Горчаки (Дәүләкән районы)

Горчаки (рус. Горчаки) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 120 кеше[2]. Почта индексы — 453418, ОКАТО коды — 80222831003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 120 56 64 46,7 53,3

Тарихы

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 25 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы территорияһында урынлашҡан. Ауылға 1890 йылда кенәз П. Д. Горчаков (1864—1906) Бәләбәй өйәҙенә ингән 1020 дисәтинә ер һатып алып нигеҙ һала. Кенәз Горчаков 1893 йылда ерен Е.Поршина һәм Р.Озеровҡа, ә улар немецтарға һата. 1896 йылда мәктәп асыла. Немецтар тарафынан имениеға уртаҡ исем «Горчаки» бирелеп, ул бер нисә утарға тарҡала. 1917 йылда Горчаковский утары булараҡ теркәлгән, 13 йортта 111 кеше (немецтар һәм украиндар) йәшәгән. 1930—1950 йылдарҙа 1-се Горчаки һәм 2-се Горчаки ауылдары иҫәпкә алынған. 50-се йылдар аҙағында улар ҡушылғандан һуң, хәҙерге исемен һәм статусын ала.Халыҡ телендә Гәршәк исеме менән йөрөтөлә[3]. XIX быуат аҙағынан — 1940 йылға тиклем халыҡтың күпселеген немецтар тәшкил итә. 1940—1960 йылдарҙа халыҡтың күпселе — урыҫтар, 1970 йылдан — башҡорттар. Ауыл халҡы совет осоронда «Колос» («Жданов») колхозында эшләй.

Халҡы: 1920 йылда— 206 кеше; 1939 йылда —267; 1959 йылда —153; 1989 йылда — 85; 2002 йылда —114; 2010 йылда —120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәкәш урта мәктәбе филиалы) ? йылда ябыла, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[4][5][6].

Урамдары

Исеме[7]:

  • Горчак (Гәршәк) урамы (рус. Горчаково (улица))

Билдәле кешеләре

Башҡорт халыҡ информаторҙары

  • «Килен сәйе», «Килен ебе», «Һыу башлатыу», «Ҡыҙ оҙатыу» туй йолаларын Ғабрахманова Нурзизә Фәйзерахман ҡыҙынан (1906) Р.Солтангәрәева 1983 йылда яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры» 1-се томға № 128,№ 129, № 130,№ 131,№ 190 ингән[8].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мәкәш): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 25 км

Ер-һыу атамалары

Исемдәре[3]:

  • Ахун быуаһы
  • Берҡаҙан һаҙлығы
  • Төйлән йылғаһы, Берҡаҙандан юл ала
  • Ҡара ҡойо
  • Асылыкүл
  • Дөндөк быуаһы
  • Айыу баҫыуы
  • Үрнә буйы

Видеояҙмаларҙа тәбиғәт ҡомартҡылары

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 К.М.Хәмиҙуллина. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе». — Өфө: «Мир печати», 2012 й. — С. 72.
  4. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 55—57-се б.б..
  5. Башҡорт Википедияһы /Горчаки (Дәүләкән районы)
  6. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.473
  7. «Налог Белешмәһе» статискаһында Горчак (Гәршәк) ауылы
  8. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 416-417, 453-СӨ Б.Б..

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә