Ленинск (Дәүләкән районы)

Ленинск (рус. Ленинский) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 358 кеше[1]. Почта индексы — 453410, ОКАТО коды — 80222840004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 358 185 173 51,7 48,3

Географик урыны

Тарихы

Ауылға 20 быуаттың 30‑сы йылдарында Дәүләкән совхозы ойошторолғандан һуң совхоздың Ленинск бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1950‑се йылдарҙың аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә, 2005 йылда хәҙерге статусын ала. Рассвет ауыл биләмәһенә инә. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 йылда — 170 кеше; 1959—416; 1969 йылда 509 кеше, 1989—333; 2002—355; 2010—358 кеше. Урыҫтар — 41 %, башҡорттар — 31 % йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Романовка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар, ООО «Регион Агро» бар. 1985 йылда Йүкәле йылғаһы буйында 21,1 га майҙан тәшкил иткән «Ленинский» быуаһы төҙөлә. Ауыл халҡы «Дәүләкән», 1989 йылдан «Ленинский» соовхозында эшләй. 1998 йылдан совхоз бөтә, хужалыҡ орлоҡсолоҡ станцияһы менән берләштерелә[2][3].

Урамдары

Исеме:[4]

Йәштәр урамы рус. Молодёжная (улица)

Әхмәҙиев урамы (рус. Ахмадиева (улица)

Мәскәү урамы (рус.  Московская (улица))

Соҡорло урамы (рус.  Овражная (улица))

Ялан урамы ((рус. Полевая (улица))

Ҡоящлы урамы (рус. Солнечная(улица))

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 214-се б..
  3. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 477-се б
  4. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ленинск
  5. Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 126.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә