Өфө Ленин мемориаль зонаһы
Өфө Ленин мемориаль зонаһы (Өфө Ленин мемориалы) — В. И. Лениндәң Үҙәк музейы филиалы. 1982 йылдың 2 июленән 2002 йылға тиклем эшләй[1][2][3][4].
Өфө үҙәгендәге, Достоевский менән Киров урамдары менән сикләнгән Крупская урамы буйындағы кварталда урынлашҡан В. И. Лениндың йорт-музейы эргәһендә була. В. И. Ленин өфөлә булғандағы, аныҡлап әйткәндә, 1900 йылғы, революцияға тиклемге йорттар реконструкциялана һәм реставрациялана.
Тарихы
Был территорияла ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән 14 йорт, 17 ихата биналары (ат һарайы, каретник, ҡоҙоҡ, мунса) яңыртып эшләнә, революцияға тиклемге ике ҡатлы ике ҡирбес йорт реставрациялана, урамға таш түшәлә, урамдарға фонарҙар ҡуйыла, тотош майҙанда парк булдырыла (хәҙер — ике фонтан майҙанындағы сквер)[5][6]. Биналарҙа ул ваҡыттағы төрлө йәмәғәт ойошмалары, музей залдары урынлаша. Территория архитектура һәм тарих ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.
1994 йылда зона Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты статусын юғалтып, Башҡортостан халыҡтарының этнографияһы музейы бүлексәһе генә булып ҡала.
Музей комплексы 2002 йылға тиклем йәшәй[7]. 2002—2003 йылдарҙа ысынлап та XIX—XX быуаттар сигендәге тарихи ҡоролмалар һәм архитектура ҡомартҡылары менән бергә емертелә. Уның урынына 2003—2005 йылдарҙа «Ленин мемориалы» торлаҡ комплексы, ике административ-офис һәм күңел асыу биналары төҙөлә, ике фонтан майҙаны һәм автотуҡталҡа булдырыла. Өлөшләтә парк менән сквер һаҡланып ҡала, һуңыраҡ унда Геодезистар скверы булдырыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лениниана одной знаковой уфимской семьи » Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты "Вечерняя Уфа". vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2020. Архивировано 22 октябрь 2020 года.
- ↑ Управление по государственной охране объектов культурного наследия Республики Башкортостан. okn.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2020. Архивировано 29 сентябрь 2020 года.
- ↑ На месте Ленинского мемориала в Уфе – жилой комплекс. Bash.News (6 июль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2020. Архивировано 23 октябрь 2020 года.
- ↑ В. X. Байтурина. Ленинский мемориал в Уфе // Памятники Отечества : Альманах Всероссийского общества охраны памятников истории и культуры. — Москва: Советская Россия, 1982. — № 2 (6). — С. 47–49. Архивировано 28 февраль 2022 года.
- ↑ Ленинский мемориал | ВКонтакте. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2020. Архивировано 5 октябрь 2020 года.
- ↑ Уфа. Достоевского Часть 2 | Деревянное кружево России. woodenrussia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2020. Архивировано 24 сентябрь 2020 года.
- ↑ Они там новый мир построят. expert.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 май 2020. Архивировано 28 ғинуар 2021 года.
Әҙәбиәт
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
- «К вождю пропал интерес». Почему снесли Ленинскую мемориальную зону в Уфе
- Ленинский мемориал в Уфе
- Лениниана одной знаковой уфимской семьи