Урман музейы (Өфө)
Урман музейы — Өфөлә урманды һаҡлау һәм яҡлауға, урмансылыҡҡа, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һәм урман тормошона арналған урман хужалығы музейы[1]. Музейҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Өфө урман техник техникумы студенттары өсөн лекциялар, ғилми-ғәмәли дәрестәр үтә.
Тарихы
Урман музейы 1973 йылда Башҡорт АССР-ының Урман хужалығы министрлығы ҡарамағында Марсель Хәбибулла улы Абдуловтың Финляндияға командировкаһынан һуң, уның инициативаһы буйынса ойошторола[2][3][4].
1981 йылдың 18 сентябрендә Башҡортостан Урмансылары урман паркы территорияһында ике ҡатлы музей бинаһы асыла (Урман тыҡырығы, 1). Территорияла декоратив быуа булған сквер бар. БАССР Урман хужалығы министрлығы музейҙы ойоштороу һәм экспонаттар туплау буйынса ҙур ойоштороу һәм тикшеренеү эштәре алып бара. Музей интерьерын биҙәүҙә урман хужалығының күп хеҙмәткәре ҡатнаша. Һөҙөмтәлә 5000-дән ашыу экспонат һәм документ йыйыла, экспозиция залдары биҙәлә.
Фондтары һәм экспозицияһы
Музейҙа диорамалы, тарихи документтар һәм фотоматериалдар[5], урмансылыҡ тарихы һәм Башҡортостандың билдәле урмансылары тураһында стендтар, таш һәм ағастан боронғо көнкүреш әйберҙәре, хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың йәшәгән урындарындағы ҡарасҡылары, Башҡортостан урмандарындағы күп һанлы бәшмәк һәм бөжәктәр тураһында стендтар менән биҙәлгән[6][7][8][9] биш зал бар. Ҡаттар араһы сталактиттар һәм сталагмиттар булған тау мәмерйәһе рәүешендә эшләнгән. Залдарҙың интерьеры, фойе һәм баҫҡыстар ағастан һырлап эшләнгән панно һәм түшәмдәр менән биҙәлгән. Был Башҡортостандың һырлап эшләү оҫталарының традицион халыҡ кәсебен күрһәтә. Музейҙа БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексей Иванович Барсуковтың Башҡортостан тәбиғәтенә ҡағылышлы картиналары урын алған.
Беренсе ҡат — бер нисә залы булған коридор[10]: беренсе Башҡортостан урмансылығы үҫешенә һиҙелерлек өлөш индергән урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә бағышлана; икенсеһендә урман байлыҡтары — ҡайын һуты һәм ағастан эшләнгән әйберҙәр урын алған; өсөнсөһөндә — боронғо замандарҙан алып Башҡортостан урмансылығы тарихы, дүртенсеһендә урманды һаҡлау һәм урман янғындары менән көрәш тураһында һөйләнелә, һәм урман ҡоштары, ҡырмыҫҡа ояһы, төрлө ҡоротҡостар — бәшмәктәрҙән алып бөжәктәргә тиклем — ҡорттар һәм күбәләктәр урынлаштырылған.
икенсе ҡаттағы бишенсе залда хайуандарҙың: мышыларҙың, боландарҙың, ҡабан сусҡаларының, айыуҙарҙың, ҡондоҙҙарҙың, һеләүһендәрҙең һәм башҡаларҙың ҡарасҡылары ҡуйылған. Улар браконьерҙар ҡулынан һәләк булған һәм Башҡортостан урмансылары тапҡан хауйандарҙың тиреләренән эшләнгән.
2016 йылда тере «Башҡорт бал ҡорто» экспозицияһы асыла[11], ул бал ҡорттарының тормошон аныҡ ваҡытта күҙәтеү мөмкинлеге бирә.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ МУЗЕЙ ЛЕСА. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021.
- ↑ Уфимский музей леса открывает двери. mgazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021.
- ↑ Музей леса в Уфе (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021. Архивировано 29 октябрь 2020 года.
- ↑ Сколько животных пострадало при создании уфимского Музея леса? Bash.News (18 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021.
- ↑ 90-летие со дня рождения учёного-лесовода Марселя Хабибовича Абдулова. | УФИМСКИЙ ЛЕСОТЕХНИЧЕСКИЙ ТЕХНИКУМ. www.ultt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021. Архивировано 29 май 2020 года.
- ↑ Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан. forest.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021. Архивировано 30 июль 2021 года.
- ↑ Музей Леса и Уфимский лимонарий приглашают на экскурсии в рамках Всероссийской акции "Живи, лес!". suzory.rbsmi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021.
- ↑ Акция «Лесники открывают двери» стартует в Музее Леса (билдәһеҙ). РГО РБ (14 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021. Архивировано 17 ғинуар 2021 года.
- ↑ Музей Леса и Уфимский лимонарий приглашают на экскурсии в рамках Всероссийской акции "Живи, лес!". www.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021.
- ↑ Экскурсия в Музей леса и Парк лесоводов Башкирии (билдәһеҙ). Официальный сайт Администрации ГО г. Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021.
- ↑ Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан. forest.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2021.