Ватан (парк)

«Ватан» этник паркы (рус. Парк Ватан) — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында урынлашҡан мәҙәни-туристик комплекс. Өфө амфитеатры биләмәһендә Зәки Вәлиди урамы, 2 адресы буйынса (Киров районы) урынлашҡан. Парк көн һайын иртәнге сәғәт 12-нәнн киске 22-гә тиклем эшләй. Ватан паркына барыу өсөн «Башҡорт дәүләт университеты» йәмәғәт транспорты туҡталышына ултырып барып етергә, артабан паркка йәйәү төшөргә йәки паркка барыусы маршруткаға ултырырға мөмкин.

Парк 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары өсөн булдырылған. Уның төп маҡсаты халыҡ-ара делегацияларға Башҡортостандың мәҙәни, тарихи һәм иҡтисади мөмкинлектәрен күрһәтеү ине. Комплекстың концепцияһын рәссам Илдар Нуретдинов һәм Ҡала проекттарын үҫтереү фонды командаһы эшләгән. Парктың композицияһы республика халыҡтарының берҙәмлеген символлаштырған түңәрәк формаһында эшләнгән[1].

Тарихы

Этнопарк төҙөү идеяһы Өфөлә 2015 йылда халыҡ-ара сараларға әҙерлек барышында барлыҡҡа килгән. Конгресс-холл комплексының түбәнге террасаһында башҡорт халҡының көндәлек тормошо элементтарын, кәсептәрен, йолаларын яңынан тергеҙеп, тематик этноауыл булдырыла. Саммиттар барышында комплекс ҡунаҡтарҙы төбәктең милли мәҙәниәте менән таныштырыусы күргәҙмә майҙаны булып хеҙмәт итә.

Сараларҙан һуң парк яңыртыу өсөн ваҡытлыса ябылып тора. Паркты күрергә килеүселәрҙең күп булыуын һәм йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, экспонаттар яңынан асыла һәм киңәйтелә, артабан «Ватан» даими эшләй башлай. 2018 йылда парк Рәсәйҙәге иң яҡшы ун этнопарк иҫәбенә инә[2][3]. Баһалау критерийҙары — килеүселәр һаны һәм уртаса билет хаҡы[4].

Тасуирламаһы һәм төҙөлөшө

Этнопарк яҡынса 1 гектар майҙанды биләй. Майҙан дала ландшафтына оҡшатып эшләнә, тирә-яғына ҡыяҡлы үләндәр сәселә һәм карлик ҡарағайҙар ултыртыла. Түңәрәк майҙан символик ҡурай сәскәһе формаһында эшләнгән. Ете тирмәнән торған «этноауыл» — комплекстың үҙәге. Тирмәләр бер-береһенән тигеҙ алыҫлыҡта түңәрәк буйлап урынлашҡан. Тәүге экспозицияла һәр тирмәлә Башҡортостандың тарихын, тәбиғәтен, мәҙәниәтен сағылдырған билдәле бер темаға арналған күргәҙмәләр асыла[3].

Беренсе тирмәлә («Тамға») традицион тормош элементтары: көнкүреш әйберҙәре, һауыт-һаба, туҡыма, келәм баҫыу эштәре күрһәтелә. Бында оҫталыҡ дәрестәре, сәй эсеү байрамдары, интерактив саралар үткәрелә.

Икенсе тирмәлә төбәктең этнографияһы, сәнғәте һәм кәсептәре күргәҙмәһе ҡуйылған.

Өсөнсө тирмә халыҡ кәсептәренә арналған. Күргәҙмәлә традицион кәсептәр, шул иҫәптән кейеҙ баҫыу, ағас һауыт-һаба, традицион биҙәүестәр күрһәтелә.

Дүртенсе тирмәлә төп милли бренд булған башҡорт балы күрһәтелә. Ҡунаҡтар умартасылыҡ үҙенсәлектәре, Бөрйән бал ҡорттары, традицион умартасылыҡ алымдары менән таныша.

Бишенсе тирмәлә («Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары») файҙалы ҡаҙылмалар, мәғдән өлгөләре, нефть сәнәғәте менән танышырға мөмкин. Бында төбәктең геологияһы һәм тәбиғи ресурстарҙы үҙләштереү тарихы буйынса экскурсиялар ойошторола.

Алтынсы тирмәлә фотозона ойошторолған: ҡунаҡтар милли костюмдарҙы кейеп, тематик декорациялар фонында профессиональ фотоға төшә ала.

Етенсе тирмәлә («Өфөнөң киләсәге») баш ҡала үҫешенең макеттарын һәм визуаль концепцияларын, архитектура проекттарын һәм урбанистик идеялар күрһәтелә.

2019 йылдың йәйендә тирмәләрҙә урынлашҡан даими музей экспонаттары алына. Артабан тирмәләр күп тармаҡлы павильон булараҡ файҙаланыла, эске дизайны һәм тәғәйенләнеше үткәрелгән саралар темаһына һәм форматына ҡарап биҙәлә.

Төп экспозиция өлөшөнән тыш, паркта асыҡ китапхана, спорт зонаһы, велосипедтарҙы ҡуртымға алыу, шулай уҡ милли аш-һыу тәҡдим иткән зоналар эшләй[5].

Саралар

«Ватан» паркы ҡала һәм республика кимәлендәге саралар үткәреү өсөн күп функциялы майҙансыҡ булып хеҙмәт итә. Паркта театрлаштырылған тамашалар, концерттар, фестивалдәр, аҙыҡ-түлек йәрминкәләре, йәмәғәт байрамдары, оҫталыҡ дәрестәре, мәҙәни-мәғариф программалары үткәрелә. Комплекс Бөтә Рәсәй «Библионочь» сараһында даими ҡатнаша.

Тирмәләр эсендәге традицион көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәһе 2019 йылдың йәйендә йыйып алына[6]. Артабан тирмәләр үткәрелгән сараларҙың тематикаһына һәм форматына ҡарап биҙәлә.

Хәҙерге ваҡытта парк социаль-мәҙәни саралар, халыҡ байрамдары, йәмәғәт байрамдары үткәреү урыны булараҡ киң ҡулланыла. 2018 йылдың 9 июнендә «Евразия йөрәге» фестивале ваҡытында төрлө милләт вәкилдәре һәм Өфө юғары уҡыу йорттары, сит ил студенттары ҡатнашлығында ойошторолған «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» уҙғарыла. Сара 1192 ҡатнашыусыны берләштергән милли кейемдәрҙәге иң күп кеше ҡатнашҡан әйлән-бәйлән булараҡ Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелә[7]. Бынан тыш, 2018 йылда «Масленица» байрамы, 2021 йылда Фольлориада, 2021 йылда TERRA ZIMA фестивале кеүек корпоратив һәм юбилей байрамдары булып тора. Мәҫәлән, 2025 йылдың 17 июлендә этнопаркта ОДК‑УМПО-ның 100 йыллығын байрам итеү тантанаһы булды, унда Рәсәй эстрадаһы артистары ҡатнашлығында концерт күрһәтелде. Парк өҫтәндә «Русские Витязи» (рус.)баш. командаһы 40 минутлыҡ юғары пилотаж програраммаһын күрһәтте. Авиашоуҙа ҡатнашҡан Су-30СМ һәм Су-35С истребителдәре двигателе Өфө заводында етештерелә[8][9].

Ҡыш көнө парк эсендә катоктар, боҙ скульптуралары, Яңы йыл аттракциондары булған боҙ ҡаласығы төҙөлә. Был ваҡытта тирмәләр Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу һәм башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге персонаждар резиденцияларынә әүерелә[1][3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Этнопарк "Ватан" в Башкирии. Этнопарки России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  2. Минкультуры назвало 10 лучших объектов этнотуризма в России. Известия (4 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
  3. 1 2 3 Этнический парк Ватан. Визит Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  4. Эксперты назвали самые популярные этнопарки. KudaGo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
  5. Парк Ватан. Этнопарки России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  6. Экспозиция юрт «Ватан» у Уфимском Амфитеатре демонтирована в 2019 году. Tripadvisor. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  7. Мила Киян. Уфимский хоровод дружбы попал в Книгу рекордов России. KP.RU (9 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2026.
  8. Минобороны заказало разработку единого двигателя для истребителей «Су». Радио РБК (21 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2025.
  9. «Русские витязи» пронзят небо над Уфой и впервые покажут свою программу Башкирии — Новости Уфы и Башкирии. Медиакорсеть. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.