Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл
Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл — Өфө ҡалаһында ҡуйылған монументаль скульптура.
Тарихы
1975 йылдың 29 апрелендә Минһажев, 8 март һәм Октябрҙең 50-йыллығы урамдары араһындағы скверҙа ҡуйылған һәйкәл.
Пьедесталда өс фигуранан төркөм урынлаштырылған. Скульптура төркөмөнөң үҙәгендә эшсе-тимерсе фигураһы урынлашҡан, ул башы өҫтөндә винтовкаһы менән сүкеше кеүек киҙәнгән. Тимерсе фигураһынан уңда ҡыҙылармеец тора, тимерсенән һулда — крәҫтиән- атлы ғәскәр. Композицияға өлкән йәштәге яугир фигураһы индерелгән, ул тубығына таянған, бер ҡулы менән яраланған йөрәген ҡыҫҡан, ә икенсе ҡулына ҡорал тотҡан. Өс фигура — эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец — уны үҙҙәре менән һаҡлайҙар һәм алға ынтылалар.
Һәйкәл бронзанан эшләнгән, уның дөйөм бейеклеге 12 метр, фигураларҙың бейеклеге — 9 метр. Һәйкәлдең ауырлығы 95 тонна тәшкил итә.
Һәйкәлдең авторҙары: скульптор Лев Кузнецов, архитекторы А. В. Семенов, инженер-конструктор Коткин А.
Һәйкәл төҙөү өҫтөндә эш туғыҙ йыл дауамында алып барыла. 1978 йылда скульптор Кузнецов Л. В. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған.
Ҡыҙыҡлы факттар
Халыҡта һәйкәлдең исеме — «Биш минуттан ете». Был шуның менән бәйле: скульптура ҡаршыһында 19.00. сәғәттә ябылған аҙыҡ-түлек магазины урынлашҡан булған, һәм фигуралар һуңғы көсөнә магазинға ынтылған һатып алыусыларҙы иҫкәрткән булған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Памятник героям Октябрьской революции и гражданской войны. Beauty Ufa (28 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2014.(рус.). Beauty Ufa (2013-12-28). 16 ғинуар 2014 тикшерелгән.
Һылтанмалар
- Памятник героям Октябрьской революции и гражданской войны, г. Уфа. bashmemorial.narod.ru (28 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2014.(рус.). bashmemorial.narod.ru (2013-12-28). 16 ғинуар 2014 тикшерелгән.
- Памятник героям. Памятники всего мира. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2014.(рус.). Памятники всего мира. 16 ғинуар 2014 тикшерелгән.
- Памятник героям Октябрьской революции и гражданской войны. Beauty Ufa. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2014.(рус.). Beauty Ufa. 16 ғинуар 2014 тикшерелгән.