Санта-Клаус
Санта-Клаус (ингл. Santa Claus) — Раштыуа бабайы, Изге Николай Чудотворец образы менән тиңләштерелгән, Көнбайыш Европала һәм АҠШ-та таралған тылсымлы (фольклор) герой, ул балаларға Раштыуана бүләктәр тарата.
Санта-Клаустың тыуған ере,Лапландиямы әллә Төньяҡ полюс тирәһеме[2], аныҡ фекер юҡ.
Санта-Клаустың килеп сығышы
Санта-Клаустың (Санта — «изге», Клаус — «Николай») прототибы булып дөйөм христианлыҡта хөрмәт ителгән изге Изге Николай Чудотворец, йәғни Николай Мирликийский, Мир Ликийский епископы (якынса 270 — якынса 345) образы тора. Риүәйәткә ярашлы, изге Николай төндә ярлы бер кешенең өйөнә аҡса тултырылған янсыҡ ташлаған, был кешенең өс ҡыҙы булған һәм никах бүләктәре өсөн аҡсаһы булмау сәбәпле, ул береһен фәхешханаға һатыу тураһында уйлаған, бының ярҙамында ҡалған ике ҡыҙына ярҙам итеү мөмкинлеге тыуыр ине (балаларға иһә был осраҡты никахҡа бүләк биреү рәүешендә һөйләгәндәр)[2][3]. Көнбайыш Европала легенда барлыҡҡа килгән: изге Николай янсыҡты мейес (камин) торбаһынан ташлаған һәм ул мейес алдында киптерер өсөн ҡалдырылған ойоҡ эсенә төшкән[4]. Башта 6 декабрҙә, Изге Николай көнөндә, Европа илдәрендә балаларға бүләктәр тапшырыу ғәҙәте булған, бүләктәрҙе төндә ойоҡ эсенә һалғандар. Әммә Реформация осоронда, изгеләрҙе данлау ыңғай күренеш тип иҫәпләнмәгән ваҡытта[5], Германия һәм күрше илдәрҙә бүләктәр таратыусы герой ролен Ғайса бала алған, ә бүләктәр 6 декабрҙән 24 декабргә, йәғни Раштуа йәрминкәләре осорона күсерелгән. Контрреформация осоронда бүләктәр тағы ла изге Николай исеменән таратылған, әммә был хәл декабрь аҙағында, Раштыуа байрамы ваҡытында башҡарылған. Шулай ҙа ҡайһы бер Европа илдәрендә боронғо традициялар һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, Нидерландтарҙа, унда изге Николайҙы Синтаклаас тип атайҙар, балалар уның исеменән бүләктәрҙе 5 декабрҙә лә, Раштуа ваҡытында ла ала.
Голланд колонистары изге Николай образын Төньяҡ Америка континентына алып килгән, 1650-се йылдарҙа улар Яңы Амстердам тигән тораҡ пунктты нигеҙләгән, ә артпбан был урын Нью-Йорк ҡалаһына әйләнгән. Был уҡ ваҡытта Төньяҡ Американы үҙләштергән инглиз пуритандары Раштуаны байрам итмәгән.
1809 йылда Америка яҙыусыһы Вашингтон Ирвингтың «Нью-Йорк тарихы» тигән китабы донъя күрә, унда ул голланд хакимлығы ваҡытындағы ваҡиғаларҙы бәйән итә һәм Яңы Амстердамда изге Николайҙы хөрмәтләү йолаһын телгә ала.
1822 йылда Колумбия университетының көнсығыш һәм грек әҙәбиәте профессоры Клемент Кларк Мур үҙ балалары өсөн Санта-Клаус тураһында шиғри Раштуа әкиәтен ижад итә. Был әкиәттә Санта-Клаус әкиәти герой булараҡ тасуирлана, ул балаларға бүләктәр тарата[5]. 1823 йылдың Раштуа байрамы алдынан шиғыр Sentinel гәзитендә «Раштуа алдындағы төн йәки Изге Николайҙың визиты» исеме менән баҫылып сыға[5]. Ҙур популярлыҡ яулаған әҫәр 1844 йылда ҡабаттан баҫтырыла. History Channel Америка телеканалында 2000-се йылдарҙа сыҡҡан «Санта легендалары» документаль программаһында ошондай фекер әйтелә[2]: «Клемент Мур ҡәләме ярҙамында изге Николай Санта-Клаусҡа әүерелде» һәм «1840 йылға Американың бөтә халҡы Санта-Клаустың кем икәнен белә. Был күңелле ҡартты беҙгә Клемент Мур бүләк итте». Был шиғырҙа тәүге тапҡыр Санта-Клаустың туғыҙ классик боланынан һигеҙе телгә алына.
1863 йылда билдәле Америка рәссамы Томас Наст, Harper’s Weekly журналында эшләгәндә, Клемент Кларк Мурҙың китабы мотивтары буйынса төшөрөлгән Санта-Клаус персонажын үҙенең сәйәси карикатуралар серияһында ҡуллана. Ул Санта-Клаусты бүләктәр таратыусы герой итеп һүрәтләй. Был персонаж ҙур популярлыҡ яулай, һәм артабан Наст балалар өсөн Санта-Клаустың тормошондағы ҡыҙыҡлы күренештәрҙе сағылдырған күп кенә шаян һүрәттәр төшөрә — улар «Харпер Уикли» журналында һәм башҡа баҫмаларҙа баҫыла. Наст үҙенең һүрәттәрендә Санта-Клаустың көндәлек тормошон уйлап сығара һәм тәфсирләп һүрәтләй.
Рәссам тәүге тапҡыр Санта-Клаустың Төньяҡ полюста йәшәүе һәм балаларҙың яҡшы һәм насар ҡылыҡтарын теркәп барыусы махсус китап алып барыуы тураһында хәбәр итә[2]. Наста төшөрөлгән һүрәттәр буйынса Санта-Клаустың образындағы үҙгәрештәрҙе күҙәтергә мөмкин: ул башта ҡалыныраҡ ҡышҡы кейемдәге олпат эльф булараҡ һүрәтләнә, һуңынан реаль һәм шат күңелле, ҡыҫҡа тун кейгән персонажға әүерелә. History Channel телеканалы билдәләүенсә, «Наст Санта-Клауст итеп үҙен төшөргән». Рәссам буйға бәләкәй, тулы кәүҙәле, ҙур мыйыҡлы һәм оҙон һаҡаллы кеше булған.
Башта Наст төшөрөлгән Санта-Клаустың ҡыҫҡа тун төҫө көрән була, әммә яңы һүрәттәр барлыҡҡа килгәндә, ул тиҙҙән ҡыҙғылт төҫ ала. Санта-Клаустың ҡыҙыл төҫтәге ҡыҫҡа туны ниндәй ҙә булһа махсус мәғәнәгә эйә түгел, тип билдәләй History Channel үҙенең «Санта легендалары» тикшеренеүендә[2].
1931 йылда «Кока-Кола» компанияһы ҡышҡы осорҙа һалҡын эсемлектәр һатыуҙы арттырыу өсөн реклама кампанияһын башлап ебәрә. Шул саҡта ул Санта-Клаустың заманса образын тәҡдим итә, был образды Хэддон Сандблом уйлап сығара. Нәҡ ошо рәссам донъяның төрлө илдәрендә танылған һәм киң популярлыҡ яулаған мөһабәт һәм яғымлы Санта-Клаус образының авторы булып һанала[5]. Уның һүрәттәре Клемент Кларк Мурҙың поэмаһы һәм Томас Наст эштәренең йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән күп кенә алдағы һүрәттәрҙән иң уңышлыһы була.
Сандблом трактовкаһында Санта-Клаустың костюмы ҡыҙыл төҫтә булған[* 1], аҡ мех ситле[5]. Әммә был төҫтәрҙе әкиәти персонаж кейемендә ҡулланыу өҫтөнлөгөн «Кока-Кола» компанияһы алған, тип әйтеп булмай: күпкә иртәрәк, Санта-Клаус шундай уҡ кейемдә 1902, 1904 һәм 1905 йылдарҙа юмористик «Пак» (Puck) журналының бер нисә тышлығында һәм White Rock Beverages компанияһының эсемлектәрен рекламалаған плакаттарҙа (1915 йыл һәм 1920-се йылдар) барлыҡҡа килгән[6][7].
Санта-Клаустың транспорты
Ғәҙәттә, Санта-Клаус боландар егелгән санала йөрөй, тип иҫәпләнә:
- Дэшер («Етеҙ»),
- Дэнсер («Бейеүсе»),
- Прэнсер («Ат уйнатыусы»),
- Виксен («Мыжыҡ»),
- Комет («Комета»),
- Кюпид («Купидон»),
- Доннер (Дандер) (нем. һәм голл. телдәренән – «Йәшен»)
- Блитцен (Бликсем) (голл. теленән – «Ялағай»).
Был исемдәр тәүге тапҡыр 1823 йылда «Раштыуа алдынан төн» тигән шиғырҙа телгә алынған. Һуңыраҡ, Америка фольклорына тағы бер болан – Рудольф өҫтәлде. Ул упряжканың башында урын ала һәм ҡыҙыл, яҡтыртҡыс танауы менән айырыла. Был персонаж 1939 йылда Чикаголағы реклама акцияһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
1955 йылда Төньяҡ Американың һауа-космос оборонаһы командованиеһы (NORAD) «NORAD Tracks Santa» тигән Раштыуа күңел асыу программаһын күрһәтә. Был программа барышында NORAD системаһы Санта-Клаустың саналарының хәрәкәттәрен күҙәтә һәм был турала киң мәғлүмәт сараларында, «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны аша һәм махсус сайтта. Архивировано из оригинала 22 февраль 2011 года. хәбәр итә.
Санта-Клаустың юлдаштары
Төрлө традицияларҙа Санта-Клаус төрлө персонаждар, яҡшылары ла, ямандары ла, менән бергә күренә. Мәҫәлән, Альп төбәге фольклорында изге Николайҙың юлдашы һәм бер үк ваҡытта антиподы булып йөнтәҫ һәм мөгөҙлө Крампус бар. Ул тыңлауһыҙ балаларҙы язаға тарттыра һәм ҡурҡыта.
Рованиемиҙағы Санта-Клаус ауылы
Финляндияның Рованиеми ҡалаһы рәсми рәүештә «Санта ауылы» тип танылған[8]. Был ауыл 1984 йылда ойошторолған. Уны йыл һайын 600 мең кеше барып күрә[9].
Өҫтәмә мәғлүмәт
- Санта-Клаустың тыуған көнө 6 декабрҙә билдәләнә[10].
- 1937 йылдың 27 сентябрендә Америка Ҡушма Штаттарының Альбион ҡалаһында беренсе Санта-Клаустар мәктәбе асыла[11].
- 1912 йылда АҠШ почта хеҙмәте тәүге тапҡыр «Сантаға хат» хеҙмәтен тәҡдим итә. Ошондай уҡ хеҙмәттәр башҡа илдәрҙә лә бар[8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- Комментарий
- ↑ Ул «Кока-Кола» эсемлеге һәм уның фирма ҡапҡасы төҫө менән осраҡлы йәки махсус рәүештә тап килгән
- Сығанаҡтар
- ↑ Kit B. Kevin Hart in Talks to Play Santa Claus in Disney's 'Dashing Through the Snow' (Exclusive) (ингл.) // The Hollywood Reporter / J. Min — Los Angeles: Penske Media Corporation, 2016. — ISSN 0018-3660
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Портал о странах и народах мира
- ↑ Изге Николай Чудотворец тормошо
- ↑ Three Impoverished Maidens or The Story of The Dowries // St. Nicholas Center
- ↑ 1 2 3 4 5 Александр Ткаченко. Изге Николайҙан Санта Клаусҡа тиклем. Православие и мир (20 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2017.
- ↑ Санта-Клаус әле лә «White Rock» эсәме? (ингл.). White Rock Collectors Association (whiterocking.org). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2013. Архивировано 23 июль 2011 года.
- ↑ Кока-Кола компанияһының Санта-Клаусы: ысын түгел! (ингл.). BevNET.com (18 декабрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2013. Архивировано 26 октябрь 2012 года.
- ↑ 1 2 Санта-Клаустың сере (27 декабрь 2021). 14 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ The Guardian: Рованиеми нисек Санта-Клаустың рәсми резиденцияһы булды? (19 декабрь 2018). 14 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 6 декабрь — Санта-Клаустың тыуған көнө: ҡышҡы тылсымсы образы нисек барлыҡҡа килгән? (5 декабрь 2023). 14 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ "РГ" Санта-Клаус булырға теләгән һәр кем белергә тейешле мәғлүмәт менән бүлешә (27 сентябрь 2013). 14 ноябрь 2024 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Виноградова Л. Н. Мороз // Славянские древности. М., 2004. Т. 3;
- Иванова-Бучатская Ю. В. Немецкое Рождество: традиционные компоненты, предметы и символы в коллекциях и архивных материалах МАЭ // Культурное наследие народов Европы. СПб., 2011.
- Санта-Клаус // Румыния — Сен-Жан-де-Люз [Электронный ресурс]. — 2015. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.
- Как в Coca Cola придумали Санта Клауса и сделали его частью мировой культуры. Архивировано из оригинала 24 декабрь 2015 года.
- Кто такой Святой Николай, и как он превратился в Санта-Клауса. Празднование Рождества и Нового года в разных странах мира. — Трансформация: от Святого Николая к Санта-Клаусу. История образа Санты в рисунках. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2013.