Суруров Таһир Сабир улы

Суруров Таһир Сабир улы (рус. Суруров Тагир Сабирович) 1902 йыл24 ноябрь 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы

Суруров Таһир Сабир улы 1902 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районы Яппар-Йәнбәк ауылында тыуа. 1943 йылдың ғинуарында Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 7-се гвардия кавалерия корпусында уҡсы булып хеҙмәт итә[1].

Ветеринария часының ездовойы гвардия рядовойы Суруров Таһир Сабир улы яралы аттарға ярҙам күрһәтеп, уларҙы лазаретҡа ебәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн 1943 йылдың 18 октябрендә подразделениеның 250/н бойороғо менән «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1943 йылдың 24 ноябрендә Белоруссия ерҙәрендә барған аяуһыҙ һуғышта алған яраларынан һәләк була. Белоруссияның Гомель өлкәһе Речица районының Вишневка ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[3].

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • ЦАМО Фонд ист. информации: 33 Опись ист. информации: 690155 Дело ист. информации: 2087
  • ЦАМО Фнд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18001 Дело ист. информации: 1143