«Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры
«Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры (рус. Детский оздоровительный лагерь «Чайка») — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында балалар өсөн йыл әйләнәһенә эшләүсе муниципаль стационар лагерь. Тулы исеме — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Аҡсарлаҡа» балалар һауыҡтырыу лагеры муниципаль автономиялы учреждениеһы (рус. Муниципальное автономное учреждение Детский оздоровительный лагерь «Чайка» городского округа город Уфа Республики Башкортостан (МАУ ДОЛ «Чайка»)). 1936 йылда ойошторолған төбәктә иң боронғо балалар лагерҙарының (рус.)баш. береһе.
Тарихы
Лагерь 1936 йылда «Мир» тегеү производство берекмәһе эшселәренең балалары өсөн пионер лагеры булараҡ ойошторола. Лагерь исеме СССР-ҙа популяр булған «Чайка» тегеү машиналары (рус.)баш. хөрмәтенә һайланған. Лагерь ойошторолғандан алып 20 меңдән ашыу баланы ҡабул иткән.
- Хәҙерге торошо
2023 йылдан лагерь йыл әйләнәһенә эшләй. Бер сменала лагерға 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге 67 бала ҡабул ителә. Дөйөм алғанда, лагерь биләмәһендә 14 бина бар, шул иҫәптән өс торлаҡ йорт. Биналарҙан береһе 1936 йылда төҙөлгән, ә иң замансаһы 2022 йылда төҙөкләндерелгән, душ, бәҙрәф, ял итеү урындары менән йыһазландырылған.
Лагерь территорияһы йыһазландырылған:
- резина япмалы универсаль спорт майҙансығы (волейбол, баскетбол, футбол),
- тренажер зонаһы,
- воркаут (рус.)баш.-комплексы,
- хәҙерге медицина корпусы,
- 100 кешегә иҫәпләнгән ашхана.
Лагерь территорияһының майҙаны 2,8 гектар тәшкил итә[1].
Географияһы һәм йәшәү шарттары
Лагерь Өфөнөң урман-парк зонаһында, Рихард зорге урамы янында урынлашҡан. Ошондай урынлашыуы арҡаһында «Аҡсарлаҡ» лагеры ҡала инфраструктураһының уңайлылығын һәм тәбиғәт мөхитенең тыныслығын берләштерә. Лагерь йүкәләр менән уратып алынған, территорияһында тейендёр, терпеләр һәм хатта ҡуяндар йәшәй.
Лагерға путевкалар коммерция һәм льготалы нигеҙҙә бирелә. Льготалар, шул иҫәптән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына ла бирелә. Сменаның хаҡы яҡынса 31,5 мең һум тәшкил итә, уларҙың яртыһын республика субсидияһы иҫәбенә ҡапларға мөмкин[2].
- Программалар һәм сменалар
2023 йылда лагерь бер нисә яңы тематик сменалар тәҡдим итә, шул иҫәптән:
- КВН+,
- «Рәсәй Туристары»,
- «Яҡшылыҡ территорияһ»ы[1].
Баһалауҙар һәм рейтингтар
Лагерь ҡатнаш репутациялы. Яндекс платформаһында ул уртаса 4,6 балл менән баһалана, шул уҡ ваҡытта 2ГИС 3,5 балл менән баһалана. Ҡайһы бер баһаламалар вожатыйҙарҙың эшен, туҡланыуын һәм атмосфераһын ыңғай баһалай, башҡалары көнкүреш шарттарын, медицина хеҙмәтләндереүен һәм күңел асыуҙарҙың етешмәүен тәнҡитләй[2].
Үҫеш һәм пландар
2024 йылда лагерь «Большие смыслы» форумы сиктәрендә ойошторолған «Рәсәйҙең иң яҡшы балалар лагеры – 2024» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Шулай уҡ 50 баланы һыйҙырырлыҡ яңы корпус төҙөү планлаштырыла. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров балалар учреждениеларын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу барышында лагерҙы шәхсән ҡарап сыҡты[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 МАУ ДОЛ "Чайка" городского округа г. Уфа Республики Башкортостан. Каталог лагерей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2025.
- ↑ 1 2 «Денег всегда не хватает»: как выглядит уфимский детский лагерь, где Хабиров рассказал о своей мечте. Ufa1.ru (8 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2025.
- ↑ Захар Яковлев. Уфимский детский оздоровительный лагерь «Чайка» вошел в топ-15 лучших лагерей РФ. Уфа. Комсомльская Правда (12 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2025.
Һылтанмалар
- ДОЛ "Чайка" — Детский оздоровительный лагерь "Чайка". Официальный сайт детского лагеря. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2025.