы
  4. хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Йәнбәк ауылы
  5. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 470-се б.
  6. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 348-се б..
  7. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Яппар-Йәнбәк ауылы
  8. Электронный ресурс «Шаймуратовцы – воины 112-й кавалерийской дивизии». Личный состав. ХИСМАТУЛЛИН Нигмат Гареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә