Инглиздәр
Инглиздәр (рус. Англича́не, ингл. English people) — Англия халҡының төп өлөшөн тәшкил иткән, инглиз телендә һөйләшкән халыҡ, милләт һәм этник төркөм. Урта быуаттарҙа Бөйөк Британия утрауында герман ҡәбиләләре англдар, сакстар, фриздар һәм юттарҙан, шулай уҡ утрауҙың улар тарафынан ассимиляцияланған кельттарҙан һәм Скандинавиянан сыҡҡан кешеләрҙән барлыҡҡа килә.
Хәҙерге ваҡытта үҙҙәрен инглиз тип иҫәпләгән 50 миллион кеше бар. Бөгөнгө көндә, АҠШ, Канада, Австралия, Яңы Зеландия, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Ирландия граждандарын иҫәпкә алғанда, донъяла яҡынса 110 миллион кеше этник инглиз сығышлы.
Инглиздәр Бөйөк Британияның (44,7 миллион кеше йәшәй) төп халҡы булып тора. Ҡалғандары шулай уҡ Канадала, АҠШ-та, Австралияла, Яңы Зеландияла, КАР-ҙа, Һиндостанда һ. б. йәшәй. Уларҙың теле — инглиз теленең британ варианты, көнсығыш, төньяҡ, көньяҡ, көнбайыш, кент диалекттары бар. Яҙмаһы латин алфавиты нигеҙендә. Борон руник яҙыу ҡулланылған. Диндарҙар — башлыса протестант-англикандар, шулай уҡ методистар һәм католиктар.
Тарихы
Инглиз халҡы төрлө этник элементтарҙың ҡушылыуы һәм оҙайлы ассимиляцияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Британия утрауҙарында иң боронғо кельт ҡәбиләләре (бриттар һ. б.) йәшәгән, улар бында б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһында төпләнгән. Б. э. VІІ быуаттарында (Англосаксон осоро) утрауҙарға материктан герман ҡәбиләләре — англдар, сакстар, юттар күсеп килә. Улар кельттарҙы өлөшләтә ассимиляциялай, өлөшләтә Шотландия, Уэльс һәм Корнуолл тауҙарына ҡыҫырыҡлаа сығара.
Етенсе һәм унынсы быуаттарҙа герман һәм кельт ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килгән англосакс халҡына һигеҙенсе һәм туғыҙынсы быуаттарҙа Англияның ҡайһы бер төбәктәрен яулап алған скандинавтар (дандар, норвегтар) ҙур йоғонто яһай.
Инглиздәрҙең этник тарихындағы иң мөһим ваҡиға — 1066 йылдағы Англияны нормандтарҙың баҫып алыуы. Франк-норманд барондары илдә өҫтөнлөклө урын биләй; француз теле рәсми тел булып китә, әммә халыҡ үҙ инглиз-сакс телендә һөйләшеүен дауам итә. XII быуат башына инглиз-саксондар һәм нормандар инглиз милли берләшмәһенә берләшә. XVI быуатта дөйөм инглиз һөйләү һәм әҙәби теле барлыҡҡа килә. XVII быуаттағы инглиз буржуаз революцияһы инглиз милләтенең формалашыу процесын тамамлай.
XVII—XIX быуаттарҙа күп кенә инглиздәр Англия баҫып алған колонияларға күсенә һәм бер нисә милләт — Америка Ҡушма Штаттары американдары, Англия Канадаһы, Австралия, Яңы Зеландия — формалашыуында төп компоненттарҙың береһе була.
Йәшәү рәүеше
Инглиздәрҙең 90 проценты ҡалаларҙа йәшәй. Башлыса шәхси йорттарҙа; балаһыҙ парҙар күп. Халыҡ һаны иң ҙур ете конурбацияла тупланған, шуларҙың иң ҙуры — Бөйөк Лондон (яҡынса 7 миллион кеше).
Ауыл биләмәләре ике төрҙә: көнсығышта ауылдар һәм көнбайышта утар йәки фермалар.
XVII—XVIII быуаттарҙың инглиз архитектураһында голланд йоғонтоһо һиҙелә. Был ваҡытҡа тиклем, инглиздәрҙең консерватизмы арҡаһында, готика бик оҙаҡ һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ United Kingdom Архивная копия от 7 ғинуар 2019 на Wayback Machine // CIA World Factbook
- ↑ PEOPLE REPORTING ANCESTRY: Архивная копия от 19 октябрь 2016 на Wayback Machine - Total population more information 2017 American Community Survey 1-Year Estimates
- ↑ SELECTED SOCIAL CHARACTERISTICS IN THE UNITED STATES Архивная копия от 13 ноябрь 2018 на Wayback Machine - 2017 American Community Survey 1-Year Estimates
- ↑ Language Highlight Tables, 2006 Census. 2.statcan.ca (7 апрель 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2011. Архивировано 12 март 2009 года.
Әҙәбиәт
- Майол Э., Милстед Д. Эти странные англичане = The Xenophobic Guide to the English. — М.: Эгмонт Россия Лтд, 2001. — 72 с. — ISBN 5-85044-301-0.