Өфө йылға порты
Өфө йылға порты — Өфө ҡалаһының Совет районындағы Сафронов биҫтәһе һәм Сафронов кисеүе эргәһендә[1], Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан йылға порты[2].
Порт эргәһендә П. И. Костерин һәм С. А. Черниковтың 1900-сө йылдар башында кирбес стилендә төҙөлгән ярма тирмәне бинаһы — Өфөнөң һаҡланып ҡалған өс тирмәненең иң ҙуры[3][4] (хәҙер — Өфө һығылмалы валдар заводы), шулай уҡ Затон күпере урынлашҡан.
Пристандәр
Өфөлә өс пристань бар — Өфө I (Сафронов пристане)[5], Өфө II (Ырымбур пристане)[6] һәм Иҫке Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә, Черниковкала Дежнёво[7].
Тарихы
1766 йылда коллегия советнигы Савва Никифорович Тетюшевтың (рус.)баш. Дәүләтте Илецк сығанаҡтарынан тоҙ менән тәьмин итеү тураһындағы проекты раҫлана, уға ярашлы Ағиҙел йылғаһы буласаҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһына тиклем тоҙ ағыҙыу өсөн һайлап алына[8][9]. Бының өсөн Өфөлә иҫәбе буйынса өсөнсө пристань төҙөлә, уның эргәһендә тоҙ магазиндары ойошторола.
1857 йылда йылға судносылығы өсөн Ағиҙел йылғаһы үҙәне тикшерелә[10]. 1857(1858) йылдың 12 июнендә Өфөгә 45 ат ҡүәтендәге беренсе «Ольга» пассажир пароходы килә, ул Ҡариҙел йылғаһы буйлап үргә Богородскийға тиклем 50 километрҙан ашыу йөрөй[8]. 1859 йылда Өфө — Ҡазан — пассажир, ә 1860 йылда Өфө — Түбәнге Новгород — йөк ташыу пароход юлы асыла. Төп йөк булып металл, ағас, тоҙ, иген, кәсепселек изделиелары тора.
1860 йылдарҙа Сафронов,Фёдор Семёнович Демидовтың вариҫынан Ырымбур пристанендә берҙән-бер буксирлы «Надежда» пароходы менән бергә участка һатып ала. Пароход 1863—1871йылдарҙа тауыр ташый[8]. Шунда уҡ Сафронов пристане төҙөлә[11][12]. 1888—1889 йылдарҙа, өфөлә Һамар-Златоуст тимер юлы асылғас, пристангә Сафронов тауар тимер юлы тармағы төҙөлә. Шунда уҡ Көньяҡ Урал тау заводсыларының, пароходсыларҙың һәм Өфө сауҙәгәрҙәренең конторалары һәм складтары туплана. Йылға урамы, уға арҡыры Златоуст, Минзәлә, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Бөрө урамдары тәүҙә «Төньяҡ слобода» тип атала, һуңынан «Сафронов слободаһы» тип аталып йөрөтөлә.
1890 йылда Өфөгә Ҡазандан Фёдор Ильич Шаляпин килә, ә 1891 йылда китә[13]. 1900 йылда Өфөгә пароходта Владимир Ильич Ленин килә.
1918 йылда йылға флоты дәүләткә бирелә һәм йылға транспортының Өфө район идаралығы ойошторола[10]. 1930-сы йылдарҙа пристандәрҙә тейәү-бушатыу эштәрен механизациялау башална. 1935 йылда йылға порты бинаһы төҙөлә[14].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ағиҙел йылға пароходсылығы суднолары фронт алды золналарына ғәскәр һәм ҡорал, эвакуацияланған халыҡты һәм ҡорамалдарҙы ташый. 1945 йылда йөк эшкәртеү күләме 202630 тоннаға етә, 135380 пассажир ташыла; пристандә 502 кеше эшләй. Пристань Ағиҙел йылғаһының тәрбиәләнгән, таш түшәлгән һәм һыу киҫелеше ситенә 50 йыллыҡ ағас бағаналар һалынған тәбиғи яры була. Унда 13 причал эшләй: 10 — йөк, бер бункерлаусы һәм ике пассажир причалы[8].
1958 йылдан — Өфө йылға порты[1]. 1950 йылдар һуңында — Өфө суднолар ремонтлау-суднолар эшләү заводы[15], 300 һәм 600 тонналыҡ йөк күтәрә алған металл баржалар, 1973 йылдан — буксир теплоходтарын эшләүҙе үҙләштерә.
1960 йылдарҙа урындағы линияларҙа һыу аҫты ҡанатлы тиҙ йөрөшлө — Ракета, 1980 йылдан Восход теплоходтары ҡулланыла башлай. 1961 йылдан порт Волга пароходсылығының ҙур тонналы судноларын ҡабул итә.
1977—2010 йылдарҙа йылға вокзалы Өфө II пристанендә урынлаша.
Музей
Төрлө дәүерҙәге 18 якорҙан торған: X—XII быуаттарҙан 1985 йылға тиклем иң бәләкәйе 50 килограмм, иң ҙуры 3 тонна тартҡан асыҡ һауалағы якорҙар экспозицияһы[16].
Элегерәк пристандә Өфөгә 1900 йылда Владимир Ленин килгән пароход-музей ҙа тора.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ВОКЗАЛЫ. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 5 май 2021 года.
- ↑ Старая карта Уфы. www.etomesto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021.
- ↑ СТАРЫЕ УФИМСКИЕ МЕЛЬНИЦЫ (билдәһеҙ). Посреди России (15 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 20 ноябрь 2017 года.
- ↑ "УФА" :: Ежемесячный столичный журнал. journal-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021.
- ↑ Том 10 — Река Белая. Лист 3. Река Белая - 2202 км: Карты: Атлас единой глубоководной системы европейской части России : РСЛ :: Российская спиннинговая лига. www.rspin.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 18 ғинуар 2020 года.
- ↑ Том 10 — Река Белая. Лист 2. Река Белая 2219 - км: Карты: Атлас единой глубоководной системы европейской части России : РСЛ :: Российская спиннинговая лига. www.rspin.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 2 февраль 2021 года.
- ↑ Том 10 — Река Белая. Лист 5. Река Белая 2195 - 2187 км: Карты: Атлас единой глубоководной системы европейской части России : РСЛ :: Российская спиннинговая лига. www.rspin.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 18 ғинуар 2020 года.
- ↑ 1 2 3 4 "УФА" :: Ежемесячный столичный журнал. journal-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 27 февраль 2021 года.
- ↑ Оренбургские губернские ведомости. — 1847. — № 29.
- ↑ 1 2 Речной транспорт. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 8 май 2021 года.
- ↑ Уфимская топонимика. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 2 март 2022 года.
- ↑ Сафроновская (Софроновская) пристань - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (20 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021. Архивировано 16 июль 2021 года.
- ↑ Александр Колинченко, Александр Колинченко. В Уфе корреспондент «Вестей» прошел по городским маршрутам Фёдора Шаляпина | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ (билдәһеҙ). ГТРК «Башкортостан» (2 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2021.
- ↑ История речного вокзала - «Уфимская мозаика»: краеведческий портал библиотек Уфы. mozaika.ufa-lib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2021. Архивировано 22 сентябрь 2021 года.
- ↑ СУДОРЕМОНТНО-СУДОСТРОИТЕЛЬНЫЙ ЗАВОД. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021.
- ↑ Якорная экспозиция (ингл.). Foursquare. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2021.
Һылтанмалар
- Здание речного порта на сайте Архитектурной фотобазы «Домофото»
- YouTube сайтында Уфимская топонимика. 3. Софроновская пристань
- YouTube сайтында U-News. Откуда берёт свое название Сафроновская пристань?
- YouTube сайтында Мой город, 67 выпуск. История судоходства в Уфе
- YouTube сайтында UTV. Речной порт Шаляпина и арка Шевчука. В Уфе появятся новые стрит-арт объекты
- О чём молчат дома-музеи?
- Архив печати Башкирии: Об интересных уроках естествознания и изучении окрестностей Уфы