Эхээ Дьыл
Эхээ Дьыл (Эhээ Дьыл) — сахаларҙың яңы йыл персонажы[1]. «Эхээ» саха теленән «бабай», «Дыыл» «ваҡыт», «миҙгел» тип тәржемә ителә.
Тарихы
Персонаж яҙыусы, биология фәндәре докторы, 1999 йылда яҡут Ҡыш бабайы тураһында фәнни-фантастик хикәйә яҙған М. К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университет уҡытыусыһы Гавриил Угаров тарафынан уйлап сығарыла[2]. Яҙыусыны Евгений Евтушенконың яҡуттарҙың Яңы йылды ҡаршылауы тураһныдағы шиғыры илһамландыра. Яҡут мәҙәниәтендә 1 ғинуарҙа Яңы йылды күмәкләп ҡаршылауҙың тотороҡло традицияһы булмай. Шул сәбәпле ул сахаларҙа Ҡыш Бабайҙың аналогы бармы икәнлеген тикшерә башлай. Угаров Дьыл ҡарт тураһындағы ышаныуға осрай, ул Һыуыҡ үгеҙе менән килә һәм шунан һуң йылдың һыуыҡ миҙгеле башлана. Был фольклор образын яҙыусы «Эхээ Дьыл һәм уның ейәнсәре Хаарчаана» әҫәрен яҙғанда ҡуллана[2].
Китап шәхси нәшриәттә баҫыла. Яҡутстандың мәғариф министры Евгения Михайлова, әҫәр менән танышып сыҡҡас, тиражды тулыһынса һатып алып, уны республиканың барлыҡ балалар баҡсаларына таратырға ҡуша[3].
2000 йылда Эхээ Дьыл Саха Республикаһы президенты Михаил Николаев ойошторған Яңы йыл шыршыһына килә, һуңынан яңы йыл байрамдарында даими ҡатнаша башлай. Икенсе яҡут персонажы Чысхаан менән сараларҙа бер ваҡытта сығыш яһамай[3]. Тәүҙә персонажды балет артисы башҡара, һуңынан Гавриил Угаров был образда үҙе сығыш яһай башлай[3] һәм ролде 15 йылдан ашыу уйнай[2]. Костюмды Елена Гоголева эскизы буйынса П. А. Ойунский исемендәге Саха академия театры оҫтаханаһында тегәләр[2]. Ғөмүмән, ул Яҡутстан болансыларының милли кейемен хәтерләтә. Эхээ Дьылдың ҡышҡы резиденцияһы «Орто-Дойду»ҙа урынлашҡан[2].
Ҡылыҡһырламаһы
Әкиәттә Эхээ Дьылдың Кысын (Кыхын) Хотун исемле ҡатыны (ҡышты кәүҙәләндерә), шулай уҡ өс ҡыҙы бар[2]. Уларҙың һәр ҡайһыһына бер миҙгел тура килә: ейәнсәре Хаарчаанаға — ҡыш, Саасчаанаға — яҙ, Сайыынаға — йәй, Кусуунэға — көҙ. Кесе ейәне Тыалчаан — ел-почтальон[3] олатаһына хаттар таратырға ярҙам итә. Оло ейәнсәре Хаарчаана — ҡарҙы ҡурсалаусы[4], олатаһына бүләктәр бирергә ярҙамлаша.
Эхээ Дьылдың Һыуыҡ үгеҙе бар, ул бер үк ваҡытта мамонтҡа ла, үгеҙгә лә оҡшаған[1]. Үгеҙ һәр көҙ океандан сыға, шунан уның мөгөҙө үҫә башлай. Улар ни тиклем ҙурыраҡ үҫә, һыуыҡтар шул тиклем ҡатыраҡ була[4]. Мөгөҙҙәр һынғас, көндәр йылына[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Радченко Наталья Николаевна, Кузьмина Татьяна Руслановна. Празднование Нового года в России в контексте национальных традиций (на примере Республики Саха (Якутия)) // Теория и практика общественного развития. — 2015. — Вып. 3. — С. 130–133. — ISSN 1815-4964.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Якутский Дед Мороз — Эhээ Дьыл: «Фантастика и наука друг другу не мешают» (билдәһеҙ). Якутия. Образ будущего (13 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 3 4 Якутский Дед Мороз Эьээ Дьыл: современные дети стали меркантильными. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2023.
- ↑ 1 2 Дед Мороз и его собратья. Парламентская газета (29 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2023.
Һылтанмалар
- Знакомьтесь: Чысхаан и Эхээ Дьыл! Доброе утро. Фрагмент выпуска от 28.12.2018
- Дедская сказка. Как якутский профессор стал новогодним персонажем - ТАСС. TACC. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2023.