Башҡорт Ҡыш бабайы

Башҡорт Ҡыш бабайы (урыҫ. Башкирский Дед Мороз) — Башҡортостан Республикаһында Ҡыш бабай, Яңы йыл байрамының төп аҡһаҡалы булараҡ, быуат самаһы элек барлыҡҡа килгән[1].

undefined

Тарихы

Нардуған

Боронғо замандарҙа декабрҙә, ҡышҡы иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн билдәләнгән осорҙа, башҡортса Яңы йыл — Ҡышҡы Нардуған уҙғарылған. «Селлә бабай» — был байрамдың төп персонажы — байрам ойошторған. Нардуған 25 декабрҙә башланып 5 февралгә тиклем дауам иткән Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. «Нур тыуған» йәки көн (ҡояш) тыуған тигәнде аңлата.

Бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп халыҡты байрамға саҡырғандан һуң, йәштәр иркенерәк йортҡа йыйыла. Байрамды алып барыусы йәки Юлбарсы һайлана. Был байрам уйын-көлкө, хәрәкәт, мәргәнлек ярыштары, шаяртыуҙар, зирәклекте һынаған йомаҡ ҡойоуҙар менән оҙатыла.

Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы иҫкә алып, алдағы йылға матур теләктәр теләнә.

Науруз

Бик борон заманда башҡорт ата-бабаларыбыҙ Яңы йылды 21—22 мартта — көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытта, ер ҡарҙан асыла, йылғаларҙа боҙ ирей башлағанда, билдәләгән, һәм ул байрам Науруз тип аталған. Наурузды ислам дине килеп сыҡҡанға тиклем Урта Азия, ғөмүмөн, көнсығыш халыҡтары быуаттар дауамында билдәләгән һәм һаман да байрам итә[2][3].

Яңы йыл байрамы

Башҡорттар Яңы йылды, йөҙ йыл элек, совет власы йылдарында, байрам итә башлаған[4]. Ислам дине Яңы йыл байрамын, мәжүси йолаларға таяна, тип ҡабул итмәгәнлектән, башҡорт ата-бабаларыбыҙ уны билдәләмәгән.

Ҡыш бабай резиденцияһы

Ҡыш бабай, ейәнсәре Ҡарһылыу менән бергә, Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы геопарк биләмәһендә, Торатау итәгендәге Шихан ауылында, йәшәй.

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу ҡыҙы менән, үҙенең резиденцияһына башҡорт тоҡомло атҡа егелгән санаһында килә. Сананың алғы яғында ултырған күсер башҡорт аты менән идара итә.

Ҡыш бабайҙы һәм уның ейәнсәре Ҡарһылыуҙы башҡорт тирмәһендә башҡортса сәләмләп ҡаршы алалар. Ҡунаҡтар менән бергә ҡурай оҙатыуында йәшел шыршыға арналған, саф һауалы ҡыш миҙгелен маҡтаған һәм данлаған йырҙар йырлайҙар.

Торатау итәгендәге Ҡыш бабай биләмәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн дә күңел асыу саралары ҡаралған. Әкиәт персонаждары Яңы йыл байрамы тамамланғансы йәшәй: улар балаларҙы һәм өлкәндәрҙе байрам менән ҡотлай, шиғырҙар һәм йырҙар башҡарған балаларҙы тәмле күстәнәстәр менән һыйлай, мөғжизә илендә балалар бүләктәр алып, ял сәғәттәрен күңелле үткәрә. Бындай Ҡыш бабай резиденцияһы республикала берҙән-бер, ул 20 ғинуарға тиклем асыҡ була. Ҡунаҡтар үҙәк урамда Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән фотоға төшә, татлы ризыҡтар менән һыйлана, атта егелгән санала, ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү тәҡдим ителә[5].

Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килеүселәр өсөн Яңы йылда бында төрлө уйындар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Балалар араһында Ҡыш бабайға үтенес хаты яҙыу йолаһы бар. Ҡыш бабай тирмәһе асылыу менән хат яҙған балалар бүләктәр алып ҡыуана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ