Мищенко Игорь Тихонович
Мищенко Игорь Тихонович (30 июль 1937 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—2012 йылдарҙа И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетының нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997) һәм Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1987), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985).
Биографияһы
Игорь Тихонович Мищенко 1937 йылдың 30 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған, урындағы геология-разведкалау техникумында һәм Өфө нефть институтында уҡыған.
1967 йылдан И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетында уҡыта, 1988 йылдан нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2012 йылдарҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү факультеты деканы.
Ғилми тикшеренеүҙәре нефть һәм газ скважиналарын эксплуатациялау өлкәһенә бәйле.
Рәсәйҙең тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1996).
Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, 350-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
- Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998)
- СССР юғары мәктәбе отличнигы (1987)
- СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1990)
- Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2000)
- СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985)
- Ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1997, 2009)[1].
- Өс тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1998, 2002, 2006)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мищенко, Игорь // Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия. Т. 4. Л-О. 2008 2016 йылдың 7 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Мищенко Игорь Тихонович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2019)
- Биография на сайте РГУ нефти и газа 2017 йылдың 9 декабрь көнөндә архивланған.