Борисов Иван Михайлович

Иван Михайлович Борисов (рус. Борисов Иван Михайлович: 1953 йылдың 30 июле, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы) — физик-химик. Химия фәндәре докторы (2000), профессор (2009).

Биографияһы

Иван Михайлович Борисов 1953 йылдың 30 июлендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Һары ағас ауылында тыуған[1]. Д. И. Борисовтың атаһы. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай һәм шунда уҡ эшкә ҡала. 2003 йылдан алып ошо уҡыу йортонда — химия факультеты деканы. 2008 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогия университетында химия кафедраһы мөдире[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

1999 йылда «Карбониллы берләшмәләрҙең кинетикаһы һәм окисланыу механизмы» тигән темаға химия фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].

Фәнни хеҙмәттәре органик берләшмәләрҙең молекуляр кислород менән шыйыҡса фазаһында һәм пероксидтар менән катализаторҙар ярҙамында окисланыу реакцияларының механизмын һәм кинетик законлыҡтарын өйрәнеүгә арналған. И. М. Борисов тарафынан кислородлы органик берләшмәләрҙең радикалсылбырлы окисланыуының дөйөм схемаһында аралыҡтағы яңы стадиялар табыла[1].

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Төп ғилми хеҙмәте:

  • Основы химической термодинамики. Уфа, 2009; Основы электрохимии. Уфа, 2010.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар