Баҙамшин Рәмил Шәүкәт улы

Рәмил Шәүкәт улы Баҙамшин (рус. Бадамшин, Рамиль Шавкатович; 1980 йылдың 30 июле, Табошар[d], Суғд өлкәһе[d]) — автор-башҡарыусы, музыкант, режиссер, продюсер, эшҡыуар (2011 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019)[1]. Илмән (2000), Грушинск (2000) һәм башҡа автор йырҙары фестивале лауреаты. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[2].

Биографияһы

Рәмил Баҙамшин 1980 йылдың 30 июлендә Тажик ССР-ы Табошар ҡалаһында тыуған. Атаһы бард һәм автор йырҙарын башҡарыусы була. 1993 йылды ғаилә Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһына күсеп ҡайта һәм юғары синыфтарҙа Рәмил шунда уҡый. 1995 йылда Бәләбәй совхоз-техникумына уҡырға инә һәм уны 1999 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай[3].

1991 йылда баян класына балалар музыка мәктәбенә уҡырға инә. 1993 йылда ғаилә Белебей ҡалаһына (Башҡортостан) күсеп килә, Рәмил уҡыуын шунда дауам итә. 1995 йылда «Белебеевский» совхоз-техникумына уҡырға инә, уны 1999 йылда «Ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу» («электр-техник» квалификацияһы) һөнәре буйынса тамамлай.

2004 йылда Башҡорт дәүләт аграр университеты дипломын ала, 2021 йылда Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай. Мәскәү дәүләт өлкә университетында юриспруденция һөнәре буйынса белем ала.

Ижады

Рәмил Баҙамшин гитараны берене тапҡыр ҡулына Бәләбәйгә ҡайтҡас ҡына ала һәм Мәҙәниәт һарайы, Пионерҙар йорто, музыка мәктәбенең ижади коллективтары менән таныша[3]. Уның репертуарында — үҙе ижад иткән һәм башҡа авторҙар йырҙары. Ижадын яҡты әхлаҡи лирика менән бер рәттән позитивлыҡ һәм музыкаллек айырып тора. Даими ижади эҙләнеүҙәре көтөлмәгән ҡарарҙарға килтереп, ижадында сағылыш таба. Жанрҙар һәм йүнәлештәр киҫелешендәге тауышты төрлөсә эшкәрткән ҡорамалдар ҡулланған ижады уны йырҙарын тотош оркестрға ҡушылып йырлаған кеүек тойғо ҡалдыра. Йырҙары шаян булһа ла, тәрән мәғәнәле.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Бөтә Рәсәй буйынса концерттар һәм фестивалдәр ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет, Өфө ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы, Рус география йәмғиәте, Рәсәйҙең хәрби-тарихи йәмғиәте, Рәсәй УФСИН-ының Башҡортостан Республикаһы буйынса йәмәғәт советы (2007—2022) ағзаһы, РФ Президентының терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы үҙәге кәңәшсеһе (2003—2014)[4]. Сәхнә оҫталары берлеге рәйесе (2019 йылдан), «Чистые помыслы» мәҙәни-әхлаҡи һәм рәхи тәрбиә автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры (2020 йылдан). Социаль һәм хәйриә проекттарын ойоштороусы (сәләмәтлектәре сикле балалар өсөн «День большого человека» һәм «Дар» инклюзив ижади проект, табиптарға ярҙамға «Лекари души» социаль-мәҙәни проект, «Связь поколений в искусстве» һәм башҡалар). 2022 йылдан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау алып бара, яугирҙар алдында сығыш яһай, уларға матди ярҙам оҙата[2][3].

Наградалары һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019)
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте
  • Рәсәй Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Маҡтау ҡағыҙы
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡығыҙы
  • Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы
  • «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткән өсөн» миҙалы
  • «Беҙҙең йырҙарыбыҙ» Милли премияһы лауреаты
  • «Молодое дарование России. Чароитовая звезда» ордены.

Дискографияһы

  • Сметелье (2001)
  • Жизнь меняется (2004)
  • Своя судьба (2005)
  • Мне это знакомо… (2008)
  • Для тебя! (2010)
  • Все просто (2015)
  • На века (2015)
  • Нараспашку. Обо всем. (2018)

Библиография

  • Рамиль Бадамшин. Сметелье. — Уфа, 2004.

Иҫкәрмәләр

  1. Лейла Аралбаева. Радий Хабиров в профессиональный праздник вручил звания лучшим работникам культуры, ИА «Башинформ» (25 март 2019). 25 март 2019 тикшерелгән.
  2. 1 2 Бадамшин Рамиль Шавкатович. Единая Россия — Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  3. 1 2 3 Рамиль Бадамшин: «Знаю из первых уст о проблемах и задачах земляков». Белебеевские известия (20 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 сентябрь 2025.
  4. Махмутов, Наиль. Петь только то, что жизнью накипело.. — Уфа: Лето, 2016. — 276 с. — ISBN 978-5-87308-155-7.

Һылтанмалар