Ҡыш Бабай

Ҡалып:Санта-Клаус менән бутамаҫҡа

Дед Мороз — Ҡыш Бабай — Яңы йыл урыҫ байрамының төп әкиәт персонажы, раштыуа бүләк таратыусыһының урыҫ варианты[3].

Мифологик Мороз (Һыуыҡ) прообразы булып изге Николай Чудотворец образына нигеҙләнгән [4] славян әкиәт ауыҙ-тел ижады һәм календарь йолалары[5][6], Көнбайыш Европа раштыуа персонаждары (Санта-Клаус һ.б.) тора [5]. Был персонаж 1840 йылдан Мороз Иванович булараҡ билдәле була[3]. Ләкин 1930-сы йылдарҙа Раштыуа байрамыныҡы түгел, ә Яңы йылдың канонлаштырылған мотлаҡ булырға тейешле Дед Мороз (Урыҫ Ҡыш Бабайы) образы Совет Социалистик Республикалар Союзында барлыҡҡа килгән. Октябрь революцияһы еңгәндән һуң Яңы йыл шыршыһы бер нисә йыл рәттән тыйылып та торған булған, шунан тағы рөхсәт ителгән[7].

Дед Мороз (Ҡыш Бабай) — төҫлө, зәңгәр, күк, ҡыҙыл һәм аҡ, тун, быйма кейгән, оҙон аҡ һаҡаллы һәм ҡулына таяҡ тотҡан ҡарт. Санаға өс ат егеп бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй. Йышыраҡ ейәнсәре — Снегурочка (Ҡарһылыу) һәм киләһе йыл кәүҙәләнеше булған малай, Яңы йыл, оҙатыуында килә. Уның артынан шулай уҡ төрлө урман йәнлектәре лә эйәреп йөрөй.

Славян фольклоры һәм йолалары

undefined

XVIII—XIX быуаттарҙа урыҫ крәҫтиәндәренә Дед Мороз исемле персонаж йәки һыуыҡ һәм һалҡын өсөн яуап биреүсе рух билдәле булмаған. Уның мәжүси илаһ булыуы тураһында фараз һуңыраҡ барлыҡҡа килә[4].

Көнсығыш славяндар йолаһы буйынса, тәбиғи стихия булараҡ Морозды кешегә хас һыҙатлыға әйләндереү (персонификация[8]) "Һыуыҡ"ты баллы бутҡа (кутья), кеҫәл, ҡоймаҡ әҙерләнгән Святки йәки Пасха (Велик день) комплекстарына индерелгән байрам табынына саҡырыу аша тормошҡа ашырыла. Ул ҡыяҡлылар сәсеүлектәрен һәм баҡса культураларын туңдырмаһын өсөн, уны йола аҙығы менән һыйлау кәрәк тип иҫәпләнгән. Святки байрамы һыйына олатайҙар — ғаилә именлеге өсөн яуап биргән мәрхүм ата-бабалар саҡырылған. Ғәҙәттә ата-бабаларға иҫкә алыу аҙығы тәҡдим иткәндәр һәм уға хөрмәт менән — пан Мороз йә Мороз Васильевич тип мөрәжәғәт иткәндәр[6]. Уға ҡалдырған һыйҙың алмашына мул уңыш өмөт иткәндәр[9].

Мороз ситләтелеп бөтә славян традицияларында, башлыса мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә сағылыш тапҡан[5]. Көнсығыш славян әкиәти Һыуығы (Мороз) — баһадир, һыуҙы «тимер» һыуыҡтар (халыҡ этимологияһы буйынса «калить» ҡылымы менән бәйләнгән калинниктар) менән бығаулаусы тимерсе. Шуға яҡын күҙаллауҙар тимерселәргә бәйле чех һәм серб-хорват фразеологик берәмектәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдыра. Урыҫ әкиәтендә Ҡояш һәм Ел менән йөрөгән һәм юлдарында осраған мужикты(ауыл ир-егете) туңдырыу менән янаған әкиәти Һыуыҡ — Мороз (Трескун, Студенец) боҙло өйҙә йәшәгән һәм әкиәти ярҙамсы функцияһын үтәгән, килгән кешеләрҙе бүләкләүсе Мороз менән сағыштырылыуы мөмкин тип фаразларға булалыр[5]. 1856 йылда А. Н. Афанасьев (1826—1871) баҫып сығарған әкиәттәр араһында Морозко — ҡыштың кәүҙәләнеше: ҡышҡы урманда осраған ике ҡыҙға ҡатмарлы йөкләмәләр биргән ҡышҡы рух һүрәтләнә[4].

Төньяҡтан килгән һәм яландар буйлап йүгереп йөрөп таяғы менән сатнама һыуыҡтар тыуҙырыусы оҙон һаҡаллы, буйы оҙон (йәки бик бәләкәй буйлы) ҡарт — Мороз образы (тәүҙә Афанасьев хеҙмәттәрендә, һуңынан славян мифологияһы буйынса башҡа төрлө тикшеренеүҙәрҙә телгә алына) һуңғы этнографик һәм фольклор таныҡлыҡтары менән раҫланмай[6].

Образдың формалашыуы

undefined

С. Б. Адоньев үҙенең тикшеренеүҙәрендә[7] Яңы йыл байрамының мотлаҡ персонаждары булараҡ Дед Мороз һәм ейәнсәре Снегурочканың ҡануни образы совет осоронда уҡ формалашҡан һәм 1930 йылдар аҙағында, бер нисә йыл тыйылғандан һуң яңынан байрам шыршыһы рөхсәт ителгәндә, барлыҡҡа килә. Е. В. Душечкина, дөйөм алғанда, бындай фекер менән килешә[3], образды формалаштырыуҙың боронғо сығанаҡтарына иғтибар итә. Был мәсьәләне ул айырым китапта ентеклерәк ҡарай[10].

Дед Мороз А. Н. Афанасьев (1826—1871) яҙып алған әкиәттәр йыйынтығы баҫылып сыҡҡан ваҡыттан (1856) алдараҡ әҙәби традицияға ингән[4]. В. Ф. Одоевскийҙың «Сказки дедушки Иринея» (1840) йыйынтығына «Мороз Иванович» әкиәте индерелә, унда тәүге тапҡыр фольклор һәм йола Морозының образы әҙәби аңлатма бирелә[11], где впервые давалась литературная трактовка образа фольклорного и обрядового Мороза[3][12]. Одоевский тыуҙырған образ беҙгә таныш яңы йыл персонажына әлегә бер юлы оҡшамаған. Әкиәттең календарь тура килеүе — Раштыуа йәки Яңы йыл түгел, ә яҙ. Шуға күрә Мороз Иванович боҙло илдә йәшәй, уға инеү урыны ҡоҙоҡ аша асыла. Балаларға Мороз Иванович түгел, ә балалар үҙҙәре килә. Яҡшы башҡарылған эш өсөн мул бүләкләй алһа ла, ниндәйҙер дата уңайынан бүләкләмәй. Әммә, Е. В. Душечкина яҙғанса[3]:

… был образ таныулы: «мәрхәмәтле Мороз Иванович» — «сал-сал» сәсле ҡарт, «башын һелккәндә — сәсенән бәҫ ҡойола»; ул боҙ йортта йәшәй, йомшаҡ ҡар түшәктә йоҡлай. Яҡшы эше өсөн оҫтабикәне «бер ус көмөш тәңкә» менән бүләкләй, әммә (нәҡ Морозко ҡарсыҡтың ҡыҙын туңдырмаған кеүек) Ленивицаны ла туңдырмай, ә уға көмөш урынына боҙбармағы биреп һабаҡ ҡына бирә уҡыта ғына… Одоевскийҙың педагогик әкиәтендә йола Һыуығы (Мороз) һәм әкиәти Морозко (Һыуыҡбабай) яҡшы күңелле, әммә ғәҙел тәрбиәсе һәм остазға әүерелгән.

Мороздың халыҡ образы Н. А. Некрасовтың «Мороз Красный Нос» (1863) поэмаһында шиғри эшкәртелгән[5][4]. Крәҫтиән ҡатыны Дарьяның ире үлә. Ҡыш килгәс, балаларын ҡотҡарыу хаҡына Дарья урманға утынға китә һәм туңып үлә. Уның үлеме «Морозко» әкиәтенән үҙләштерелгән воевода Мороз менән осрашыу булараҡ һүрәтләнә. Некрасовтың Морозы ағастар буйлап йөрөй һәм: «Тепло ли тебе, молодица?» — тип һорай. [4]

Мороз Иванович менән шыршы оҙаҡ ваҡыт Яңы йыл менән бәйле булманы. Был образдар XIX быуаттың икенсе яртыһында, көнбайыш тиҫтерҙәренә таратҡан кеүек, Николай Угодник урыҫ балаларына ла бүләктәр таратыуын теләгән Рәсәйҙең ҡала мөхитендә үҙенсәлекле "Раштыуа бабайы"н булдырырға маташыуҙар билдәләнгән саҡта, берләштерелә. Александр II осоронда «Ҡарт Рупрехт» (немец сығышлы, 1861), изге Николай Чудотворец йәки «Николай бабай» (1870) — айырым ынтылыштар телгә алына. Әммә изге Николай тураһындағы халыҡ күҙаллауҙары артабан Дед Мороз (Ҡыш бабай) образын тыуҙырыуға йоғонто яһай[13][14]. 1886 йылда тәүге тапҡыр «Морозко» билдәләнә. 1880-се йылдарҙа балаларға бүләктәр биреүсе Дедушка Мороз образы нығына[15]; С. Н. Дурылин, мәҫәлән, 1924—1932 йылдарҙа үҙенең XIX быуат аҙағындағы бала сағы айҡанлы яҙған мемуарҙарында «Ҡыш бабай шыршы килтерә» тип яҙа[16]. XX быуат башына Дед Мороздың (Ҡыш бабай) таныш образы барлыҡҡа килә[17]. Шул саҡта уҡ Валерий Вильямович Карриктың тәржемәләренән Морозко тураһындағы әкиәт инглиз телле уҡыусыларға таныш була. Морозко тәржемәлә «Король Мороз» (ингл. King Frost) исеме аҫтында сығыш яһай[18]. 1914 йылда Сергей Александрович Есенин «Сиротка» тигән шиғырында етем ҡыҙға ынйы бүләк иткән Ҡыш Бабайҙы (Дед Мороз) һүрәтләй[19]. 1910-сы йылдарҙа «тере» Ҡыш бабай шыршы байрамдарына килә башлай[19]. Революцияға тиклемге байрам открыткаларында Дед Мороз һүрәттәре барлыҡҡа килә[20].

1920-се йылдар аҙағында — 1930-сы йылдар башында Совет дәүләте үҙенең дингә ҡаршы сәйәсәтендә Раштыуа һәм Яңы йылды байрам итеүҙе бөтөрөргә маташа. Совет пропагандаһы революцияға тиклемге традицияларҙы мыҫҡыллау йәки «фашлауға» дусар итә. Был кампания сиктәрендә, Дед Мороз мәжүси үткәндәрҙең ҡалдығы, мәжүсиҙәрҙең яуыз илаһы тигән фекер таратыла. Уның боронғо славяндар ҡорбандар килтереп, ағас ботаҡтарына элгән «шыршы рухы» булыуы раҫланған. Йәнәһе лә тап ошо иҫтәлек уңайынан байрам шыршыһы Дед Мороз фигураһы менән биҙәлгән[4].

1936 йыл алдынан ул тағы совет сафына ҡабул ителә. Был 1935 йылдың 28 декабрендә, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы П. П. Постышев «Правда» гәзитендә, шыршы менән биҙәп, балалар өсөн Яңы йыл байрамын ойошторорға тәҡдим иткән мәҡәлә баҫтырып сығарғандан һуң, илдә яңы йыл саралары ойошторола башлай (әммә Постышев Ҡыш бабайҙы ҡайтарыуҙы тәҡдим итмәгән[21]), шунан һуң бөтә ил буйлап «раштыуа» атрибутикаһын ҡулланып Яңы йыл саралары уҙғарыла башлай[22]. Оҙаҡламай Ҡыш бабай рәсми рәүештә ҡайтарыла. СССР-ҙағы тәүге Харьков Пионерҙар һарайында (1935 йылда асылған) 1935 йылдың 30 декабрендә, «аҡлағандан» һуң СССР-ҙа тәүге рәсми Яңы йыл шыршыһы үткәрелә[23]. Ә 1937 йылдың ғинуарында Мәскәүҙәге Союздар Йортонда үткән байрамға килгән ҡунаҡтарҙы Дед Мороз менән Снегурочка сәләмләй[24].

Урыҫ Ҡыш бабайының яңы образын формалаштырыуҙа совет кинематографы ла мөһим роль уйнай[25].

Совет осоронда, Снегурочка (Ҡарһылыу) һәм йәнлектәрҙән башҡа, Дед Морозды ҡыҙыл тун һәм башлыҡ кейгән (был кейемдәрҙең береһендә йыш ҡына етеп килгән/яҡынлашып килгән йыл күрһәтелгән) малай Яңы йыл оҙатып йөрөгән. Малай Ҡыш бабайҙың (Дед Мороз) үҙенсәлекле вариҫы, яңы йылды йәнләндереүсе булараҡ сығыш яһаны, ә үҙе ул уҙып барған/уҙған йылды кәүҙәләндерә ине. Йышыраҡ малай 1950-се йылдар аҙағы — 1980 йылдар уртаһындағы яңы йыл открыткаларында һүрәтләнгән. Йәнһүрәттәрҙең береһендә ул Урыҫ Ҡыш Бабайының ейәне сифатында күрһәтелгән һәм самолётта осҡан. Һуңыраҡ был персонаждың популярлығы кәмей башлаған, һәм хәҙер ул онотолған тиерлек.

Дед Мороз һәм православие

XX быуат башында уҡ Урыҫ Православие сиркәүенең Ҡыш Бабайға (Дед Мороз) мөнәсәбәте төрлөсә була[3].

2000 йылда Вологдаға килгән сағында, митрополит Сергий (Фомин)[26]: «… Дед Мороз — беҙҙең һәр беребеҙгә бала саҡтан билдәле рәхимле персонаж. Мәрхәмәтле һәм яуыз персонаждарҙы айыра белергә һәм быны иҫтә тотоу кәрәк. Дед Мороз образы, минеңсә — был беҙҙең донъяуи рухи традицияның нормаль үҫеше».

Хәҙерге Рәсәйҙә

undefined

Рәсәйҙә Ҡыш бабай менән бәйле бер нисә бойондороҡһоҙ проект бар. Ҡыш Бабайҙың тыуған төйәге Архангельск, 1980-се йылдар аҙағында Архангел диңгеҙ сауҙа порты, хәрби Төньяҡ машиналар эшләү заводы, башҡа ҙур предприятие директорҙары тарафынан хупланған ВЛКСМ-дың өлкә комитеты инициативаһы буйынса, барлыҡҡа килгән. 1991 йыл башында «Ҡыш Бабай Йорто» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (ЗАО) һәм «Ҡыш бабай почтаһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте (ТОО) ойошторола, шуға ярашлы тауар билдәләре теркәлә[27]. 1995 йылда Кольский ярымутрауындағы Лапланд ҡурсаулығы етәкселеге «Сказочная Лапландия — Владения Деда Мороза» проектын тормошҡа ашыра. Уға ярашлы, Дед Мороз резиденцияһы Чунозерский усадьбаһында урынлашҡан[28]. Мәскәәү ҡалаһының элекке мэры Лужков Юрий Михайлович башланғысы буйынса, Вологда өлкәһендә 1998 йылдан «Бөйөк Устюг — Дед Мороздың тыуған иле» тигән дәүләәәт туристик проект эшләй[29]. Шулай уҡ 2005 йылдан был проект сиктәрендә 18 ноябрь Ҡыш Бабайҙың «рәсми» тыуған көнө булараҡ билдәләнә[30]. Статистика буйынса Бөйөк Устюгта был осорҙа беренсе көслө һыуыҡтар башлана[30].

Бер нисә дөйөм Рәсәй Ҡыш Бабайы, шул иҫәптән Лапландия һәм Бөйөк Устюг Ҡыш Бабайы ситуацияһын, Ҡыш Бабай тылсымсы булғанға күрә, ул бер үк ваҡытта Лапландияла ла, Бөйөк Устюгта ла булыуы мөмкин, тип хәл иттеләр. Балалар яҙған хаттарҙа Лапланд ҡурсаулығы күрһәтелмәгән булһа, уларҙы Бөйөк Устюг ҡалаһына алып баралар[31].

1999 йылдың 25 декабрендә Бөйөк Устюгта "Ҡыш Бабай Йорто"н асыу тантанаһы үтте. Ҡалаға Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Вологданан, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан туристик поездар килә. Вологда өлкәһенең элекке губернаторы В. В. Позгалёв һүҙҙәренсә, тәүге өс йылда (1999—2002 йылдарҙа) Бөйөк Устюг ҡалаһына килгән туристар һаны 2 меңдән 32 меңгә еткән. Проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып Ҡыш Бабайға төрлө илдәр балалары миллиондан ашыу хат ебәрелгән, ә ҡала буйынса тауар әйләнеше 15 тапҡырға артҡан һәм эшһеҙлек кәмегән[32].

Ҡыш Бабайҙың Мәскәү ҡалаһындағы усадьбаһы «Бөйөк Устюг — Ҡыш Бабайҙың Тыуған иле» төбәк-ара проекты сиктәрендә ойошторола. 2004 йылда Мәскәү мэры Ю. М. Лужков менән баш ҡаланың Көньяҡ-Көнсығыш округы префекты В. Б. Зотов Ҡыш Бабай Почтаһын төҙөү ҡарарын ҡабул итә, һәм бер йыл дауамында Почта тантанаһы асыла. 2006 йылда усадьбала дүрт яңы объект: Ҡарһылыу тирмәһе, Ижад тирмәһе, боҙ һырғалағын, әкиәттәр һуҡмағы асыла. 2008 йылдың 5 авгусында Мәскәү хөкүмәте бойороғо менән Ҡыш Бабайҙың Мәскәү у садьбаһына дәүләт бюджет учреждениеһы статусы бирелә[33]. Усадьбаны ойоштороусы булып Мәскәү ҡалаһының Йәмәғәт бәйләнештәре комитеты сығыш яһай. Усадьба йыл әйләнәһенә эшләй, уның төп әүҙемлеге 18 ноябрҙән алып ғинуар уртаһына тиклемге осорға тура килә. Йыл дауамында усадьбала байрам концерттары, уйын программалары, оҫталыҡ дәрестәре, почта һәм ҡышҡы тылсымсылар тирмәләре буйлап экскурсиялар, йәмәғәт ойошмалары менән төрлө саралар ойошторола. Йыл һайын усадьбаға 20 меңдән ашыу хат килә[34].

2011 йылдың декабрь аҙағында Мурманскиҙа тағы бер әкиәт резиденцияһы барлыҡҡа килде. Лапланд Ҡыш Бабайы Йорто унда «Огни Мурманска» паркы биләмәһендә төҙөлгән[35].

Архангельсакиҙа, Бөйөк Устюгта һәм Чунозёрҙа резиденциялары булған «дөйөм милли» Ҡыш Бабайҙарҙан тыш, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә уларҙың башҡа халыҡтарҙа ҡабул ителгән «коллегалары» ла билдәле. Мәҫәлән, Карелияға Петрозаводск эргәһендәге Паккайне ҡалаһына барып була (Карел теленең ливвик диалектында Һыуыҡҡай — Морозец тип тәржемә ителә). Был герой ғәҙәти образдан алыҫ тора тиерлек. Ул урта йәштәрҙә, һаҡалы юҡ, ҙур чумда йәшәй[36].

Белоруссияла

undefined

Белорус Ҡыш бабайының (бел. Дзед Мароз) шулай уҡ үҙенең рәсми резиденцияһы бар. Дүз Мароздың да рәсми резиденцияһы бар. 2003 йылдың 25 декабрендә Белоруссия Ҡыш Бабайы һәм Ҡарһылыуы «Беловежская пуща» милли паркы биләмәһендә үҙенең усадьбаһында тәүге ҡунаҡтарҙы сәләмләй. Шул ваҡыттан алып Ҡыш Бабай ҡунаҡтарҙы Яңы йыл алдынан ғына түгел, йыл әйләнәһенә ҡаршылай[37]. Эшләү дәүеренең тәүге биш йылында Поместьела донъяның 70 иленән 340 меңдән ашыу турист булып киткән[38].

Белорус Ҡыш Бабайы үксәгә тиклем төшкән оҙон тун кейә, тылсымлы таяҡҡа таяна, күҙлек кеймәй, төрөпкә тартмай, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара һәм һимереү күренеше хас түгел[39]. Белоруссияның «Беловежье ҡарурманы» милли паркы директорының ғилми-тикшеренеү эше буйынса урынбаҫары Вячеслав Семаков Беловежская пущала тәүге рәсми Ҡыш Бабай була. Үҙенең ике йыллыҡ Ҡыш Бабай карьераһы хаҡында ул «Мин нисек Ҡыш Бабай булдым» һәм «Ҡыш Бабай һәм уның туған-тыумасалары» (милли парктың генераль директоры Николай Бамбиза менән берлектә) китаптарын яҙҙы[40][41].

Поместьеның дөйөм майҙаны 15 гектар тәшкил итә[42]. Ҡыш Бабайҙан башҡа, поместьела Ҡарһылыуҙың айырым йорто, балаларҙың бүләктәре һәм хаттары һаҡланған Хазиналыҡ (бел. Скарбніца) һәм Ҡыш Бабай музейы бар. Унда балалар ебәргән бүләктәр һәм хаттар һаҡлана. Милли парктың хаталы белдереүе тиергәме[43], резиденция биләмәһендә «Европалағы иң бейек» ҡырҡ метрлыҡ тәбиғи шыршы үҫә, уға 120 йыл[42].

Йорт биләмәһе төрлө әкиәт персонаждарының бик күп ағас статуялары, тирмән макеты һәм «тылсымлы» ҡоҙоҡ менән биҙәлгән. Ҡыш Бабайҙың почта йәшниге филиалы Минск ҡалаһындағы Горький исемендәге Үҙәк паркында урынлашҡан[42][44].

2011 йылдан алып Белоруссия тимер юлы 23 декабрҙән башлап йөрөйәсәк Белвежье ҡарурманына байрам вагоны ойошторҙо[45]. Шулай уҡ Поставы ҡалаһы янында урынлашҡан Озерки ауылында йәшәүсе белорус әкиәттәренән Ҡыш Бабайҙың «рәсми булмаған» аналогы — Зюзя Поозёрский бар.

Украинала

Файл:Maidan Nezalezhnosti 003.jpg
Дед Мороз (Ҡыш Бабай) Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында (2003)

XX быуат уртаһына тиклем Австро-Венгрия сиктәренә ингән Украинала Яңы йыл бүләк итеүселәр сифатында Ҡыш Бабай (укр. Дід Мороз), һәм Изге Николай (укр. святий Миколай популяр булған; башлыса көнбайыш өлкәләрҙә, быуат уртаһына тиклем Австро-Венгрия һәм Польша сигенә ингәндәр) ҙур популярлыҡ яулай. 2014 йылдан алып Украина Ҡыш Бабайы Украина Милли Экспоүҙәге (ВДНХ) биләмәһендә[46][47][48][49]һәм «Киев Русе» паркы биләмәһендә йәшәй[50][51]. 2004 йылдан Иван-Франковск өлкәһендәге Пистынь ауылында Изге Николай резиденцияһында йәшәй, унда урындағы һәм сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итә[52].

Украина матбуғатында таралған раҫлауҙар[53], Яңы йыл байрамын ҡурсалаусының советлаштырылған образы украиндар араһында баштан уҡ хөрмәт ителгән христиан ҡурсалаусыһын алмаштырған[54], ул 18 декабрҙән 19 декабргә ҡарай төндә балаларға бүләктәр (миколайчиктар) бирә һәм уларҙы мендәр аҫтына һала[55] (ҡара: Никола Зимний).

Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе фонында Киевтың ҡала башлығы Виталий Владимирович Кличко 2014 йылдың ноябрендә Украинаның Төп шыршыһын Киевтың Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанынан боронғо майҙандарҙың береһе — София майҙанына күсерергә бойороҡ бирә. «Яңы йылды байрам итеүҙең боронғо традицияларын» тергеҙеү маҡсатында[56][57]байрамда Ҡыш Бабай түгел, ә Изге Николай ҡатнашырға тейеш тигән ҡарар ҡабул ителә[58].

Совет һәм Рәсәй кинематографында

Ҡалып:Шулай уҡ

Художестволы фильмдар
  • «Морозко» (1965) — Морозко ролендә Хвыля Александр Леопольдович;
  • «Снегурочка» (1968) — Пётр Никашин;
  • «Зигзаг удачи» (1968) — ролдә Леонов Евгений Павлович;
  • «Новогодние приключения Маши и Вити» (1975) — Дед Мороз ролендә Ефимов Игорь Константинович;
  • «Чародеи» (1982) — ролдә Золотухин Валерий Сергеевич;
  • «Снегурочку вызывали?» (1985) — ролдә Владимир Меньшов;
  • «Ирония судьбы. Продолжение» (2007) — Ефремов Михаил Олегович;
  • «Срочно требуется Дед Мороз» (2007) — Леонид Неведомский;
  • «Дедушка в подарок» (2008) — Михайлов Александр Яковлевич (актёр);
  • «Страна ОЗ» (2015) — Юлия Незлученко;
  • «Дед Мороз. Битва магов» (2016) — Фёдор Бондарчук.
Йәнһүрәттәр
  • «Новогодняя ночь» (1948)
  • «Когда зажигаются ёлки» (1950)
  • «Снеговик-почтовик» (1955)
  • «Новогоднее путешествие» (1959)
  • «Дед Мороз и лето» (1969)
  • «В лесу родилась ёлочка» (1972)
  • "Ну, погоди! (8-се сы4арылыш), я\ы йыл сы4арылышы (1974)
  • «Дед Мороз и серый волк» (1978)
  • «Новогодняя песенка Деда Мороза» (1983)
  • «Маша и Медведь» (мультсериал, 2009 йылдан) — «Раз, два, три! Ёлочка, гори!» серияһында
  • «Белка и Стрелка. Озорная семейка» (мультсериал, 2012) — 1-се сезон 3-сө сығарылыш 6-сы серия «Настоящий Дед Мороз» (Ҡыш Бабай эттәр янында һынландырылған)
  • «Смешарики» — «Операция „Дед Мороз“» серияһында.
  • «Три богатыря и принцесса Египта» (2017)

Шулай уҡ ҡара: Категория:СССР-ҙың Яңы йыл йәнһүрәттәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Тайный Санта (Анонимный Дед Мороз)
  • Снегурочка
  • Санта-Клаус
  • Миссис Санта-Клаус
  • Зимние фольклорные персонажи
  • Карачун (илаһ)
  • Мороз (мифология)
  • Николай Чудотворец
  • Новогодняя ёлка
  • Новый год в России
  • Пер-Ноэль
  • Пер-Шаланд
  • Ханукальный Гарри

Иҫкәрмәләр

  1. Островский А. Н. Снегурочка (урыҫ): Весенняя сказка в четырёх действиях с прологом // Снѣгурочка: журнал историко-политических наук / под ред. М. М. Стасюлевич, Д. Н. Овсянико-КуликовскийСПб.: Михаил Матвеевич Стасюлевич, Овсянико-Куликовский, Дмитрий Николаевич, 1873.
  2. Снегурочка (урыҫ) — 1850.
  3. 1 2 3 4 5 6 Душечкина, 2001
  4. 1 2 3 4 5 6 7 Архипова, 2021
  5. 1 2 3 4 5 Иванов, Топоров, 1988
  6. 1 2 3 Виноградова, 2004, с. 302—303
  7. 1 2 Адоньева 1999
  8. хайуанға, предметҡа, тәбиғәт күренешенә кеше үҙенсәлектәрен биреү
  9. Левкиевская Е. Е. Представления о «том свете» у восточных славян // Славянский альманах. — 2004. Архивировано 2 ғинуар 2022 года.
  10. Душечкина 2002
  11. Одоевский В. Ф. Мороз Иванович // Сказки дедушки Иринея.
  12. Шигарова, Юлия. Мороз или Санта? // Аргументы и факты — СтоЛичность. — 2013. — № 19 (49) за 18 декабря. — С. 4. Архивировано 4 ғинуар 2016 года.  (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2016)
  13. Народная культура и проблемы её изучения. Сборник статей. Архивная копия от 22 декабрь 2015 на Wayback Machine / Материалы научной региональной конференции 2008 г. — Воронежский государственный университет, 2009. — 280 с. (Афанасьевский сборник. Материалы и исследования. Вып. VII) — С. 196—197
  14. Голодяев И. К. Никольские церкви города Ново-Николаевска (Новосибирска) Архивная копия от 8 май 2019 на Wayback Machine
  15. Душечкина Е. В. Русская ёлка. История, мифология, литература — Мифологические персонажи — Дед Мороз.
  16. Дурылин С. Н. В своём углу: Из старых тетрадей. М. : Московский рабочий, 1991. С. 86.
  17. Душечкина 2003
  18. Carrick V. . King Frost // More Russian picture tales. — 1914.
  19. 1 2 Душечкина Е. В. История Деда Мороза в России.
  20. Тетерина Анастасия. Выставка «Новый год и Рождество в открытках» Архивная копия от 10 декабрь 2021 на Wayback Machine. Алтайская краевая универсальная научная библиотека имени В. Я. Шишкова.
  21. Легенда о человеке, подарившем елку советским детям — Журнальный зал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2019. Архивировано 25 декабрь 2018 года.
  22. Минаева, Анна.  Как ёлочка стала советской // Московские новости. — 2003. — № 49.  (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2016)
  23. Ильич, Лариса.  На элитную ёлку — строго по пропускам // Вечерний Харьков. — 2007. — № за 21 декабря.  (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2016)
  24. Душечкина 2008
  25. Лесков С. Дед Мороз и клаустрофобия. // Известия науки (28 декабрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2011. Архивировано 30 ғинуар 2009 года.
  26. Сальников А. Соработничество // Благовестник : вологодская епархиальная газета. — 2000. — № 12.
  27. titkov_speak: Экономическая география Деда Мороза («Российский региональный бюллетень»)
  28. «В России появилась ещё одна родина Деда Мороза». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2012. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2013 года.. 17 декабря 2003
  29. Великий Устюг — родина Деда Мороза. Правительство Вологодской области. Архивировано 15 апрель 2016 года.
  30. 1 2 Черемушкина И. Российский Дед Мороз отпразднует день рождения 18 ноября. РИА Новости (17 ноябрь 2009). Архивировано 27 август 2011 года.
  31. «В „Лапландию“ к Деду Морозу…» Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2012. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2012 года.. «Мир новостей» № 2 (836)2012
  32. 17 ноября вологжане отметят в Петербурге день рождения Деда Мороза. Аргументы и факты — Северо-Запад (16 ноябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2011. Архивировано 17 ноябрь 2011 года.
  33. Распоряжение Правительства Москвы от 05.08.2008 N 1794-РП. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2016. Архивировано 27 август 2016 года.
  34. Как появилась Московская усадьба Деда Мороза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2014. Архивировано из оригинала 8 март 2014 года.
  35. Новости ТВ-21. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2012. Архивировано 7 ғинуар 2014 года. — 29 декабря 2011
  36. Кучер К. Кто такой Паккайне и когда он родился? ШколаЖизни.ру (25 ноябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2019. Архивировано 27 май 2020 года.
  37. Поместье белорусского Деда Мороза. сайт Брестской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2011. Архивировано 16 ғинуар 2012 года.
  38. Досье на Деда Мороза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 16 ғинуар 2011 года.
  39. Главный белорусский Дед Мороз утверждает, что отечественные производители сувениров неправильно изображают новогоднего персонажа. TUT.BY. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  40. Белорусский Дед Мороз написал книгу. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 25 июнь 2012 года.
  41. От Камчатки до Беловежья. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  42. 1 2 3 Резиденция белорусского Деда Мороза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 22 ғинуар 2012 года.
  43. Длинная ель «Sauta kalna» в Латвии Архивная копия от 23 сентябрь 2015 на Wayback Machine (латыш.) (инг.)
  44. Белорусский Санта Клаус (фото). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  45. Праздничный вагон в поместье Деда Мороза начнет курсировать по БЖД с 23 декабря. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 7 ғинуар 2014 года.
  46. Резиденція Діда Мороза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 27 декабрь 2018 года.
  47. В Киеве появится зимний «Диснейленд» / Комсомольская правда в Украине/. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
  48. ВДНГ почали перетворювати на казкове містечко. ФОТО /«Українська правда»/ Архивная копия от 27 декабрь 2018 на Wayback Machine (укр.)
  49. Парк развлечений «Зима» на ВДНХ посетило почти 500 000 гостей /«Лиза»’/. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
  50. Новогодняя сказка в Древнем Киеве в Княжестве Киевская Русь. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
  51. Что посмотреть в «Парке Киевская Русь». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2018. Архивировано 26 декабрь 2018 года.
  52. Международное сотрудничество Святого Николая Архивная копия от 5 декабрь 2014 на Wayback Machine (укр.)
  53. Дід Мороз — радянський Святий Миколай (укр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  54. Климончук О. Святой Николай всегда был для меня праздником Божьей доброты // День : газета. — 2010. — № 232—233.
  55. 19 грудня — Свято Миколая (укр.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  56. Распоряжение исполнительного органа Киевского городского совета № 1309 от 10.11.2014 Архивная копия от 4 март 2016 на Wayback Machine (укр.)
  57. Завтра у Києві презентують програму святкування Нового Року Архивная копия от 23 ноябрь 2015 на Wayback Machine (укр.)
  58. Завтра у Києві презентують програму святкування Нового Року. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 23 ноябрь 2015 года.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Архипова Александра. 12 вопросов о Деде Морозе. Arzamas (arzamas.academy) (2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2022. Архивировано 2 ғинуар 2022 года.

Тема буйынса өҫтәмә