Өфө коммерция училищеһы

Өфө коммерция училищеһы — Өфөлә 19091919 йылдарҙа сауҙа һәм коммерция өлкәһендә эшләү өсөн белем биргән урта уҡыу йорто.

Тарихы

XIX быуат аҙағына Өфөлә коммерция өлкәһендә эшләү өсөн белгестәр етешмәй башлай. 1909 йылға ҡалала 9 банк, 21 страховка агентлығы һәм 7 төрлө касса эшләй. Магазиндар селтәре үҫешә, сауҙа һәм сәнәғәт предприятиелары ла әҙерлекле кадрҙарға мохтаж була. Махсус уҡыу йорттары асыу кәрәклеге тураһындағы идея тыуа, ул рәсми кешеләрҙең сығыштарында, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында һәм земство һәм коммерция йәмғиәттәре йыйылыштарында яңғырай башлай.

1903 йылда Өфө Үҙ-ара кредит йәмғиәте ойошторолоуға 25 йыл тулған йылда йәмғиәттең ревизия комиссияһы рәйесе А. А. Итин һәм йәмғиәт ағзаһы һәм буласаҡ ҡала башлығы С. П. Зайков Өфөлә урта махсус коммерция училищеһы асырға тәҡдим итә. Артабан бер әҙерлек класы һәм өс төп класы буласаҡ дүрт йыллыҡ сауҙа мәктәбе асырға тәҡдим ителә. Коммерция уҡыу йортон булдырыу тураһында махсус кәңәшмә 1905 йылдың 23 ноябрендә үтә. Тиҙҙән А. А. Итин урындағы йәмәғәт учреждениеларына һәм бай өфөләргә мәктәп асыуға аҡса бүлеү хаҡындағы тәҡдим менән сыға, шулай уҡ урындағы һәм үҙәк идара итеү органдарына үтенестәр менән мөрәжәғәт итә башлай. 1908 йылдың башында сауҙа һәм сәнәғәт министры был үтенестәрҙе ҡәнәғәтләндерә, шул уҡ йылдың мартында Өфө сауҙа мәктәбе уставы раҫлана. Губерна земство йыйылышы уҡыу йорто бинаһын төҙөүгә шунда уҡ 500 һум аҡса бирергә һәм уның фондына йыл һайын 300 һум аҡса бүлергә ҡарар итә.

1909 йылдың 6 сентябрендә Өфө сауҙа мәктәбе тантаналы рәүештә асыла. Башта уның үҙ биналары булмай һәм, Үҙәк урамда бина төҙөлгәнсе, ике йыл буйына Александр урамындағы йортто ҡуртымға ала. Төҙөлөш 90 мең һумға төшә, ҡаҙна 50 мең һум аҡса бүлә, ҡалған аҡса Үҙ-ара кредит йәмғиәтенән алына.

1911 йылдың 27 апрелендә Үҙ-ара кредит йәмғиәте йыйылышы Коммерция училищеһын асыу буйынса бөтә эштәрҙе алып барыу йөкмәтелгән комитет булдырырға ҡарар итә. Шул уҡ йылдың 25 майында комитет сауҙа мәктәбен һәм коммерция училищеһын бер учреждениеға берләштерергә ҡарар итә, 1911 йылдың 17 авгусында Ярославль коммерция училищеһы һәм Сауҙа мәктәбе уставы нигеҙендә училище уставы һайлана, ә 1912 йылдың 5 майнда сауҙа һәм сәнәғәт министры иптәше (урынбасары) Д. Коновалов был уставты раҫлай. Коммерция училищеһының яңы бинаһы 1912 йылдың 25 авгусында асыла һәм христиан һәм мосолман йолалары буйынса изгеләндерелә. Асыу тантанаһында Өфө губернаһы губернаторы П. П. Башилов, вице-губернатор А. Г. Толстой, жандарм идаралығы начальнигы Иванов, Ырымбур уҡыу округы инспекторы С. В. Кузнецов, ирҙәр гимназияһы директоры В. Н. Матвеев, ер үлсәү эштәре училищеһы директоры А. Г. Покатило була. 1912 йылдың 27 авгусында иһә училищела дәрестәр башлана. Надворный советник (рус.)баш. Иосиф Иосифович Рожновский директор вазифаһын башҡарыусы була, 1914 йылда директор итеп Александр Куприянович Носков тәғәйенләнә.

Мәктәптең әҙерлек класына мәхәллә училищеһының кәмендә 1-се класын тамамлаған 11-14 йәшлек малайҙарҙы алалар. 1913—1914 йылдарҙа уҡыу йортонда ике әҙерлек һәм беренсе класс эшләй. Уҡыу программаһына ул ваҡыттағы дөйөм белем биреү предметтары: Аллаһ ҡануны һәм Ислам нигеҙҙәре, арифметика, рус, немец һәм инглиз телдәре, шулай уҡ тарих, география, тәбиғәтте өйрәнеү, рәсем, әүәләү, каллиграфия, йыр дәресе кеүек предметтар инә. Уҡытыуҙың нигеҙе булып бухгалтер иҫәбе, тауарҙы өйрәнеү белеме һәм коммерция дисциплиналары тора. 1915 йылда коммерция училищеһында — 175 егет, сауҙа мәктәбендә 93 уҡыусы уҡый. Сауҙа мәктәбенең беренсе класын тамамлағандан һуң уҡыусылар училищеның икенсе класына уҡырға инә. Училищеның үҙ попечителлек советы була.

Артабанғы йылдарҙа бинаға архитектор С. С. Плудермахер проекты буйынса төкәтмә төҙөлә, унда училище директорының фатиры, сауҙа мәктәбенең дүрт уҡыу класы, гимнастика залы, тауар музейы һәм тәбиғи-тарихи кабинет урынлаша. Училищела ике китапхана була: уҡыусылар өсөн һәм төп. Уҡыу хаҡы йылына 40 һум тәшкил итә. Ярлы уҡыусыларға ярҙам итеү маҡсатында училищела ике тулыһынса бушлай урын була (1913 йылда Романовтар йортоноң 300 йыллығы хөрмәтенә асылған «романов вакансиялары») һәм Д. П. Бернштейн, Д. С. Волков, П. И. Костерин, Л. Н. Толстой исемендәге Өфө Биржа комитеты һәм Ҡунаҡһарайҙа сауҙа итеүселәр стипендиялары. Коммерция училищеһын тамамлаусыларҙың статусы реаль училище тамамлаусылар статусына тиңләштерелә. Училище ҡала учреждениеларынан (Үҙ-ара кредит йәмғиәте, земство һ.б.) пособиелар, төрлө иғәнәләр, Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығының ссудалары, шулай уҡ дөйөм финанслау күләменең 13 процентынан артмаған уҡыу өсөн түләүҙәр иҫәбенә финанслана.

1917 йылғы Октябрь Революцияһынан һуң 1919 йылда училище ябыла. Граждандар һуғышы йылдарында бында ҡыҙылармеецтар казармалары урынлаша. 1921 йылдан бинала — тимер юл һәм һыу транспорты хеҙмәткәрҙәренең эшселәр клубы, ә 19371941 йылдарҙа Пионерҙар һарайы урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда элекке училище бинаһында Коминтерндың Башҡарма Комитеты (1941—1943 йй.), ә һуңынан — Өфө авиация институты, Өфө авиация техникумы, интернациональ дуҫлыҡ музейы, Өфө ҡалаһы музейы һәм йәнә Өфө авиация техникумы, әле Өфө авиация техникумы урынлашҡан.

Әҙәбиәт

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә