Ғәлимов Айҙар Ғәни улы

Айҙар Ғәни улы Ғәлимов (рус. Айдар Ганиевич Галимов; 1967 йылдың 23 феврале, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы) — юрист, йырсы-вокалсы, йәмәғәтсе. «Айдар» театр-студияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2025), Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2008) халыҡ артисы.

Биографияһы

Ҡаҙаҡ ССР-ының Целиноград (хәҙерге Астана) өлкәһе Мәҙәниәт ауылында 1967 йылдың 23 февралендә тыуған[1]. Бер йылдан һуң ата-әсәһе Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Оло Кәркәле ауылына күсеп ҡайта. Айҙарҙың бала сағы шунда үтә.

1986 йылда Өфө автотранспорт техникумын уҡып бөткәндән һуң СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла, 7-се гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә.

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) юридик факультетын тамамлай. Икенсе юғары белемен Ҡазан дәүләт педагогия университетында ала.

Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Рәсми вазифаһы — «"Айдар" театр-студияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры һәм художество етәксеһе[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Башҡортостан Республикаһының 4-се[2] һәм 5-се[3] саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.

Ижади эшмәкәрлеге

Дискографияһы

  • 1996 — Туган көнең белән!
  • 1998 — Абага чәчәге
  • 1998 — Вакытларны булмый туктатып…
  • 1999 — Айдар 2000
  • 2000 — Сезнең белән 10 ел бергә
  • 2001 — Бәхет бит ул
  • 2002 — Яшәргә икән, яшәргә!
  • 2004 — Дәрвиш юлы
  • 2005 — Син — минем җанымның яртысы (CD/DVD)
  • 2005 — Еллар. Юллар. Жырлар (Live)
  • 2007 — Лучшие песни 1990—1995 (сборник)
  • 2008 — Син булганда…
  • 2008 — Моң артыннан моңлы сәяхәт (DVD)
  • 2009 — Гомер буйлап барам
  • 2010 — Безнең кино (DVD)
  • 2010 — Алтын коллекция 1990—2000, Алтын коллекция 2000—2010 (МРЗ)
  • 2011 — Сөю юлы (DVD)
  • 2013 — Бер мизгел (DVD)
  • 2014 — Язган язмышыбыз (СD)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2025)[4]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1996)
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2017)[5][6]
  • Салауат Юлаев ордены (2022)[7]

Ғәиләһе

Өфө автомобиль транспорты техникумында уҡығанда танышҡан Зилә Яласова менән ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Гүзәл һәм Айгизә. Улы Данияр. Ике ейәнсәре бар.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Г. Ә. Ғәлимова. Ғәлимов Айҙар Ғәни улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025.
  2. Галимов, Айдар Ганиевич — Иглинский одномандатный избирательный округ № 45, Партия: Единая Россия. Портал:Башкортостан/Список депутатов Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан 4-го созыва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025. (рус.)
  3. Галимов, Айдар Ганиевич, Предуральский избирательный округ № 36. Портал:Башкортостан/Список депутатов Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан 5-го созыва. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025. (рус.)
  4. Инсаф Хужабирганов. Владимир Путин наградил артиста из Башкирии Айдара Галимова высоким званием. ИА «Башинформ» (14 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025. (рус.)
  5. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт (17 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025. (рус.)
  6. Список награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025. (рус.)
  7. Азат Гиззатуллин. Айдар Галимов на свой 55-летний юбилей получил орден Салавата Юлаева из рук Главы Башкирии. ИА «Башинформ» (23 февраль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар