Губерна ирҙәр гимназияһы бинаһы

Губерна ирҙәр гимназияһы бинаһы — Өфөнөң 1828 йылда асылған беренсе донъяуи урта уҡыу йорто бинаһы. Хәҙер — Башҡорт дәүләт медицина университеты бинаһы.

Тарихы һәм тасуирламаһы

1810 йылда Өфө дворяндар йыйылышы юлбашсыһы С. В. Осоргин ҡалала малайҙарға белем биреү өсөн гимназия асырға тәҡдим итә. Бәғзеләр Ырымбурҙан ҡасандыр Өфөнән барлыҡ губерна учреждениелары менән бергә 1797 йылда күсерелгән дүрт класлы училищены кире ҡайтарыуҙы тәҡдим итә, сөнки Өфөлә дворяндар губерна үҙәгендәгегә ҡарағанда күберәк була.

Хәйриә аҡсаһына төҙөлгән Губерна ирҙәр гимназияһы 1828 йылда асыла. Уның фасады элекке Йәмиғ майҙанына сыға. Әммә 1831 йылда ике ҡатлы гимназия, ер аҫты һыуҙары өҫтә булғанлыҡтан, емерелә башлай. Гимназия ихатаһында өҫтәмә бина 1835 йылда төҙөлә.

1844—1845 йылдарҙа (нигеҙҙә, шәхси иғәнәләр иҫәбенә) Оло Ильин урамындағы гимназия ихатаһында (хәҙер Зәки вәлиди урамы, 47 адресы буйынса урынлашҡан Башҡорт дәүләт медицина университеты бинаһы) яңы бина төҙөлә). Тура мөйөшлө ике ҡатлы бина (58 х 51 м2) бары тик 1847 йылда ғына төҙөлөп бөтә. Директор, инспектор һәм тәрбиәселәр өсөн ҡабырғалағы ике флигель 1852 йылда төҙөлә.

1936 йылға тиклем киртләстәре ихатаға сығып торған оҙонса тура мөйөшлө төп корпус ике ҡатлы була. Тышҡы яҡтан ул ҡытыршы таш менән биҙәлә, яҫы аҡ лопаткалары ике ҡат бейеклегенә күтәрелә. Беренсе ҡаттың тәҙрәләре ҡытыршы таш менән биҙәлә, икенсе ҡаттағыларға матур йөҙлөк ҡуйыла.

Төп корпустың өҫкө ҡатында сиркәү, акттар залы, синыф бүлмәләре, физик лаборатория, ата-әсәләрҙе һәм башҡа кешеләрҙе ҡабул итеү бүлмәләре урынлаша.

Беренсе ҡатта дәрестәр өсөн өс бүлмә, дүрт йоҡо бүлмәһе, ял бүлмәһе, өс бүлмәнән торған дауахана, ашхана, гардероб һәм пансион экономы өсөн ҙур булмаған фатир, китапхана, метеорология станцияһы мөдире бүлмәһе һәм башҡа бүлмәләр була.

Гимназияның «Изге шаһит София һәм уның өс ҡыҙы: Вера, Надежда һәм Любовь исемендәге» сиркәүе1865 йылда изгеләндерелә. Күрәһең, был 1865 йылда Өфө губернаһында губернатор вазифаһын булдырыуға бәйле була: беренсе губернатор итеп Г. С. Аксаков тәғәйенләнә (ҡатыны — Софья Александровна Шишкова). Аксаков осоронда (1865—1867) ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы һәм ҡала театры асыла, ҡала музейы булдырыла, Йүкә аллеяһы ултыртыла.

Гимназия 20 мең томлы китапханаға, ботаника баҡсаһына, минералдар коллекцияһына, шәхси метеорология станцияһына эйә була.

Губерна ирҙәр гимназияһы Октябрь революцияһына тиклем эшләй. Уның фасадына ике уҡыусыһы: академиктар А. Н. Заварицкий менән А. В. Бенедиктовҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[1]. 1917 йылғы революциянан һуң бинала фельдшерҙар мәктәбе, һуңынан хәрби частар урынлаша, сөнки 1918—1919 йылдарҙа Өфө йә ҡыҙылдар, йә аҡтар ҡулына күсә, ғәскәрҙәргә казармалар һәм лазареттар кәрәк була.

«Вся Башкирия» (1925) белешмәһенә ярашлы, 1920 йылдар башында бинала II баҫҡыслы 2-се мәктәп, шулай уҡ I баҫҡыс мәктәбенең түләүле төркөмдәре урынлаша. Мәктәп менән Лидия Андреевна Галанова етәкселек итә (1876—1956).

Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советының 1932 йылдың 1 авгусындағы ҡарары менән Өфөлә ойошторолған медицина институты һәм эшселәр факультеты өсөн уҡыу бинаһы итеп бирелә, һуңынан ул тулыһынса институт ҡарамағына күсә.

Бөгөн элекке Губерна ирҙәр гимназияһы бинаһында башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультеты урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә