Хөсәйен (Дәүләкән районы)

Хөсәйен (рус. Хусаиново) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 304 кеше[2]. Почта индексы — 453424, ОКАТО коды — 80222819007.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 304 153 151 50,3 49,7

Тарихы

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 41 саҡрым алыҫлыҡта Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуаттың 2-се яртыһында Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Хөсәйен Бикбулатов исеме менән аталған. Шулай уҡ Иҫке Хөсәйен, Иҫке Хәсән булараҡ теркәлгән[3]. Ауыл тәүге тапҡыр 1895 йылдағы перепись буйынса иҫәпкә алына. 13 ихатала 70 кеше йәшәгән. XX быуат башында Яңы Хөсәйен бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Хөсәйен булараҡ иҫәпкә алынған.

1896 йылдағы «Бәләбәй өйәҙе ауыл ер йәмғиәттәре расписаниеһы»нда 2 торама пункт: 4679 дисәтинә ер һәм 29 дисәтинә урманы булған аҫаба башҡорттар, 44 дисәтинә ерле яңы күсеп сыҡҡан крәҫтиәндәр торама пункты теркәлгән. 1895 йылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусы составында. 1896—1923 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе Имай-Ҡармалы, 1923—1930 йылдарҙа Стәрлетамаҡ улустарында. 1930—1932 йылдарҙа Ауырғазы районы Яңы Йәнбәк ауыл советы, 1932—1951 йылдарҙа Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауыл советы составында. 1952—1965 йылдарҙа Филипповка ауыл советы, 1965 йылдан Ҡаҙырғол ауыл Советы биләмәһендә. XIX быуат аҙағында мәсет төҙөлә, мәктәп асыла, училище, һыу тирмәне булған. 1873 йылда мәктәптә 20 кеше уҡыған. Малсылыҡҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Совет осоронда ауыл кешеләре «Труд», Тельман исемендәге , III Интернационал, «Өршәк», «Правда», «Маяҡ» колхоздарында эшләй.

Малсылыҡ, умартасылыҡ, урман кәсептәре, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Халҡы: 1795 йылда — 70 кеше; 1816 йылда — 169 кеше; 1859 йылда — 248 кеше; 1870 йылда — 235 кеше; 1896 йылда — 250 кеше; 1906 йылда — 298 кеше; 1920 йылда — 228 кеше; 1939 йылда — 253 кеше; 1959 йылда — 342 кеше; 1989 йылда — 240 кеше; 2002 йылда — 321 кеше; 2010 йылда — 304 кеше. Баш­ҡорттар —98 % (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Йәнбәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.[4][5]

Урамдары

Исемдәре:[6]

  • Күл урамы (рус.  Озёрная (улица))
  • Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева(улица))
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))

Географик урыны

Билдәле шәхестәре

Видеояҙмаларҙа

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә