Сурков Константин Александрович

Сурков Константин Александрович (30 июль 1960 йыл) — Рәсәй һыу аҫты кәмәһе офицеры, 1-се ранг капитаны, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы ғәскәри часының өлкән белгесе — белгестәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008).

Биографияһы

Константин Александрович 1960 йылдың 30 июлендә Өфөлә хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа. Баш ҡаланың 7-се мәктәбен тамамлай (1977). Урта белем алыу менән бер рәттән 1974—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Өфө диңгеҙ мәктәбендә уҡый.

Хәрби-Диңгеҙ флотында 1977 йылдан. 1982 йылда адмирал С. О. Макаров исемендәге Тымыҡ океан юғары хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлай. 1982—1984 йылдарҙа — стратегик тәғәйенләнештәге атом һыу аҫты крейсерының мина-торпедо хәрби часы командиры, 1984—1986 йылдарҙа — крейсер командиры ярҙамсыһы.

Бик күп алыҫ походтар һәм хәрби хеҙмәт ҡатнашыусыһы. Стратегик тәғәйенләнештәге атом һыу аҫты крейсерҙарының мина-торпедо ҡоралын хәрби ҡулланыу ысулдарын камиллаштырыуға ҙур өлөш индерә. 1986—1989 йылдарҙа — 45707-се хәрби часть тыңлаусыһы, 1989—1993 йылдарҙа — белгес, 1993—2008 йылдарҙа — өлкән белгес. 1999 йылда Н. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһын тамамлай. 2008 йылдан — шул уҡ хәрби часта белгестәр бүлеге начальнигы урынбаҫары — өлкән белгес. Бик күп яңы хәрби техника һәм ҡорал өлгөләрен дәүләт һынауында ҡатнаша. Хәрби фәндәр кандидаты.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдың 21 апрелендәге Указы менән ғүмеренә хәүеф янаған махсус заданиены үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1-се ранг капитаны Сурков Константин Александрович Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалына лайыҡ була.

2010 йылдан запаста. Үҙенең хәрби часында граждан белгесе булып эшләй. Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008)
  • «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены
  • «Һыу аҫты кәмәһе командиры» күкрәк билдәһе
  • «Алыҫ араға поход өсөн» күкрәк билдәһе
  • миҙалдар

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.
  • Петербургский парадный портрет. Современники. С.Петербург, 2010.