Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн льготалар
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн льготалар (рус. Льготы для участников СВО) — Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан дәүләт граждандарына бирелгән льготалар. Льготалы категорияға:
- хәрби хеҙмәткәрҙәр;
- МХО барышында бурыстар үтәгән граждан белгестәре[1];
- Рәсәй -Украина сигендә һәм МХО зонаһы эргәһендәге сик буйы территорияларында бурысын үтәгән сик буйы хеҙмәткәрҙәре[2];
- хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре (тол ҡатыны; тол ире; ата-әсәләре; 18 йәшкә тиклемге балалары; көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары; 18 йәшкә тиклем инвалид булып ҡалған 18 йәштән өлкән балалары).
Ветерандар өсөн льготалар һәм преференциялар
Статус ғариза яҙылмаһа ла бирелә[3][4][5][6][7]. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, 2024 йылдың 1 апреленән ветеран статусын МХО зонаһында Оборона министрлығы менән контракт төҙөмәй һуғышыусылар ҙа ала ала[8]. 2024 йылдың 1 ноябренән хәрби хеҙмәткәрҙең МХО-ла ҡатнашыуы тураһындағы справка дәүләт хеҙмәте поратлында бирелә, тейешле күрһәтмәгә хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған[9].
Коммуналь һәм торлаҡ:
- торлаҡты ҡуртымға алып тороу йәки торлаҡ бинаһын тотоуға 50 % компенсация хоҡуғы[10];
- торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә (торлаҡ йорт менән идара итеү, күп фатирлы йортто тотоу һәм ремонтлау, капиталь ремонтҡа иғәнә индереү) түләүҙәрҙең 50 процентын компенсациялауға хоҡуғы[10];
- торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә, капиталь ремонтҡа иғәнәне ваҡытында түәлмәгән өсөн пеня өҫтәүҙән азат итеү[10];
- торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә комиссияһыҙ түләү[11];
- бушлай ер участкаһы (Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Севастополдә ер биреү аҡсалата түләү менән алмаштырыла)[12][13][14][15];
- МХО-ла ҡатнашыусылар һәм СВО барышында һәләк булған ветерандарҙың ғаиләләренең[16] «Алыҫ Көнсығыш һәм Арктика ипотекаһы» программаһында ҡатнашыуы[17] ;
- Алыҫ көнсығышта, Арктикала, Донбасста һәм Новороссияла 2 процентлы льготалы ипотека кредиты[18];
- социаль газификация программаһы буйынса өҫтөнлөктәр[19].
Хеҙмәт:
- йыл һайын уңайлы ваҡытта отпуск алыу + 15 көн өҫтәмә түләүле отпуск[22] + 35 көн түләүһеҙ өҫтәмә отпуск[1];
- һөнәри белем алыу, эш биреүсе иҫәбенә өҫтөмө белем алыу[1];
- МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн эшкә урынлашҡанда квоталар[23].
Пенсия һәм башҡа түләүҙәр:
- МХО-ла ҡатнашыу осоро ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләгәндә (пенсия йәшенән ике йыл алда) иҫәпкә алына[25];
- тейешле йылдар эшләү буйынса пенсия (инвалидлыҡ буйынса социаль пенсия күләменән 32 % артығыраҡ)[1];
- МХО барышында хәрби бурыстар үтәүгә йәлеп ителгән хәрби пенсионерҙарға элекке юғары пенсия һаҡланыла (эштән киткәс элек туҡтатылған пенсияны ҡабаттан тергеҙергә мөмкин йәиһә һуңғы эш урыны буйынса яңыһын тәғәйенләргә)[26];
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә иҫәп тота ала, 2022 йылдың 1 февраленән уның күләме 3481,85 һум[1];
- инвалидлыҡ буйынса ирекмән-хәрби хеҙмәткәргә дәүләт пенсияһы: I төркөм — 20 774,43 һум; II төркөм — 17 312,03 һум; III төркөм — 12 118,42 һум + һәр иждивенецҡа 2 308,27 һум[27];
- хәрби йәрәхәт буйынса инвалидлыҡҡа айлыҡ аҡсалата компенсация: I төркөм — 21 922,12 һум; II төркөм — 10 961,05 һум; III төркөм — 4 384,42 һум[27];
- хәрби йәрәхәт буйынса инвалидҡа айлыҡ 7 081,49 һум аҡсалата түләү[27][28];
- дөйөм сир буйынса инвалидлыҡ осрағында: I төркөм — 4 957,95 һум; II төркөм — 3 540,76 һум; III төркөм — 2 834,40 һум[27][29];
- хәрби йәрәхәт буйынса инвалидҡа айлыҡ 1000 һум матди тәьминәт[27];
- МХО зонаһына командировакға ебәрелгән хәрби хеҙмәткәр, ирекмән, дәүләт хеҙмәткәре яраланыу, йәрәхәт алыу йәки контузия алыу осраҡтарында 3 миллион һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған (һәләк булыу осраҡтарында ғаилә ағзалары араһында 5 миллион һум тигеҙ итеп бүленә)[30];
- ирекмән сраланған осраҡта страховка түләүе күләме: I төркөм инвалидлыҡ бирелгәндә — 2,3 миллион һумдан ашыу, II төркөм инвалидлыҡ бирелгәндә — 1,5 миллион һумдан ашыу, III төркөм инвалидлыҡ бирелгәндә — 780 мең һумдан ашыу[31];
- ирекмән ауыр яра алған осраҡта, страховка компенсацияһы күләме 313,1 мең һум тәшкил итә, еңел яра алғанда — 78,3 мең һум тирәһе[31];
- МХО зонаһында командирҙың диндарҙар менән эшләү буйынса ярҙамсыһы вазифаһында булған руханиҙар яраланған йәки һәләк булған осраҡта, түләүҙәр уларға ла бирелә[32];
- хеҙмәттән запасҡа сығарылғанда хәрби дәрәжә буйынса ҡаралған ике оклад күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә[33](әгәр был осраҡ йәрәхәт, контузия йәиһә ауырыу арҡаһында тормошҡа ашырылһа, сумма 2 миллион һум тәшкил итә[34]);
- социаль газификация программаһын тормошҡа ашырыу барышында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына газ ҡорамалын алыу өсөн субсидия (бер йортҡа 100 мең һумдан да кәм түгел)[35];
- 2023 йылдан МХО-ла эшләгән табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам саралары индерелә (хирургия подразделениелары етәкселәренә 100 мең һум, табиптарға, баш шәфҡәт туташтарына 60 мең һум, анестезиологтарға һәм реаниматологтарға 40 мең һум, башҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә 30 мең һум)[36];
- МХО зонаһында һәләк булғандарҙың ғаиләһе (әгәр 23 йәшкә тиклем балалары булһа), бер үк ваҡытта ике пенсия ала: страховка пенсияһы һәм ғаилә башлығын юғалтыу сәбәпле[37];
- 400 мең һумдан да кәм булмаған бер тапҡыр бирелә торған төбәк түләүҙәре (2024 йылдың 1 авгусынан 31 декабренә тиклем бер йылға һәм унан да күберәккә контракт төҙөгән рәсәйлелер һәм сит ил граждандары өсөн)[38]; 2024 йылдың 25 ноябренән Владимир Путин түләүҙәрҙе Росгвардия хеҙмәткәрҙәренә лә таратты[39];
- хөкүмәттең 2024 йылдың 13 ноябрендәге ҡарарына ярашлы, ауыр яра алған хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 3 миллион һум, еңел яра алғанда — 1 млн һум, башҡа йәрәхәттәр алғанда — 100 мең һум тәшкил итә[40]. 14 ноябрҙә РФ Президенты Владимир Путин инвалидлыҡҡа алып килгән яра алғанда, МХО-ла ҡатнашыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләмен 4 млн һумға тиклем арттырҙы[41];
- президент Владимир Путин МХО-ла инвалидлыҡ алған өсөн түләүҙәрҙе ирекмәндәр, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре, Тәфтиш комитеты, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыу хәрби формированиелары хәрби хеҙмәткәрҙәре, сотрудников Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренә лә таратты[42][43][44][45].
Кредит һәм һалым:
- өлөшләтә мобилизация ваҡытында саҡырылыусылар, ирекмәндәр кредит каникулдары һорай ала (был хоҡуҡ уларҙың ғаилә ағзаларына; ирҙәренә-ҡатындарына; иждивениела булыусыларға ҡағыла; мобилизацияланыусы һәләк булған йәки беернсе төркөм инвалидлығы алған ваҡытта, уның бурысы тулыһынса ябыла)[46][47][48];
- кредит каникулдары шулай уҡ эшҡыуарҙарға ла бирелә (бер генә кеше теркәлгән яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәр һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн; хеҙмәт ваҡытында улар статистик отчет биреүҙән азат ителә)[49];
- хәрби хәрәкәттәр ветерандары милеккә: фатир, йорт, гараж (льгота һәр төр объекттың береһенә генә бирелә) һалым түләүҙән азат ителә, — шулай уҡ улар 6 сутый ер һалымын түләүҙән азат, ошо күләм артҡан майҙан өсөн генә һалым һалына[1];
- МХО-ға йәлеп ителгән мобилизацияланғандар йәки ирекмәндәр, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә түләүҙәргә килемгә һалым һалынмай[50];
- яңы территорияларға командировкаланғандарҙың тәүлек түләүҙәренә килемгә һалым һалынмай[50];
- льготалы автокредит[51];
- МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн кредиттар буйынса проценттар бөтөрөлә, әгәр улар түләнгән булһа, сумма төп бурысты ҡаплауға йүнәлтелә[52];
- 10 млн һумға тиклем ваҡытында түләнмәгән кредиттар, әгәр, бурысты кире ҡайтарыу 2024 йылдың 1 декабренә тиклем башланһа, ә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт 2024 йылдың 1 декабренән алда төҙөлмәгән булһа, бөтөрөлә[53].
Медицина:
- хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ветерандар хеҙмәт осоронда теркәлгән поликлиникаларҙа һәм дауаханаларҙа хеҙмәтләндерелә ала[1];
- шифаханаларға бушлай путёвка (беренсе төркөм инвалидтары оҙатып йөрөүсе өсөн шул уҡ шарттарҙа икенсе путёвка, шулай уҡ уның өсөн бушлай юл йөрөү хоҡуғын ала ала)[54];
- бушлай дарыуҙар[55];
- үрҙә һаналып үтелгән льготаларҙан баш тартҡан осраҡта, аҡсалата пособиеның күләме арта[28];
- реабилитация саралары[56].
Белем алыу преференциялары[57][58][59][60]:
Енәйәт яуаплылығынан азат ителеү:
2024 йылдың 19 мартында РФ дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа МХО үткәрелгән ваҡытта Ҡораллы көстәр менән контракт төҙөгәндә енәйәт яуаплылығынан азат итеү тураһында закон проектын ҡабул итте. Механизм түбәндәге категорияларға ҡағыла:[63]
- ҙур булмаған һәм уртаса ауырлыҡтағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙа ғәйепләнеүселәр (йәмәғәт хәүефһеҙлегенә, конституцион ҡоролош нигеҙҙәренә, дәүләт хәүефһеҙлегенә ҡаршы айырым енәйәттәрҙән тыш);
- хөкөм ителеүселәр (балиғ булмағандарҙың енси тейелгеһеҙлегенә, конституцион ҡоролош нигеҙәре һәм дәүләт хәүефһеҙлегенә һәм терроризмға бәйле енәйәт ҡылыусыларҙан тыш)[64].
Башҡа компенсациялар һәм преференциялар:
- йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғы;
- инвалидтар ОСАГО полисы эшләткәндә, 50 процент компенсация ала ала[65];
- МХО-ла ҡатнашыусы РФ паспортын йәки водитель танытмаһын юғалтып, яңыһын эшләткәндә пошлина түләүҙән азат ителә[66];
- мобилизацияланғандар һәм доброволецтарға ҡарата суд эше туҡтатыла;
- дәүләт бюроларында һәм адвокаттарҙа бушлай юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы[67][68];
- ышаныс ҡағыҙы буйынса (нотариуста йәки часть командиры тултырған) торған урынын үҙенә теркәтергә хоҡуҡлы[69];
- ЦСКА хоккей клубының уйындарына льготалы билет алырға хоҡуҡлы[70];
- хәрби операция буйынса эшсе төркөм Рәсәй Президентына МХО-ла ярты йылдан күберәк ҡатнашҡан доброволецтарҙы ваҡытлы хеҙмәттән азат итеү тәҡдиме менән сыға[71];
- Росавиация авиакомпанияларға һәм аэропорттар операторҙарына Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рейсҡа теркәлеүҙә һәм аэропортта тикшереү үткәндә өҫтөнлөклө хеҙмәтләндереү күрһәтергә тәҡдим итә[72];
- федераль мәҙәниәт учреждениеларына бушлай инеү[73].
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн льготалар
Коммуналь һәм торлаҡ:
- МХО-ға ебәрелгән хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе элекке эш урыны буйынса хеҙмәт торлағы менән ҡулланыуын дауам итә; әгәр торлаҡ ҡуртымға алынған булһа, ғаиләгә ҡуртым өсөн компенсация һаҡлана (компенсация күләме дәрәжәгә, вазифаға, хеҙмәт йылдарына бәйле түгел, ҡанун Росгвардия хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренә лә ҡағыла)[66][74][75];
- һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәр ғаиләһе, ай һайын коммуналь түләүҙәргә 60 процент компенсацияға, электрик һәм сантехникты хеҙмәтен компенсациялауға, стационар ҡала телефоны ҡуйҙырыу сығымдарын ҡайтарырға хоҡуҡлы[76][77];
- һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрби хеҙмәткәр ғаиләһе, шәхси йортто ремонтлау өсөн түләҙәр алырға хоҡуҡлы (ун йылға бер тапҡыр рәсмиләштерелә, документтар алғандан һуң биш көн эсендә РФ Социаль фондында түләү тураһында ҡарар ҡабул ителә; түләү күләме теркәлгән бөтә граждандарҙы иҫәпкә алып, торлаҡ йорттоң дөйөм майҙанына, шулай уҡ РФ субъекты буйынса бер квадрат метрҙы ремонтлау хаҡынан сығып иҫәпләнә)[78];
- хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе һәм капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе тотҡарлаған өсөн пеня түләүҙән азат ителә[79][80].
- мобилизацияланыусыларҙың ғаиләләре, фатирҙарында иҫәп ҡорамалдары булмағанда, МХО-ға киткән яҡындары өсөн һыу һәм газ өсөн түләмәй[81].
Пенсия һәм башҡа түләүҙәр:
- Һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған кешенең хәләл ефетенә һәм ата-әсәһенә ҡаарусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсия һәм айына 21 922 һум аҡсалата компенсация тәғәйенләнә[78];
- махсус хәрби операция зонаһына командировкаға ебәрелгән хәрби хеҙмәткәр, ирекмән йәки дәүләт хеҙмәткәре һәләк булған осраҡта, 5 миллион һум ғаилә ағзалары (хәләл ефете, ире, ата-әсәһе, бәлиғ булмаған һәм бәлиғ булған балалары) араһында тигеҙ өлөштәрҙә бүленә[30][82];
- доброволец һәләк булған осраҡта ғаилә ағзалары араһында 3,1 млн һум күләмендә страховка түләүе тигеҙ өлөштәрҙә бүленә[83].
- 2024 йылдың 2 апрелендә Дәүләт Думаһы Махсус хәрби операцияла (МХО) һәләк булған яугирҙарҙың ҡатындарына ире үлгән көндән алып бер йыл дауамында эш урынын һаҡлауҙы гарантиялаған закон ҡабул итә. Был ҡатын ҡабаттан кейәүгә сыҡҡан йәки хеҙмәт тәртибен бер нисә тапҡыр боҙған осраҡтарға ҡағылмай[84].
- 2024 йылдың 26 декабрендә Владимир Путин әсирлеккә эләккән йәки хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙең балаларына айлыҡ социаль түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы (указ Махсус хәрби операциянан (МХО) тыш, контртеррористик операция үткәрелгән территорияларҙа йәки Сүриә Ғәрәп Республикаһы территорияһында махсус бурыстарҙы үтәүгә лә ҡағыла). Түләү күләме Рәсәй Федерацияһы субъектында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумына тиң[85][86].
Кредит һәм һалым:
- хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзалары, уның ҡарамағында булған кешеләр һәм бергә кредит алыусылар кредит каникулдарын рәсмиләштереү хоҡуғына эйә (мобилизацияланған кеше һәләк булған йәки уға беренсе төркөм инвалидлыҡ бирелгән осраҡта бурыс тулыһынса юҡҡа сығарыла)[87];
- хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһенә бирелгән матди ярҙамға килем һалымы һалынмай[88];
- льготалы автокредит[89];
- хәрбиҙәрҙең мираҫ булып ҡалған күсемһеҙ милкенә милек хоҡуғын Росреестрҙа теркәгән өсөн дәүләт пошлинаһын түләү бөтөрөлдө[90].
Медицина:
Белем биреү буйынса өҫтөнлөктәр:
- МХО-ла барлыҡ ҡатнашыусыларҙың балалары йәшәгән урындарындағы мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына тәү сиратта ҡабул ителә[94];
- МХО-ла һәләк булған һәм яраланған яугирҙарҙың балалары Суворов һәм кадет училищеларына имтиханһыҙ алына[95];
- МХО-ла барлыҡ ҡатнашыусыларҙың балалары юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөккә эйә[96];
- МХО-ла барлыҡ ҡатнашыусыларҙың балалары ятаҡта урын алғанда өҫтөнлөккә эйә[96];
- МХО-ла барлыҡ ҡатнашыусыларҙың балалары юғары уҡыу йортонан матди ярҙам алырға хоҡуҡлы[96].
Мәҙәниәт:
- федераль мәҙәниәт учреждениеларына инеү бушлай[73].
Гарантиялар
- МХО-ла ҡатнашыусының тол ҡатынын яугир һәләк булғандан һуң бер йыл дауамында эштән ебәреү тыйыла[97].
Өҫтәмә мәғлүмәт
2024 йылдың ғинуарында Дәүләт Думаһына һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың никахын рәсми теркәмәй йәшәгән ҡатындарының мәнфәғәттәрен яҡлаған ҡанун проекты индерелде. Документҡа ярашлы, бындай ғаиләләр, мөнәсәбәттәр ЗАГС-та теркәлмәгән булһа ла, тейешле бөтә льготаларҙы һәм түләүҙәрҙе аласаҡ[100]. 2024 йылдың майында хөкүмәт закон проектын хупланы һәм фактик мөнәсәбәттәрҙе законлы тип таныу өсөн шарт ҡуйҙы: был мөнәсәбәттәрҙең ысынлап та булыуын һәм парҙың яугир МХО-ла һәләк булғанға тиклем айырылышмауын иҫбатларға кәрәк[101].
2024 йылдың февралендә МХО буйынса эшсе төркөм МХО-ла алты ай доброволец булғандарҙы артабан ваҡытлы хеҙмәт үтеүҙән азат итергә тәҡдим итте[102].
Шулай уҡ РФ Хөкүмәте контрактсылар һәм мобилизацияланғандарға яоциаль ярҙамға 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлде[103]тейешле хеҙмәт йылы өсөн пенсия түләүҙәре алған хәрби хеҙмәткәрҙәргә пенсияларын тулыһынса компенсацияланасаҡ[104].
2024 йылдың 17 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ Хөкүмәтенә МХО зонаһына йөк ташыған транспортҡа түләүле трассалар буйлап бушлай үтеү хоҡуғын тәьмин ҡушты[105].
2024 йылдың мартында Краснодар крайы судының апелляция коллегияһы МХО-ла һәләк булған ҡотҡарыусы Георгий Котовецтың ғаиләһен торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сиратынан алып ташлауҙың законһыҙ булыуы тураһында ҡарар сығара: крайҙың ТЭК һәм ЖКХ министрлыҡтары, МХО-ға тиклем ҡабул ителгән ҡанун нормаларына нигеҙләнеп, Котовец «ҡотҡарыусы бурыстарын башҡарғанда һәләк булмаған» тип, уның ғаиләһен һыҙып ташлай. Апелляция коллегияһы түбәнге суд инстанцияларының ҡарарын кире ҡағып, Георгий Котовец ғаиләһе мәнфәғәттәрен яҡлаған Краснодар Үҙәк ҡала эсе округы прокуроры Сергей Прихленконың талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә: ғаиләнең торлаҡҡа сиратын тергеҙергә һәм уға торлаҡ бинаһын үҙ милкенә күсереү өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе бирергә[106].
2024 йылдың 29 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын биреү тәртибен һәм берҙәм өлгөләге таныҡлыҡтар биреүҙе ябайлаштырҙы. Элек ветеран статусын алыу өсөн контракт күсермәһе мотлаҡ булһа, хәҙер уны яраланыу йәки Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән наградланыу тураһындағы документтар нигеҙендә алырға була[107].
2024 йылдың апрелендә Дәүләт Думаһына хәрби хәрәкәттәр ветерандарына түләүҙәрҙе ғаризаһыҙ, автоматик рәүештә түләүҙе ҡараған закон проекты индерелә[108].
2024 йылдың апрелендә Национальная ассоциация офицеров запаса «Мегапир» запастағы офицерҙарҙың милли ассоциацияһы ил буйынса МХО ветерандарына социаль ярҙам үҙәктәре булдырырға тәҡдим итә[109].
2024 йылдың 23 авгусында Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Дәүләт Думаһына МХО-ла ҡатнашыусыларҙы енәйәт яуаплылығынан азат итеү тураһында проект индерә[110].
2025 йыл
2025 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Рәсәйҙә бер нисә төр льгота һәм түләүҙәр, шул иҫәптән яраланған осраҡта айлыҡ түләүҙәр һәм компенсацияларҙы ла индереп, шулай уҡ, ғаилә ағзаһы һәләк булғанда, ғаилә ағзалары ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия ала ала. Улар ипотека һәм ҡулланыу кредиттары өсөн кредит каникулдары менән файҙалана һәм суд акты булғанда кредит буйынса бурыстарын бөтөрә ала. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре торлаҡ ремонтлау өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуҡлы, шулай уҡ айырым түләүҙәр буйынса НДФЛ түләүҙән азат, һалымдар буйынса отсрочкаға һәм милеккә һалымға льготаға эйә. Ҡатнашыусыларға икеләтә страховка стажы иҫәпләнә, был пенсияға ике йыл алдан сығыу мөмкинлеге бирә. Ә Эшләп йөрөгән ҡатнашыусыларҙың эш урыны һәм хеҙмәт вааҡытында эш хаҡы кимәле һаҡлана, шулай уҡ отпускылары йыйылып бара. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә һәм пенсияға өҫтәмә, ЖКХ- өсөн компенсация кеүек өҫтәмә льготаларға эйә. Ә урындағы властар төбәккә ҡарап улар өсөн үҙенсәлекле ярҙам саралары булдыра ала[111].
2025 йылдың 6 мартында РФ Президенты Владимир Путин МХО яугирҙары ғаиләләренә тотош Рәсәй өсөн берҙәм стандарт булдырырға тәҡдим итте, ә төбәктәр уға үҙҙәренең сараларын ҡуша ала[112]. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәләк булғанда, түләүҙәрҙе уны балиғ булғанға тиклем 5 йыл тәрбиәләгән ғаилә ла ала ала[113]. Шулай уҡ президент МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләлре буйынса Хөкүмәткә ҡушылған йөкләмәләр исемлеген раҫланы:
- социаль контракт программаһы буйынса ветерандарға — МХО-ла ҡатнашыусыларға айырым ярҙам йүнәлеше булдырырға;
- махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың барлыҡ категорияһына ла хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын биреүҙе тәьмин итеү;
- 2014 йылдың майынан ДХР һәм ЛХР көстәре составында ярты йылдан ашыу һуғышыусыларҙы хәрби хеҙмәттән азат итергә;
- МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк социаль ярҙамы күрһәтеүҙәң база стандартын эшләргә;
- МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың балиғ булған балаларын яугирҙарҙың һәләк булыуына бәйле түләүҙәргә хоҡуғы булыусылар исемлегенә индерергә;
- махсус операцияла һәләк булған ҡатнашыусының балиғ булмаған балаларына билдәләнгән түләүҙәрҙе һаҡлау механизмын тәьмин итергә;
- МХО-ла һәләк булған ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн ҡаралған айырым соцаиль ярҙам сараларын уларҙың балиғ булмаған ҡусты-һеңлеләренә ьараьыу мөмкинлеген ҡарарға;
- «Ватанды һаҡлаусылар» фонды эшмәкәрлеген махсус операцияла хәбәрһеҙ юғалған ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә лә таратырғ;
- «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалдарының матди-техник тәьминәте системаһын камиллаштырырға[114].
2025 йылдың 7 апрелендә Владимир Путин МХО-ла яраланған ҡатнашыусыларҙың ата-әсәһенә, тормош иптәштәренә, уларҙы тәрбиәләү өсөн өҫтәмә 35 көн отпуск тураһында ҡанунға ҡул ҡуя[115]. 2025 йылдың 22 июлендә Дәүләт Думаһы МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың граждан ҡатындарының льготаға хоҡуғы тураһында закон ҡабул итә. Бының өсөн уларҙың мобилизацияланғанға йәки контракт төҙөгәнгә тиклем өс йыл бергә йәшәүе, уртаҡ хужалыҡ алып барыуы һәм уртаҡ балиғ булмаған балалары булыуы шарт[116].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Какие льготы положены ветеранам боевых действий. http://duma.gov.ru (18 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Пограничники — участники спецоперации получили статус ветеранов боевых действий. http://duma.gov.ru (15 июль 2022).
- ↑ Владимир Кузьмин. Участники СВО будут получать удостоверения ветерана в беззаявительном порядке. https://rg.ru (29 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ С какого времени мобилизованный гражданин может получить звание «ветеран боевых действий»? https://объясняем.рф (11 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Добровольцы, воевавшие в зоне СВО, получат удостоверения ветерана боевых действий. https://объясняем.рф (24 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Можно ли оформить удостоверение участника боевых действий, дающее право на получение льгот, сразу после начала участия в специальной военной операции? https://объясняем.рф (9 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2023-1012.
- ↑ Ополченцы Донбасса получат статус ветерана боевых действий. http://duma.gov.ru (20 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Иван Петров. Путин поручил присваивать статус ветерана участникам СВО без контракта. https://rg.ru (28 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2024.
- ↑ Правительство упростило порядок получения справки об участии в СВО - Российская газета (10 октябрь 2024). 10 октябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 http://duma.gov.ru/news/54983/. http://duma.gov.ru (18 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Федеральный закон от 19.12.2023 г. № 602-ФЗ. Президент России (19 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2024.
- ↑ Татьяна Замахина. В Госдуме оценили решение президента о предоставлении участникам СВО земли. https://rg.ru (7 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Сергей Винник. Заслужили жизнь у моря: В Крыму участники специальной военной операции получат землю на берегу. https://rg.ru (2 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Иван Петров. Отличившимся в боях в СВО дадут землю. https://rg.ru (20 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Дина Непомнящая. Участники СВО получат бесплатную землю на Камчатке. https://rg.ru (26 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Путин поручил распространить дальневосточную ипотеку на участников СВО (5 февраль 2024). 5 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Перечень поручений по итогам рабочей поездки в Архангельскую область. Официальный сайт президента России (5 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2024.
- ↑ Путин заявил о льготах для участников спецоперации при поступлении в вузы. 4 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин поручил кабмину установить приоритет очередности социальной газификации льготников. https://tass.ru (19 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 14.11.2022 г. № 2055. http://government.ru (14 ноябрь 2022).
- ↑ Андрей Рубцов. Помощь участникам СВО и их близким: кому и какие льготы положены. https://tass.ru (14 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Как будет оплачена служба мобилизованных? Какие выплаты и льготы им положены? https://объясняем.рф (26 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Карьере участников СВО помогут социальные лифты. https://объясняем.рф (23 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ За участие в специальной военной операции начисляются особые пенсионные коэффициенты. https://sfr.gov.ru (19 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Пенсионные коэффициенты участников СВО засчитываются в двойном размере Об этом сообщает "Рамблер". Далее: https://finance.rambler.ru/money/49834509/?utm_content=finance_media&utm_medium=read_more&utm_source=copylink. https://finance.rambler.ru (8 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Военным пенсионерам, возобновившим службу, сохранят повышенные пенсии. http://duma.gov.ru (23 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 5 Меры поддержки военнослужащих и мобилизованных граждан, а также их семей. https://sfr.gov.ru (17 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 С 1 февраля 2023 года увеличатся выплаты федеральным льготникам. https://sfr.gov.ru (31 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ С 1 февраля 2023 года увеличатся выплаты федеральным льготникам. http://publication.pravo.gov.ru (2-23-01-31). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 30.04.2022 № 248 "О дополнительных социальных гарантиях лицам, направленным (командированным) на территории Донецкой Народной Республики, Луганской Народной Республики, и членам их семей". http://publication.pravo.gov.ru (30 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Правительство утвердило правила выплаты страховки для добровольцев. http://government.ru (29 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2023.
- ↑ Часть духовенства в зоне СВО получила соцгарантии от государства (20240312T1822). 12 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Приказ Министра обороны Российской Федерации от 06.12.2019 № 727 "Об определении Порядка обеспечения денежным довольствием военнослужащих Вооруженных Сил Российской Федерации и предоставления им и членам их семей отдельных выплат" (Зарегистрирован 15.01.2020 № 57168). http://publication.pravo.gov.ru (16 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Федеральный закон от 07.11.2011 г. № 306-ФЗ О денежном довольствии военнослужащих и предоставлении им отдельных выплат. http://www.kremlin.ru (7 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Путин порекомендовал выделить участникам СВО 100 тыс. рублей на газификацию. https://aif.ru (22 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2023.
- ↑ В России продлили меры поддержки медработников, помогающих участникам СВО (15 март 2024). 15 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин подписал закон о двух пенсиях для семей погибших участников СВО. РИА "Новости" (29 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2024.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31.07.2024 № 644 "О единовременной денежной выплате военнослужащим, проходящим военную службу по контракту в Вооруженных Силах Российской Федерации". Официальное опубликование правовых актов (31 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2024.
- ↑ Путин распространил на Росгвардию выплату в 400 тысяч рублей за контракт на СВО. russian.rt.com (25 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2024.
- ↑ Правительство разъяснило порядок выплат в зависимости от увечий (13.11.2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Разовую выплату участникам СВО при получении ранения увеличили до 4 млн рублей (14 ноябрь 2024). 14 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин распространил выплаты участникам СВО за инвалидность на волонтеров (09.12.2024). 9 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Выплаты ветеранам СВО будут назначать в беззаявительном порядке. https://объясняем.рф (22 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Как будет оплачена служба мобилизованных? Какие выплаты и льготы им положены? https://объясняем.рф (26 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Деньги в мобилизационном режиме. Как призванным на военную службу распорядиться своими финансами. https://объясняем.рф (4 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Поддержка участников специальной военной операции и членов их семей. http://duma.gov.ru (27 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Как работают кредитные каникулы для мобилизованных. http://duma.gov.ru (22 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Участники СВО смогут обратиться за кредитными каникулами до конца 2024 года. 26 декабрь 2023 тикшерелгән.
- ↑ Мобилизованные предприниматели освобождены от статистической отчётности. http://government.ru (16 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Федеральный закон от 21.11.2022 № 443-ФЗ "О внесении изменений в статью 4 части первой, часть вторую Налогового кодекса Российской Федерации и отдельные законодательные акты Российской Федерации". http://publication.pravo.gov.ru (21 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Кому положен льготный автокредит в 2023 году? https://объясняем.рф (23 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Принят закон о списании процентов по кредитам участников СВО. http://duma.gov.ru (2 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
- ↑ ГД приняла закон о списании просроченных кредитов для участников СВО (19 ноябрь 2024). 19 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Меры поддержки военнослужащих и мобилизованных граждан, а также их семей. https://sfr.gov.ru (15 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Кабмин утвердил порядок оказания медицинской помощи добровольцам. https://объясняем.рф (1 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Меры поддержки военнослужащих и мобилизованных граждан, а также их семей. https://sfr.gov.r (15 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Одобрен закон о льготах для участников СВО при поступлении в вузы и колледжи. https://объясняем.рф (21 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Путевка в будущее: какие льготы помогут участникам СВО получить профессию. https://объясняем.рф (12 июль 2023).
- ↑ В вузы зачислили около 7 тыс. человек по льготе для участников СВО. https://объясняем.рф (1 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Участники СВО смогут перевестись на бюджетное обучение в вузе. https://объясняем.рф (3 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Одобрен закон о льготах для участников СВО при поступлении в вузы и колледжи. https://объясняем.рф (21 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Участники СВО получат дополнительные баллы при поступлении в вуз. https://объясняем.рф (30 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Госдума приняла закон об освобождении от уголовного наказания для контрактников. Известия (19 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2024.
- ↑ Приняты законы, закрепляющие возможность освобождения от уголовной ответственности при заключении контракта с ВС РФ. Государственная Дума Федерального Собрания Российской Федерации (19 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 март 2024.
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 30.12.2021 № 2579 "Об утверждении Правил предоставления инвалидам (в том числе детям-инвалидам), имеющим транспортные средства в соответствии с медицинскими показаниями, или их законным представителям компенсации в размере 50 процентов от уплаченной ими страховой премии по договору обязательного страхования гражданской ответственности владельцев транспортных средств, а также представления Пенсионному фонду Российской Федерации сведений для предоставления указанной компенсации, изменении и признании утратившими силу некоторых актов и отдельных положений некоторых актов Правительства Российской Федерации". http://publication.pravo.gov.ru (6 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Для участников СВО и их семей приняты новые меры поддержки. https://объясняем.рф (16 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Участники СВО получили право на бесплатную юридическую помощь. https://объясняем.рф (14 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Оказание бесплатной юридической помощи. https://zaschitniki-otechestva.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 октябрь 2023.
- ↑ Родные бойцов СВО смогут зарегистрировать их по месту жительства (20240117T1253). 23 ғинуар 2024 тикшерелгән.
- ↑ Билетная программа регулярного чемпионата. https://cska-hockey.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2024.
- ↑ Добровольцев со спецоперации предложили освободить от срочной службы. 21 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Участники военной операции получат приоритет при регистрации на авиарейсы (9 апрель 2024). 9 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Ветераны СВО и их семьи будут бесплатно посещать федеральные учреждения культуры (26 июль 2024). 26 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Жилищные права семей участников СВО дополнительно защищены. http://duma.gov.ru (16 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Какие основные социальные гарантии положены военнослужащим по контракту и членам их семей? https://объясняем.рф (14 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Компенсация коммунальных платежей. https://sfr.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Супруги военнослужащих, погибших при исполнении обязанностей, будут получать максимальные меры социальной поддержки. http://duma.gov.ru (18 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 Поддержка семей военнослужащих, которые погибли или пропали без вести в ходе СВО. https://sfr.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Владислав Куликов. Участники СВО и их семьи освобождены от начисления пеней за неуплату услуг ЖКХ. https://rg.ru (19 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Федеральный закон от 13 июня 2023 г. N 229-ФЗ "О внесении изменений в отдельные законодательные акты Российской Федерации". https://rg.ru (20 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Семьям мобилизованных разрешили не платить за них за воду и газ (15 апрель 2024). 15 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Взрослые дети погибших в спецоперации бойцов получат выплаты - Российская газета (10 апрель 2024). 12 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Правительство утвердило правила страховых выплат для добровольцев. https://ria.ru (29 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 ноябрь 2023.
- ↑ Дума приняла закон о запрете увольнять в течение года вдов участников СВО (2 апрель 2024). 2 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Путин подписал указ о выплатах детям военнопленных (26 декабрь 2024). 26 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 26.12.2024 № 1110 ∙ Официальное опубликование правовых актов. Официальное опубликование правовых актов (26 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2024.
- ↑ Госдума приняла закон о кредитных каникулах для всех созаемщиков участников СВО. https://объясняем.рф (19 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Президент РФ подписал закон об освобождении от налогов матпомощи участникам СВО. https://объясняем.рф (21 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Кому положен льготный автокредит в 2023 году? https://объясняем.рф (27 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Совфед одобрил отмену пошлин за недвижимость для наследников участников СВО - Российская газета (18 апрель 2024). 25 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Поддержка участников СВО и членов их семей — приоритет весенней сессии ГД. http://duma.gov.ru (11 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Какие основные социальные гарантии положены военнослужащим по контракту и членам их семей? https://объясняем.рф (14 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Будут ли предоставляться льготы на санаторно-курортное лечение семьям мобилизованных? https://объясняем.рф (9 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Детям бойцов СВО дадут места в школах, детсадах и летних лагерях вне очереди. https://объясняем.рф (25 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Имеют ли дети погибших/раненых участников спецоперации льготы при поступлении в Суворовские училища? https://объясняем.рф (29 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 Как вузы поддержат участников СВО и их детей? https://объясняем.рф (26 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Госдума приняла закон о запрете увольнять вдов участников СВО (2 апрель 2024). 4 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Адреса филиалов. https://zaschitniki-otechestva.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2023.
- ↑ Поддержка ветеранов: как работает Фонд «Защитники Отечества»? https://объясняем.рф (1 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ Спецоперация, 30 января: закон защитит гражданских жен погибших бойцов СВО. https://ria.ru (30 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2024.
- ↑ Правительство поддержало признание супругами погибших на СВО сожительниц. Известия (20 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2024.
- ↑ Добровольцев СВО со стажем от полугода предложено освободить от срочной службы. Комсомольская правда (21 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2024.
- ↑ Правительство выделило ₽4 млрд на выплаты мобилизованным пенсионерам (26 февраль 2024). 26 февраль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Кабмин выделит больше 4 млрд рублей на соцподдержку ряда мобилизованных и контрактников. Профиль (26 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2024.
- ↑ Путин поручил усовершенствовать механизм доставки гуманитарных грузов в зону СВО. 18 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Закон Георгия Котовца - Российская газета (21 март 2024). 25 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ В России упростили порядок присвоения статуса ветерана боевых действий (29 март 2024). 29 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ Выплаты участникам боевых действий начнут назначать автоматически - Российская газета (7 апрель 2024). 9 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Совет экспертов: Для ветеранов СВО предложено создать специальные центры для соцподдержки - Российская газета (17 апрель 2024). 19 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ В ГД внесли проект об освобождении участников СВО от уголовной ответственности (23 август 2024). 23 август 2024 тикшерелгән.
- ↑ Льготы участникам СВО в 2025 году: какие положены, социальные гарантии, поддержка и привилегии бывшим и действующим участникам СВО, их семьям, детям, родителям. 10 февраль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Путин предложил ввести общий стандарт поддержки семей бойцов СВО (6 март 2025). 6 март 2025 тикшерелгән.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии принят закон по единовременной выплате в 2 млн рублей. ИА "Башинформ" (26 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июнь 2025.
- ↑ Путин дал поручения по поддержке участников СВО и их близких (10.03.2025). 10 март 2025 тикшерелгән.
- ↑ Путин подписал закон о дополнительном отпуске семьям раненых участников СВО. ria.ru (7 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2025.
- ↑ ГД приняла закон о праве на льготы гражданским женам погибших бойцов СВО. tass.ru. ТАСС (22 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2025.