Әхмәтғәлиев Арыҫланғәле Әхмәтғәли улы
Арыҫланғәле Әхмәтғәли улы Әхмәтғәлиев (рус. Ахматгали Арслангалиевич Ахматгалиев; 1907 йылдың, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Буранғол, Ҡыҙрас ауыл Cоветы (Дәүләкән районы) — 1943 йылдың 1 апреле) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы уҡсыһы[1].
Биографияһы
Арыҫланғәле Әхмәтвәғәли улы Әхмәтғәлиев Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Буранғол ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында уҡсы булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың 1 апрелендә яраларынан вафат була. Рәсәй Федерацияһы Һарытау (Саратов) өлкәһе Репное ауылында ерләнгән[1]
Ғаиләһе
Өйләнгән. Биш бала атаһы була, ейән-ейәнсәрҙәре нәҫелен дауам итә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Ахметгалеев Арслангали Ахметвалеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Память Народа. Донесения о потерях. Ахметгалеев Арслангали Ахметвалеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)