Тимерхан (әкиәт)
Тимерхан (рус. Тимерхан) — батырҙар тураһында башҡорт халыҡ әкиәте. Әкиәт боронғо төрки һәм көнсығыш эпик сюжеттарына барып тоташа, «Еруслан Лазаревич» хаҡындағы риүәйәттәр һәм Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә» эпосы мотивтары менән ауаздаш. Әкиәтте 1964 йылда фольклорсы М. М. Сәғитов Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Буранғол ауылында яҙып алған.
Тарихы
Башҡорт халыҡ әкиәте «Тимерхан» XVII быуаттағы рус тәржемәле повесы һәм Еруслан Лазаревич (рус.)баш. тураһындағы рус әкиәттәре менән бер жанрға ҡарай. Был сюжетҡа шулай уҡ белорус әкиәттәре лә билдәле. Сюжеттың әҙәби тарихы Фирҙәүсиҙең «Шаһнамә» (Х быуат) фарсы эпик поэмаһына барып тоташа.
Еруслан Лазаревич тураһындағы шәрҡи сюжет XVII быуатта Русь еренә ауыҙ-тел үҙгәрештәре аша үтеп ингән. Боронғо рус ҡулъяҙма повесының әлегәсә табылмаған шәрҡи нөсхәһе төрки халыҡ әкиәттәрен ҡайтанан һөйләүҙән ғибәрәт булған. Был йәһәттән башҡорттарҙың «Тимерхан» әкиәте иғтибарға лайыҡ: ул көнсығыш славян әкиәттәре менән туранан-тура бәйләнешкә инмәгән, ә «Шаһнамә» мотивтары буйынса башҡорттар араһында ауыҙ-тел ижадында йәшәп килгән төрки әкиәттәренең береһе булып тора. XVII быуатта урыҫтарҙың «Еруслан Лазаревич тураһындағы хикәйәт»енең сығанағы булып нәҡ ошо «Тимерхан» әкиәтенә оҡшаш төрки телле халыҡтарҙың береһенең ижад емеше хеҙмәт иткән.
Әкиәтте 1964 йылда Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Буранғол ауылында фольклорсы М. М. Сәғитов 1889 йылғы Гөлъямал Ҡотлогилдинанан яҙып алған[1][2].
Был әкиәттә халыҡтың им-том, дауалау белемдәре сағылыш тапҡан. Тимербулат (әкиәттәге исемдәрҙең береһе) исеме ныҡлыҡты аңлата һәм балаға ҡатмарлы һаулыҡ теләү маҡсатында бирелгән. «Тимерхан» әкиәтендә Уткүҙ (утлы күҙ) тигән сихырсы ҡатындың майы дауалау көсөнә эйә була. Тимерхан ошо май ярҙамында ата-әсәһенең күҙ нурҙарын ҡайтара.
Сюжеты
Ҡасандыр бик боронғо замандарҙа Мәхмүт хандың Әхмәтхан исемле вәзире булған. Ҡатыны уға ул табып бирһен өсөн, вәзир Аллаһҡа ялбара һәм ҡырҡ дөйә ҡорбан итә. Күп тә үтмәй улдары донъяға килә. Уға Тимерхан тип исем ҡушалар. Малай шул тиклем көслө булып үҫә, хатта тиңдәштәрен туҡмай, майып итә башлай. Ил халҡы вәзиргә мөрәжәғәт итеп, улын ҡыуыуын үтенә, Мәхмүт хан да ошо уҡ фекерҙе әйтә. Шунан һуң егет атаһынан ат алып, юлға сығып китә. Юлда ул атын тағы да көслөрәгенә алыштыра.
Артабан ул юлында бөтөн бер ғәскәрҙе ҡырған бер батыр егетте осрата. Улар көс һынашырға булалар. Тимерхан еңеп сыға, әммә батырҙы үлтермәй. Улар дуҫлашып, һәр береһе үҙ юлы менән китә.
Тимерхан артабан юллана һәм тауҙа тағы бер сатыр күреп ҡала. Сатыр эсенә күҙ һалһа, унда өс һылыу ҡыҙ ултыра. Ҡыҙҙарҙан үҙенең сибәрлеген һорағас, тегеләр Искәндәр батшаның Йәләлетдин исемле батыры унан да һылыуыраҡ булыуын, ә Әсфәндәр батшаның ҡыҙы был өс ҡыҙҙан да һылыуыраҡ тип әйтәләр. Тимерхан Йәләлетдин батырҙы эҙләп китә. Уны таба һәм суҡмар менән һуғышып, үлтерә.
Унан һуң Искәндәр батшаға юллана. Батша уны икмәк-тоҙ менән ҡаршы ала һәм һыйлай. Искәндәр батшала ҡунаҡ булғандан һуң, Тимерхан Әсфәндәр батшалығына юл тота. Батшалыҡтың баш ҡалаһына килеп етә. Ҡала ситендәге күл буйында ағасҡа бәйләнгән бер һылыу ҡыҙҙы күрә. Ул күлдә ете башлы Аждаһа йәшәгән була. Ҡала халҡы һәр көн һайын уға бер ҡыҙ һәм бер һарыҡ килтерергә тейеш була. Был көндө сират Әсфәндәр батшаның ҡыҙына еткән була. Тимерхан батша ҡыҙының янына килә лә Аждаһаның күлдән сыҡҡанын көтә башлай. Аждаһа килеп сығып, ҡыҙға ташланғас, Тимерхан ҡылысының бер һелтәүе менән ғифриттең ете башын да сабып өҙә һәм уны өлөштәргә турап ташлай. Шунан һуң батшаға барып, ҡыҙын кәләшлеккә биреүен һорай. Батша ризалаша. Кейәү егет туй табынына ата-әсәһен алып килергә уйлай һәм өйөнә ҡайтып китә. Алай ҙа был ваҡытта уның ҡалаһын күрше батшаның ғәскәре баҫып алған була.
Тимерхан дошманды тар-мар итә һәм ата-әсәһе менән осраша. Әммә ата-әсәһенең күҙҙәре һуҡыр булғанлыҡтан, улар улын шифа өсөн Уткүҙ исемле сихырсыны үлтереп, уның майын алып ҡайтыуын үтенәләр. Тимерхан сихырсы Уткүҙҙе эҙләп юлға сыға. Юлда бер ҡарт уға Уткүҙҙе нисек еңергә икәнен аңлатҡан: сихырсы ут бөркә башлағас, таба менән ҡапланырға кәрәк булған. Тимерхан шулай иткән дә ҡылысы менән Уткүҙҙең янбашын ярып, ике киҫәк май алған. Ҡайтып, шул май менән атаһы менән әсәһенең күҙен асҡан һәм уларҙы туйға алып барған.
Туйҙан һуң Тимерхан атаһын күрше батшалыҡҡа батша итеп ҡуйған, ә үҙе тыуған иленә ҡайтып батшалыҡ итә башлаған[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сагитов Мухтар Муффазалович. Энциклопедии:Республика Башкортостан (илл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2026.
- ↑ Башкирское народное творчество. Том 3. Богатырские сказки / Н. Т. Зарипов. — 1988. — Т. 4. — С. 183. — ISBN 5-295-00083-4.
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Батырҙар тураһында әкиәттәр (баш.) / Н. Зарипов. — Өфө: Китап, 1988.
Әҙәбиәт
- Башҡорт халыҡ ижады. Батырҙар тураһында әкиәттәр. 3-сө т. / сост. Н. Зарипов. Өфө, 1988.
- Орлов А. С. Переводные повести феодальной Руси и Московского государства XII—XVII веков. Л., 1934, с. 77-85.
- Хусаинова Г. Р. Отражение традиционных целителей знаний башкир в народных сказках// Вестник Силәбе дәүләт университеты. Филология. Искусствоведение. 2010. № 11 (192). В. 42. С 143—146.