Яҙғы йыр

«Яҙғы йыр» (рус. Весенняя песнь; һөйләштә «Ҡурай уйнаусы малай») — Өфө ҡалаһының Октябрь районында «Искра» кинотеатры алдында «Ҡурай уйнаусы малай» скульптураһы ҡуйылған фонтан[1][2][3][4][5].

1920 йылдар башында күмелгән «Нурлызаҡ» минераль сығанағы урынында ҡуйылған[6].

Архитекторы — Т. Н. Милорадович. «Ҡурай уйнаусы малай» скульптураһы авторы — М. А. Соловьева-Ефимова.

Тасуирламаһы

«Ҡурай уйнаусы малай» скульптураһы башҡорт орнаменты менән биҙәлгән фонтан соҡороноң уртаһындағы колоннаға ҡуйылған.

Тарихы

Фонтан РСФСР художество фондының Ленинград бүлексәһе заказы буйынса эшләнә. Скульптора өлөшөн Соловьёва-Ефимова Маргарита Александровна (рус.)баш., ә архитекторы Милорадович Татьяна Николаевна башҡара[6].

1971 йылдың ҡышында фонтан авторҙары М. А. Соловьева-Ефимова һәм Т. Н. Милорадович, архитектор Васильковский Владимир Сергеевич (рус.)баш. менән бергә Өфөгә, фонтан проектын КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында раҫлау өсөн килә. Скульптура эскизының ике варианты тәҡдим ителә: беренсеһендә ҡурай уйнаған малай башҡорт милли кейемендә, ә икенсеһендә яланғас килеш һүрәтләнә. Һөҙөмтәлә икенсе вариант раҫлана.

Скульптура Ленинград монументаль скульптура заводында (рус.)баш. ҡойола.

Фонтан 1974 йылда асыла.

2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына реставрациялана[7][8].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Уфимские фонтаны и мозаичные панно // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Ю. Узиков. Греки спасли «Мальчика с кураем» / Краеведческий калейдоскоп // Бельские просторы : журнал. — 2007. — № 3. Архивировано 28 сентябрь 2022 года.
  3. Скульптура «Мальчик с кураем» - Культурный мир Башкортостана. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025. Архивировано 28 сентябрь 2022 года.
  4. Из жизни фонтанов: голого мальчика с кураем в центре Уфы поставили по распоряжению обкома партии. u7a.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025. Архивировано 28 сентябрь 2022 года.
  5. Фонтан «Мальчик с кураем». visit-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2022. Архивировано 28 сентябрь 2022 года.
  6. 1 2 Пруфы.рф. Самые известные фонтаны Уфы: история и легенды (3 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025.
  7. UFA1.RU. Шелковые струи: любуемся уфимскими фонтанами и прощаемся с ними до следующего лета (8 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025.
  8. Уфимцы встретили обновленного «Мальчика с кураем»  (рус.), Коммерсантъ (10 октябрь 2024). 24 октябрь 2025 тикшерелгән.