Ҡарһылыу

Ҡарһылыу (Ҡар ҡыҙы)[4] — рус әкиәттәре һәм Яңы йыл персонажы, Ҡыш бабайҙың ейәнсәре һәм уның даими юлдашы, ярҙамсыһы. Байрамдарҙа балалар менән Ҡыш бабай араһында аралашсы булып сығыш яһай[5]. Ҡайһы берҙә — бәләкәй ҡыҙ, ҡайһы берҙә — еткән ҡыҙ образында һүрәтләнә. Һуңғыһы Ҡарһылыуҙың әҙәби образы йоғонтоһонда һәм байрам хеҙмәтен күрһәтеү зарурлығы булараҡ (Ҡыш баабйҙы оҙатып йөрөү) һуңғыһы йышыраҡ осрай. Ҡыш бабайҙың ярҙамсыһы сифатында беренсе тапҡыр 1937 йылда Мәскәүҙең Союздар йортонда сығыш яһай[5].

Тарихы

Рус фольклорында

Ҡарһылыу образы славян халыҡ йолаларында теркәлмәгән, әммә халыҡ фольклорында осрай[5]. Рус фольклорында ул шул уҡ атамалағы халыҡ әкиәтенең ҡарҙан эшләнеп, һуңынан терелгән персонажы Снегурка (Снежевиночка). Был сюжет 1869 йылда Александр Николаевич Афанасьевтың «Поэтические воззрения славян на природу» хеҙмәтенең икенсе томында эшкәртелеп баҫыла: «Снегурка (Снежевиночка, у немцев Schneekind) тип атала, сөнки ҡарҙан тыуған». Әкиәттә ҡатр менән ҡарсыҡ ҡарҙан ҡурсаҡ эшләй һәм ул терелә, ә йәйгеһен әхирәттәре менән урманға бара ла, ирей.

undefined

Сәнғәттә

1873 йылда А. Н. Островский, Афанасьев әкиәттәре йоғонтоһонда, «Снегурочка» пьесаһын яҙа. Унда Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙың һәм Яҙһылыуҙың ҡояш аллаһы Ярилоға ихтирам күрһәткән йәйге йолала һәләк булған аҡ йөҙлө, аҡһыл һары сәсле ҡыҙы тип һүрәтләнә. Тәүҙә пьеса уңыш ҡаҙанмай, әммә 1882 йылда Первоначально пьеса не имела успеха у публики. Однако в 1882 году Н. А. Римский-Корсаков уның буйынса шул уҡ атамалағы опера ҡуя һәм ул ҙур уңыш ҡаҙана[5].

Ҡарһылыу образы XIX быуат һуңы — XX быуат башы балаларҙың Раштыуа шыршыһына сценарийҙар әҙерләгән педагогтарының эштәрендә артабан үҫешә. Революцияға тиклем Ҡарһылыу фигуралары шыршыға эленә, ҡыҙҙар Ҡарһылыу булып кейенә, әкиәттәр, Островский пьесаһы йәки опера буйынса өҙөктәр сәхнәләштерелә. Был ваҡытта Ҡарһылыу алып барыусы булып сығыш яһамай әле[5].

Советтар Союзында

Октябрь революцияһынан һуң дин, шул иҫәптән раштыуа һәм уға бәйле барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттәр дәүләттең үҫә барған баҫымы һәм контроле аҫтында була. 1929 йылдан совет Рәсәйендә Христос Раштыуаһын байрам итеү тыйыла[6]. СССР СНК-һының 1929 йылдың 24 сентябрендәге «Өҙлөкһөҙ эшләү аҙнаһына күскән предприятие һәм учреждениеларҙа эш һәм ял ваҡыты тураһында» ҡарарында,«Яңы йыл йәки барлыҡ дини байрамдарҙа (айырым ял көнө булғандары) эш дөйөм нигеҙҙә башҡарыла», тиелә.

Әммә 1935 йылда дәүләт сәйәсәте түңкәрелеше һөҙөмтәһендә раштыуа йолалары Яңы йылды (1 ғинуар) советтарса байрам итеүҙең бер өлөшө тип ҡарала башлай. Совет осорондағы яңы йыл шыршыларын ойоштороу буйынса китаптарҙа Ҡарһылыу, Ҡыш бабайҙың ейәнсәре, ярҙамсыһы һәм балалар менән аралашыуҙа аралашсыһы булараҡ, уның менән тиң сығыш яһай. 1937 йыл башында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу беренсе тапҡыр Мәскәүҙең Союздар йортонда үткән шыршы байрамында бергә сығыш яһай. Иртә совет һүрәттәрендә Ҡарһылыу йышыраҡ бәләкәй ҡыҙ итеп төшөрөлә, һуңыраҡ ҡына ул еткән ҡыҙ итеп күҙаллана башлай[5]. XX быуат башындағы почта открыткаларында Ҡыш бабайҙы бик йыш Яңы йыл малайы оҙатып йөрөй, Ҡыш бабай ҡыҙыл йәки аҡ тун кейһә, малай зәңгәр костюмда була. Был традиция тәүге рәсми байрам персонаждары костюмдарының төҫөн билдәләй: Ҡыш бабайҙы зәэгәрһыу төҫтөге кейеемле Ҡарһылыу оҙатып йөрөй[7].

Һуғыштан һуңғы осорҙа Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙың барлыҡ байрам тантаналарында һәм ҡотлауҙарында мотлаҡ юлдаш. Яңы йыл алдынан Ҡарһылыу булып бик йыш театр вуздары студенттары йәиһә актрисалар эшләй. Үҙешмәкәр тамашаларҙа Ҡарһылыу роленә аҡһыл сәсле еткән ҡыҙҙарҙы йәки ҡатындарҙы һайлағандар[5].

Ҡарһылыуҙың теремы

«Снегурочка» (1968) фильмы өсөн Мера йылғаһы эргәһендә тотош «берендейҙар ауылы» төҙөлә. Ауыл осраҡлы һайланмай: был крайҙа, Щелыковола, Островский үҙенең пьесаһын яҙа. Фильм төшөрөлгәндән һуң ағас декорациялар Костромаға күсерелә, унда «Берендеевка» паркы ойошторола. Бынан тыш, Костромала 2008 йылда Ҡарһылыу теермы төҙөлә, унда йыл буйы Ҡарһылыу ҡунаҡтар ҡабул итә. 2009 йылда, 4 апрелдә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә Ҡарһылыуҙың тыуған көнө билдәләнә. Шунан һуң Костормала Ҡарһылыуҙың тыуған көнө йыл һайын билдәләнә башлай[8]. 2020 йылда ҡалала шулай уҡ Ҡарһылыуҙың мода музейы асыла.

Рекордтар

2023 йылдың декабрендә Кемеровоның Олимпия паркында «Кузбасс-Арена» спорткомплексы эргәһендә үткән Ҡарһылыуҙар конкусының әйлән-бәйләне Рәсәйҙең рекордтар китабына инә[9]. Рекордтар китабы теркәүсеһе Юлия Пронкина: «Ҡарһылыуҙар костюмындағы иң күп кеше ҡатнашҡан әйлән-бәйлән 1071 ҡатнашыусы һөҙөмтәһе менән рәсми теркәлде», — тип белдерә[10].

Сараның иң оло ҡатнашыусыһы Зое Плотниковаға 101 йәш була. Ул әйлән-бәйләндә бүләсәре Елизавета менән ҡатнаша[11].

Сәнғәттәге образы

Кинематографта

Халыҡ әкиәттәре мотивтары буйынса

  • «Сказка о Снегурочке» (1957) — режиссёр Владимир Дмитриевич Дегтярёвтың йәнһүрәте.
  • «Снегурка» (1969) — режиссёр В. Д. Дегтярёвтың йәнһүрәте.

А. Н. Островский пьесаһын яраҡлаштырыу

  • «Снегурочка» (1952) — режиссёр Иван Петрович Иванов-Вано йәнһүрәте.
  • «Снегурочка» (1968) — режиссёр Павел Петрович Кадочников фильмы, Ҡарһылыу ролендә — Евгения Филонова.
  • «Весенняя сказка» (1971) — режиссёр Юрий Николаевич Цветков телефильмы, Ҡарһылыу ролендә — Наталия Богунова.
  • «Ледяная внучка» (1980) — режиссёр Борис Владимирович Рыцарев кинофильмы, Ҡарһылыу/Люба ролендә — Светлана Фёдоровна Орлова, кенәз — Альберт Леонидович Филозов.
  • «Снегурочка» (2006) — режиссёр Мария Андреевна Муат йәнһүрәте.

Йәнһүрәттәр

  • «Зимняя сказка» (1945) — йәнһүрәт-фантазия, Иван Иванов-Вано сценарийы, Евгений Шварц, сюжет буйынса тейендәр ҡар ҡыҙын әүәләй һәм Ҡарһылыу тыуа.
  • «Когда зажигаются ёлки» (1950) — сценарист Владимир Григорьевич Сутеев]], беренсе тапҡыр Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙың ярҙамсыһы итеп һүрәтләнә.
  • «Ну, погоди!» (8-се сығарылыш, 1974) — Ҡарһылыу кейемендә — Бүре (образ гротескы булараҡ) Ҡуян менән "Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу йыры"н башҡара.
  • «Дед Мороз и серый волк» (1978) — Владимир Сутеев сценарийы, Ҡарһылыу Ҡыш бабайҙың юлдашы.
  • «Партизанская Снегурочка» (1981).
  • «Сказочный патруль» (2016 —) — йәнһүрәт сериалы. Ҡарһылыу тауышын Полина Павловна Кутепова яҙҙыра. Ҡарһылыуҙың ата-әсәһе — Буран (Һыуыҡ ҡыҙы) һәм уларҙа эшләүсе эльфтарҙың береһе — иҫкә алына.

Фильмдар

  • «Маша менән Витяның Яңы йыл мажаралары» (1975) — Ҡарһылыу ролендә — Ирина Анатольевна Борисова.
  • «Снегурочку вызывали?» (1985) — Ҡарһылыу ролендә — Ирина Ивановна Алфёрова.
  • «Ирония судьбы. Продолжение» (2007) — Ҡарһылыу ролендә — Евгения Владимировна Добровольская.
  • «Минең әсәйем — Ҡарһылыу» (2007) — Ҡарһылыу ролендә — Мария Порошина.
  • «Срочно требуется Дед Мороз» (2007) — Ҡарһылыу ролендә — — Светлана Письмиченко.
  • «Снегурочка. Пасхальная сказка» (2010) — Ҡарһылыу ролендә — — Татьяна Петрова.
  • «Страна ОЗ» (2015) — Алиса Хазанова менән Дарья Екамасова.
  • «Снегурочка против всех» (2021) — Ҡарһылыу ролендә — Надежда Сысоева.

Музыкала

  • 1882 йылда Римский-Корсаков Николай Андреевич «Снегурочка» операһын яҙа.
  • Бүре (А. Папанов) менән Ҡуяндың (К. Румянова) «Ну, погоди!» (1974) йәнһүрәтендәге «Расскажи, Снегурочка, где была» дуэты. Уға «Сектор Газа» төркөмөнөң «Ночь перед Рождеством» (1991) альбомында пародияһы бар.
  • «Снегурочка» — «Жестокий романс» (1984) фильмына инмәгән, әммә фильмдағы йырҙар яҙылған грампластинкала Людмила Гурченко башҡарыуында бар.

Һынлы сәнғәттә

Цензура осраҡтары

  • Яңы 2012 йылды ҡаршылағанда Дағстандың ислам тәғлимәтселәре Ҡарһылыуҙың ҡыҫҡа сарафанын традицион мәҙәниәткә саҡырыу тип ҡабул итә һәм ҡайһы бер мәктәптәрҙә байрам үткәрелмәй[12].
  • 2014 йыл алдынан Тажикистандың дәүләт телевидениеһы үҙ эфирында Яңы йылдың совет символдарынан — шыршынан, Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан баш тартырға ниәтләүен белдерә[13].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Островский А. Н. Снегурочка (урыҫ): Весенняя сказка в четырёх действиях с прологом // Снѣгурочка: журнал историко-политических наук / под ред. М. М. Стасюлевич, Д. Н. Овсянико-КуликовскийСПб.: Михаил Матвеевич Стасюлевич, Овсянико-Куликовский, Дмитрий Николаевич, 1873.
  2. Снегурочка (урыҫ) — 1850.
  3. https://books.google.com/books?id=8HIEAAAAYAAJ&pg=PA71
  4. Афанасьев, 1994, с. 639
  5. 1 2 3 4 5 6 7 Душечкина 2003
  6. Рожков А. Ю. В кругу сверстников: жизненный мир молодого человека в Советской России 20-х годов : в двух томах (Том 1) — Краснодар: Перспективы образования, 2002 — Стр. 171—205 с.— ISBN 5-93749-017-7
  7. Идеологически верная Снегурочка: откуда взялась внучка Деда Мороза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ғинуар 2019. Архивировано 4 ғинуар 2019 года.
  8. 5-6 апреля 2013 года в Костроме состоится V Межрегиональный праздник, посвященный Дню рождения Костромской Снегурочки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2013.(недоступная ссылка)
  9. Сердакова, Е. В Кемерове 1 071 Снегурочка прошлась в гигантском хороводе. Комсомольская правда (23 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
  10. В Кемерово прошел самый массовый хоровод Снегурочек в России (20231223T1155). 12 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  11. Снегурочки Кузбасса установили рекорд России – РИА «Кузбасс» (билдәһеҙ). kuzbass.media. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
  12. В Дагестане Снегурочку считают распутной девицей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 декабрь 2011. Архивировано 4 ғинуар 2012 года.
  13. Мороз и Снегурочка вне закона в Таджикистане. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2015. Архивировано 10 декабрь 2018 года.

Әҙәбиәт

  • Афанасьев А. Н. Поэтические воззрения славян на природу. — М.: Индрик, 1994. — Т. 2. — 784 с. — ISBN 5-85759-011-6. Архивировано 16 апрель 2014 года.
  • Душечкина Е. В. Дед Мороз и Снегурочка // Отечественные записки : журнал. — М., 2003. — № 1.
  • Душечкина Е. В. Три века русской ёлки // Наука и жизнь : журнал. — 2008. — № 1.
  • Елкина, М. В. Сказочный сюжет «Снегурочка» и его интерпретация русскими писателями: автореферат дис. … кандидата филологических наук: 10.01.09 / Елкина Мария Владимировна. — Челябинск: Челябинский государственный университет, 2009.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә