Богородицаның Раштыуа соборы (Өфө)

Богородицаның Раштыуы соборы (рус. Собо́р Рождества́ Богоро́дицы) — Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһының православие кафедраль соборы, XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы. Өфө ҡалаһының тарихи өлөшөндә, Киров (элекке Приютская) һәм Чапаев (элекке Томск) урамдары киҫелешендә урынлашҡан.

Тарихы

Проектлау һәм төҙөлөш

Ғибәҙәтхана төҙөү өсөн урын Өфө ҡалаһының XIX быуат башындағы генераль планында уҡ ҡаралған була — Приютская урамының көнсығыш өлөшөндә. Әммә ғибәҙәтхананың нигеҙе тик 1901 йылда ғына Өфө һәм Миңзәлә епискобы Антонийҙың (Храповицкий) фатихаһы менән һалына.

Храм ике бер-береһенә перпендикуляр урам — Приютская һәм Томск урамдары киҫелешендә төҙөлә һәм ҡала төҙөлөшө композицияһына индерелә, Сергиев һәм Покров сиркәүҙәре менән архитектура бәйләнешен тәшкил итә. Храм тирәләй Приютская (Раштыуа) майҙаны барлыҡҡа килә; урамдың ҡаршы осонда Александров сиркәүе (рус.)баш. һәм шул уҡ исемле майҙан урынлаша.

Сикәү төҙөү 1889 йылда планлаштырыла. Төҙөлөш 1901–1909 йылдарҙа әүҙем башҡарыла. Төҙөлөш сығымдары, нигеҙҙә, Өфө сауҙагәре, меценат, ҡала думаһы гласныйы Никифор Миронович Патокиндың аҡсаһына башҡарыла. Ул махсус төҙөлөш комитетын етәкләй һәм үҙенең байлығының ҙур өлөшөн храм төҙөүгә иғәнә итә.

1909 йылдың 6 сентябрендә храм Пресвятая Богородицаның Раштыуы хөрмәтенә епископ Нафанаил (Троицкий) тарафынан тантаналы рәүештә изгеләндерелә. Төньяҡ төкәтмә Изге Николай Чудотворец хөрмәтенә, ә көньяҡ төкәтмә Архистратиг Михаил исеменә бағышлап изгеләндерелә[1].

Архитектураһы

Храм XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы сиркәү архитектураһына хас булған «кирпес стиле»ндә төҙөлгән. Ҡара-кыҙыл кирбестән эшләнгән биҙәкле орнамент допетров осоро Русь традицияларына барып тоташа һәм Александр III дәүерендә артабан үҫеш ала.

Тәүҙә храмда ике ҡатлы ҡыңғырау манараһы, ағас барабан һәм кирбес төҫөнә буялған көмбәҙ, йәшел ҡыйыҡ һәм бронза тәреләр булған. Соборҙың бейеклеге — 21 м, ҡыңғырау манараһының — 47 м. Храмдың бөгөнгө ҡиәфәте — бинаның, кәм тигәндә, дүртенсе реконструкция һөҙөмтәһе. Эске биҙәлештә һәм иҙәндә мәрмәр таштары ҡулланылған. Йәшел мозаика плиткалары — итальян серпентиниты, ә һоро-зәңгәрҙәре — Көньяҡ Африка граниты. Барлыҡ стеналар һәм түшәмдәр роспись (рус.)баш. менән биҙәлгән[2][3].

Совет осоро

1909–1934 йылдарҙа храмда яңы-мученик руханиҙар Алексей Кулясов (Горшунов) һәм Василий Лезенков хеҙмәт итә. Ябылғанға тиклем приход яңырыусы (обновленческий) юрисдикцияһында була.

1934 йылдың 5 апрелендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән храм ябыла. Төрлө йылдарҙа бинала НКВД төрмәһе, авиация оҫтаханалары, келәттәр урынлаша, ә 1950 йылдар аҙағынан — «Йондоҙ» кинотеатры эшләп килә. Үҙгәртеп ҡороу барышында храм көмбәҙ һәм ҡыңғырау манараһының өҫкө өлөшө һүтелә, терәк конструкциялар алына, өҫтәлмә биналар төҙөлә һәм эске аралыҡтар үҙгәртелә.

1988 йылда бина федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә ((код 021410060340005 в ЕГРОКН).

Сиркәүҙе ҡайтарыу һәм тергеҙеү

1991 йылдың 4 сентябрендә храм Өфө епархияһына кире ҡайтарыла. 1992 йылда храмға боронғо бер нисә икона, шул иҫәптән Ивер Богородица иконаһының һәм «Юғалғандарҙы эҙләп табыу» образдарының, мироточениеһы кире ҡайтарыла. Изге Йәнле Троица иконаһы һәм Сион Горницаһынан «Тайная вечеря» иконаһы храмдың ҡомартҡылары булып тора[4].

Соборҙы тергеҙеүҙә епископ Никон әүҙем ҡатнаша. 1997 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов храмды реставрациялау тураһында указға ҡул ҡуя. Тергеҙеү эштәренә «Башкирэнерго», «Башнефть» кеүек эре республика предприятиелары йәлеп ителә.

2005 йылға өс иконостас ҡуйыла һәм интерьерҙарҙы һынлы яҙыу менән биҙәү тамамлана[1][4].

Хәҙерге торошо

Бөгөнгө көндә собор Өфө епархияһының кафедраль храмы булып тора. Төп реставрация эштәре тамамланған. Собор комплексы территорияһында рухи-ағартыу үҙәгенең административ бинаһын төҙөү алып барыла, йәкшәмбе мәктәбе, трапезная һәм хужалыҡ биналары төҙөү планлаштырыла. Проекттар хәйриәселәр ярҙамы менән тормошҡа ашырыла[5].

Епархия бүлектәре

Храм территорияһында Өфө епархияһының түбәндәге бүлектәре урынлашҡан:

  • Миссионерлыҡ бүлеге;
  • Йәштәр бүлеге;
  • Башҡортостан митрополияһының ирекле ярҙам үҙәге;
  • Сиркәү кәрәк-ярағы һәм рухи әҙәбиәттең епархия келәте;
  • Епархия бухгалтерияһы[6][7].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Возвращенный храм. Уфа: история, экскурсии, находки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
  2. Что связывает кинотеатр с Храмом Рождества Богородицы в Уфе. 9 февраль 2026 тикшерелгән.
  3. Кафедральный собор Рождества Пресвятой Богородицы — Музей истории города Уфы (билдәһеҙ). museum-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
  4. 1 2 Место Памятник Денису Давыдову, Уфа – Афиша (билдәһеҙ). Афиша. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
  5. Кафедральный собор Рождества Пресвятой Богородицы, г. Уфа — официальный сайт (билдәһеҙ). sobor-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
  6. Кафедральный собор Рождества Богородицы, г. Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2016. Архивировано 8 июнь 2016 года.
  7. Образование — Кафедральный собор Рождества Пресвятой Богородицы, г. Уфа (билдәһеҙ). sobor-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.

Тема буйынса өҫтәмә