Башҡортостан Республикаһы көнө
Башҡортостан Республикаһы көнө (рус. День Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһының төп дәүләт байрамы.
Байрам тарихы
Башҡортостан Республикаһы көнө йыл һайын 11 октябрҙә билдәләнә. Был байрам 1990 йылдың 11 октябрендә ҡабул ителгән Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларацияның йыллығына арнала. Республика көнө — Башҡортостандың төп дәүләт байрамдарының береһе, уның хөрмәтенә киң күләмле рәсми һәм күңел асыу саралары, концерттар һәм спорт ярыштары үткәрелә. Байрам тарихы СССР республикаларының СССР-ҙан бойондороҡһоҙлоҡ алыуынан башлана. Ул ваҡытта Башҡорт АССР-ы, Советтар Союзының бер республикаһы булараҡ, үҙенең суверенитеты һәм мөстәҡил дәүләт төҙөү юлына күсеүе тураһында ҡарар ҡабул итә. Был ваҡиға Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ формалашыу юлындағы мөһим аҙым була.[1]
Байрам итеү
Республика көнөн байрам итеүгә күп төрлө мәҙәни һәм спорт саралары инә. Традицияға әйләнгән сараларҙың береһе — Өфө ҡалаһында Хөкүмәт йорто алдында Башҡортостан флагын тантаналы күтәреү. Шулай уҡ парадтар, күңел асыу, халыҡ ижады өлгөләре күргәҙмәләре, йәрминкәләр, спорт ярыштары һәм урындағы артисттарҙың һәм коллективтарҙың сығыштары ойошторола.
Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәтенә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Был көндө музейҙарға экскурсиялар, республиканың әһәмиәтле ваҡиғаларына һәм күренекле шәхестәренә арналған лекциялар һәм әңгәмәләр ойошторола[2].
Республиканың бөтә тарафтарында ла төрлө саралар үтә, Республика көнөнә арналған спорт ярыштары ойшторола. Бынан тыш, ауыл хужалығы продукцияһы һәм көндәлек ҡулланыу тауарҙары тәҡдим иткән йәрминкәләр асыла. Республика предприятиелары етештергән заманса ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе үткәрелә. Был көндө әҙәби-музыкаль кисәләр, уҡыусылар конференциялары, тематик осрашыуҙар, төрлө күргәҙмәләр була. Концерттар программаһына рус һәм башҡорт шағирҙары, композиторҙары ижад иткән рус һәм башҡорт телендәге шиғырҙар һәм йырҙар инә[3].
Башҡортостан Республикаһы көнө төбәк халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул уларҙың берҙәмлеген һәм тыуған ерҙәренә булған ғорурлыҡтарын символлаштыра. Байрам милли үҙаңды һәм патриотизмды үҫтереүгә, шулай уҡ Башҡортостан халҡының мәҙәниәте һәм традициялары үҫешенә булышлыҡ итә.
Традициялар
- Традиция булараҡ, Башҡортостан Республикаһы көнө Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башлана.
- Байрам көндәрендә С. Юлаев, Ш. Бабич, Ш. Хоҙайбирҙин һәм башҡа республика, йәштәр, журналистар премиялары лауреаттары тәбрикләнә.
- Өфө ҡалаһының ете районында, республика ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә тантаналы йыйылыштар, концерттар, төрлө форматтағы саралар, фестивалдәр, спорт ярыштары үтә.
- Парктарҙа һәм уйын майҙансыҡтарында балалар өсөн программалар уйынға ғына ҡоролмай, танып-белергә лә өйрәтә.
- Барлыҡ район һәм ҡала майҙандарында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре эшләй.
2025 йыл программаһы
2025 йылдың 26 авгусында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 35 йыллығын[4] үткәреүгә әҙерлек һәм үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуя[5].
Өфө
Байрам алдынан баш ҡалала тантаналы йыйылыштар, тематик лекциялар һәм тематик сәғәттәр, күргәҙмәләр, конкурстар, кино күрһәтеүҙәр ойошторола[6]. 9 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Пётр Дранганың Башҡортостан Республикаһының Симфоник оркестры менән хәйриә концерты үтә. «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге «ЭтноКод: Донъялар бәйләнеше» интерактив этношоуының премьераһын тәҡдим итә. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей экспозициялар буйынса экскурсиялар үткәрә һәм Булат Йосоповтың «Беренсе республика» нәфис фильмын тәҡдим итә. Ф. И. Шаляпин исемендәге Музыка музейында Республика көнөнә «Тыуған яҡ моңдары» яңғырай. 10 октябрҙә республика беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Ҡурай көнөн Башҡортостан Республикаһы ҡурайсыларының дәүләт ансамбле концерты менән билдәләйәсәк[7].
Ғәҙәт буйынса, 11 октябрҙә Республика көнө Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башлана. Уҡыусылар «шайморатовсылар» сафына ҡабул итеү Совет майҙанындағы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле эргәһендә ҡабул ителә.
Ҡаланың ете районында ла был көндә байрам саралары үтә: Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында (Киров районы) «Сәскә ат, тыуған Башҡортостан!» тамашаһы, Дим районының «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында — «Минең Республикам — минең йыуанысым», Калинин районының «Беренсе Май» паркында — «Сәскә ат, Республикам!», Ленин районында «тулҡын» паркында — «Республикамды яратам!» , Октябрь районында «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында — «Мин был ерҙе тыуған ил тип атайым», Орджоникидзе районының Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда — «Башҡортостан — минең сәңгелдәгем» һәм Совет районы Иван Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында балалар һәм ата-әсәләр өсөн ял программаһы[6].
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында барлыҡ теләүселәр «Алға, Башҡортостан» темаһына диктант яҙа. Өфө тарихы музейы хеҙмәткәрҙәре «Өфө — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы», «Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары» темаһына лекциялар һәм край тарихы буйынса викторина уҙғара[6]. С. Т. Аксаковтың Мемориаль йорт-музейында Башҡортостан рәссамдары А. А. Петриков, Г. В. Прокшин, А. Г. Соловьёв, А. С. Фадеевтың күргәҙмәләре асыла. Башҡортостандан сыҡҡан билдәле кешеләр — ҡотопсолар, хәрби моряктар менән В. И. Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейы таныштыра.
«Родина» кинотетарында «Беренсе республика» фильмы күрһәтелә, шулай уҡ А. Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы муниципаль райондар кинозалдарында, район мәҙәниәт йорттарында «Рожденный дважды», «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли костюмдары», «Ләйсән. Яҙғы ямғыр», «Төньяҡ амурҙары», «Беренсе республика» киноларын бушлай күрһәтә[7].
Спорт һөйөүселәр «Ҡашҡаҙан» һәм Урмансылар парктарында «Биш сыҡрым» тип аталған старттарҙа ҡатнашып, 5 километрҙы йүгереп йәки атлап үтә ала[8].
«Мега»ның үҙәк майҙанында «Бәрәкәт» кафеһы барлыҡ теләүселәрҙе бушлай былау менән һыйлай, ә һөнәрселәр йәрминкәһендә оҫталар ҡул эштәре менән ҡыуандырып, теләүселәргә оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Киске сәғәт 4-тә Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимовтың концерты була. «Тинькофф Холл»да башҡорт һәм татар эстрада артистары ҡатнашлығында «Бик Матур» фестивале үтә[9].
Театрҙар
Байрам көндәрендә республика театрҙарҙы үҙҙәренә саҡыра. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Эҙләнем, бәғерем, һине...» спектаклен күрһәтә. Рус дәүләт академия драма театры тамашасы хөкөмөнә ике күренештәге «Луна и листопад» лирик драмаһын сығара. йәш тамашасыларҙы был көндә Ҡурсаҡ театры «Буратина» һәм башҡорт телендә «Етем төлкө» әкиәте менән ҡыуандырасаҡ. Йәштәр театры «Аҡмулла» хикәйәтенә саҡыра. «Нур» татар театрында — «Барыһы ла башлана ғына әле» тамашаһы[8].
Китапханалар
Баш ҡала китапханаларында байрам саралары 8—10 октябрҙә үтә. Уларҙың хеҙмәткәрҙәре төбәктең бай мәҙәни тормошона сумырға, үҙ эсенә крайҙы өйрәнеү, әҙәби осрашыуҙарҙы, тематик әңгәмәләр һәм дәрестәрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен, китап һәм халыҡ ижады экспонаттарын, квиздарҙы, аҡыл уйындарын үҙ эсенә алған бай программа аша башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға саҡыра[10].
Яңы объекттар
Республика көнөнә яңы объекттар асыу ҙа тап килтерелгән. Воровский урамы киҫелешендәге күпер, падел-клуб асыласаҡ. Шулай уҡ буласаҡ Өҫтәл теннисы үҙәгенә иҫтәлекле беренсе нигеҙ ташын һалыу ҙа планлаштырыла[11].
Йәрминкәләр
Республиканың 43 районында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә, уларҙа республика фермерҙарының продукцияһы 53 майҙансыҡта тәҡдим ителәсәк[8].
Ҡала һәм райондар
Ғафури районы
Сәйетбаба ауылында Республика көнөнә һәм Ҡурай көнөнә арналған «Республикам көнө!» тип аталған байрам концерты ойошторола[12].
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
Стәрлетамаҡ ҡалаһында байрам саралары 5 октябрҙә үк «Тыуған ер илһамы» тип аталған музыкаль-шиғри лекторий менән башланып, 12 октябргә тиклем дауам итә. Программа шиғыр һөйләүселәр конкурсын, крайҙы өйрәнеү сәғәттәре һәм квиздарын, аҡыл уйындарын, концерттарҙы, рус шашкаһы буйынса турнирҙы, патриотик тематиканы, армрестлинг буйынса ҡала беренселеген, футбол буйынса ярыштарҙы, ижади оҫтаханаларҙы, «Аулаҡ» башҡорт халыҡ йолаһын һәм башҡа сараларҙы үҙ эсенә ала[13].
Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре
Екатеринбург башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә — Башҡорт мәҙәниәте көнө, Ырымбурҙа — «Сәскә ат, Башҡортостан!» тип аталған сара үтәсәк, Силәбелә Башҡортостанға арналған картиналар, фотографиялар һәм баҫма нәшриәт күргәҙмәһе асыла[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Акманов И.Г. История Башкортостана с древнейших времён до наших дней / Н. С. Ахметов; пер. с англ. А. Б. Васильева. — Уфа: Китап, 2004. — 490 с. — ISBN 5-295-03488-7.
- ↑ День Башкирии в Уфе: что, где, когда. МедиаКорСеть (19 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Концертная программа «Цвети, родной Башкортостан!» Министерство культуры Российской Федерации (2 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ В Башкирии создали оргкомитет по подготовке ко Дню Республики. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 26.08.2025 № УГ-850 ∙ Официальное опубликование правовых актов. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 В Уфе представили программу празднования Дня Республики. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 День Республики в Башкирии: концерты, спектакли, выставки. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Евтеева, Елена. Звезды, забег и подарок для всех. Полная афиша ко Дню Республики. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ День республики Башкортостан 2025: полная программа. gorbilet.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ День Республики Башкортостан в массовых библиотеках г. Уфы - Централизованная система массовых библиотек (ЦСМБ) г.Уфа. ufa-lib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ В Башкирии в День Республики откроют ряд важных объектов. 28 ғинуар 2026 тикшерелгән.
- ↑ Праздничный концерт, посвященный ко Дню Республики Башкортостана и Дню курая. «День моей Республики!» culture.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
- ↑ Программа мероприятий, посвящённых Дню Республики Башкортостан. sterlitamakadm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Официальный портал Республики Башкортостан
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». День принятия Декларации о государственном суверенитете Башкирской Советской Социалистической Республики
- Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. В Башкортостане состоится большой праздничный концерт в честь Дня Республики