Нардуған
Нардуған — башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошондағы иң ҡыҫҡа көн, 22 декабрь, үткәс, байрам ителгән борондан килгән йола байрамы. Көндәрҙең оҙоная барыу осоронда, иң һыуыҡ көндәрҙә йәки ҡышҡы селләлә билдәләнгән, 25 декабрҙә башланып 5 февралгә тиклем дауам итә[1].
Атамаһы
Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. «Нур тыуған», «Ҡояш тыуған» тигәнде аңлата. Нардуған - төрки халыҡтарының һәм Волга буйы халыҡтарының (башҡорттар, сыуаштар, мордвалар) боронғо байрамы. Уны башҡорттар, тарихҡа тиклемге осорҙа, ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем үк, билдәләгән, элек-электән, мәжүсилек дәүеренән, башҡорт ата-бабаларыбыҙҙың төп, ҡышҡы календарь, байрамы булған[2].
Байрамдың ойошторолоуы
Байрам башланған тәүге көндә бала-саға байрамды иғлан иткән, иртүк тороп байрамсылаған, өйҙән өйгә йөрөй торған булған. Өй хужалары уларҙы тәмлекәстәр менән һыйлаған. Байрам көндәрендә йәштәр бергәләп ауылдағы иркенерәк бер йортҡа йыйылған, һәр береһе үҙе менән алдан әҙерләгән һый-ниғмәт алып килгән.
Өлкән йәштәге ауылдаштар, Ҡояш менән Ҡыш бабайға мөрәжәғәт итеп, яҡшы һауа торошо, мул уңыш, именлек һәм етеш тормош теләгән, ошо көнгә бағышланған доға уҡыған, алғыш-теләктәр әйткән. Нардуған байрамында йондоҙнамә уҡыу, киләсәкте юрау йолаһы атҡарылған. Нардуған көнөндә элгәре йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғалары иҫкә алынған, киләһе йылға күрәҙәләү-ышаныуҙар белдерелгән, теләктәр әйтелгән[3].
Алдағы йылдың ниндәй буласағын белер өсөн хужаларға кинәйәле һорауҙар биргәндәр, башватҡыстар, йомаҡтар сискәндәр, һынамыштарҙы асыҡлағандар.
Ҡыҙ-ҡырҡын үҙҙәре бер башҡа, айырым, йыйылғандар.
Байрам урамда дауам иткән: йырлағандар, бейегәндәр, халыҡ уйындары ойошторғандар, йәштәр өсөн уйын-ярыштар үткәргәндәр. Артабан өйҙән өйгә бер - береһенә ҡунаҡҡа йөрөгәндәр.
Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы иҫкә алып, алдағы йылға матур теләктәр теләнгән. Байрам, уйын-көлкө менән үрелеп, шау-гөр килеп үткәрелгән.
Тәбиғәттең иң эҫе көндәрендә, көн менән төн тиңләшкән ҡояш торошо дәүерендә йәки йәйге селлә осоронда, 21 июндән 5 июлгә тиклем, Йәйге Нардуған байрам ителгән. Мари халҡында – кусо, кусо кумалтыш; сыуаштарҙа – синсе.
Йола буйынса «тыйыу көндәре» уҙғарылған. Йәнлектәргә һәм ҡоштарға һунар итеү, мал һуйыу, бесән сабыу тыйылған, дарыу үҫемлектәрен йыйыу өсөн тап ошо осор иң уңайлыһы тип иҫәпләнгән. Йәйҙең уңайлы булыуын теләп, һыу ятҡылыҡтарына төрлө ялан сәскәләре йәки сәскә гөлләмәләрен ташлағандар. Боронғо заманда иң бөйөк яҡтыртҡыс — Ҡояшҡа — һәм Ер-Һыу хөрмәтенә аҡ ат һ.б. йорт хайуандарын ҡорбан иткәндәр (ҡара: Ҡорбан килтереү байрамы).
Нардуған үткәреү тәбиғәт көстәрен шәфҡәтлеләндерергә ярҙам итә, тип иҫәпләнгән. Башҡортостан Республикаһында 1990 йылдарҙан алып байрам үткәреү традициялары тергеҙелә[4].
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Солтангәрәева Р. Ә. Нардуған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Леонид Егоров. ПРАЗДНИК НАРДУГАН У БАШКИР
- ↑ Леонид Егоров. ПРАЗДНИК НАРДУГАН У БАШКИР
- ↑ Солтангәрәева Р. Ә. Нардуған // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.