Римский-Корсаков Николай Андреевич

Никола́й Андре́евич Ри́мский-Ко́рсаков (рус. Никола́й Андре́евич Ри́мский-Ко́рсаков; 1844 йылдың 6 [18] марты, Тихвин, Новгород губернаһы[d]1908 йылдың 21 июне, Любенск[d], Петербург губернаһы[d]) — рус композиторы, педагогы, [дирижёры, йәмәғәт эшмәкәре, музыка тәнҡитсеһе; «Могучая кучка» ағзаһы. Уның әҫәрҙәре араһында — 15 опера, өс симфония, симфоник әҫәрҙәр, инструменталь концерттар, кантаталар, камера-инструменталь, вокаль һәм тынлы музыка бар.

Биография

1844 йылдың 6 (18) мартында Новгород губернаһының Тихвин ҡалаһында диңгеҙ хеҙмәте традициялары менән билдәле дворян Римский-Корсаковтар ғаиләһендә тыуған. Ғаилә йорто Тихвинка йылғаһы буйында, Богородица Успение монастыры ҡаршыһында урынлашҡан булған. Атаһы, Андрей Петрович Римский-Корсаков (1778—1862), бер ваҡыт Новгород вице-губернаторы, һуңынан Волын граждан губернаторы вазифаларын башҡарған; әсәһе, Софья Васильевна, крепостной крәҫтиән ҡыҙы һәм бай помещик Василий Фёдорович Скарятиндың ҡыҙы булған. Композитор әсәһе тураһында былай тип яҙған: «Ул заманы өсөн яҡшы тәрбиә алған, француз телен яҡшы белгән, роялдә уйнай белгән һәм йәшлегендә бай ғаилә ҡыҙына тейешле бөтә белемде үҙләштергән»[6]. Киләсәк композиторға уның өлкән ағаһы Воин Андреевич — диңгеҙ офицеры һәм киләсәктә контр-адмирал — ҙур йоғонто яһаған.

undefined

Алты йәшенән өйҙә уҡытыла башлай, шул иҫәптән фортепианола уйнауҙы ла өйрәнә, ләкин китаптар менән сағыштырғанда музыка уға аҙыраҡ тәьҫир итә: бигерәк тә сиркәү музыкаһы һәм рус халыҡ йырҙары оҡшай. 11 йәшендә тәүге музыкаль әҫәрҙәрен ижад итә башлай.

1856 йылда атаһы сәйәхәт итергә хыялланған Николайды Диңгеҙ кадет корпусына бирә. 1858 йылда ул музыка менән етди ҡыҙыҡһына башлай: Россини, Доницетти, Вебер опералары менән таныша, айырыуса Джакомо Мейерберҙың «Роберт-дьявол» операһы һәм Михаил Глинканың «Жизнь за царя», «Руслан и Людмила» әҫәрҙәре уға ҙур тәьҫир итә. Һуңыраҡ Бетховен, Моцарт һәм Мендельсон музыкаһына ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә. «Мин 16 йәшлек, музыканы яратҡан һәм уға бирелгән бала инем», — тип иҫкә ала ул. 1859 йылдан пианист Ф. А. Канилле менән шөғөлләнә башлай[7].

1862 йылда атаһы вафат була, һәм ғаилә Санкт-Петербургҡа күсенә. Шул уҡ йылда Канилле ярҙамында Римский-Корсаков композитор Милий Балакирев менән таныша һәм уның түңәрәгенә инә. Был түңәрәк һуңынан «Могучая кучка» (рус.)баш. тип атала. Унда шулай уҡ Ц. А. Кюи һәм М. П. Мусоргский булған. Балакирев йәш композиторҙарға етәкселек итә, ижади ҡарарҙар табырға ярҙам итә.

Балакирев йоғонтоһонда Римский-Корсаковтың тәүге ҙур әҫәре — Беренсе симфония — яҙыла башлай. Ул 1862 йылда Диңгеҙ корпусын уңышлы тамамлай һәм хәрби диңгеҙ хеҙмәтенә алына. 1862—1865 йылдарҙа «Алмаз» клиперында хеҙмәт итә, Төньяҡ Америка ярҙарына экспедицияла ҡатнаша, төрлө илдәрҙә була. Был осорҙа музыкаға ваҡыт аҙ ҡала, ләкин диңгеҙ тәьҫораттары һуңынан уның әҫәрҙәрендә сағыла.

Сәйәхәттән ҡайтҡас, Балакирев түңәрәгендә эшен дауам итә, А. П. Бородин, А. С. Даргомыжский, П. И. Чайковский менән таныша. Балакирев кәңәше буйынса симфонияһын тамамлай, ул 1865 йылда тәүге тапҡыр башҡарыла.

1860-сы йылдарҙа Римский-Корсаков славян халыҡ көйҙәренә мөрәжәғәт итә, милли колорит уның музыкаһына хас үҙенсәлеккә әйләнә. Был алым «Өс рус темаһына увертюра» (1866) һәм «Серб фантазияһы» (1867) кеүек әҫәрҙәрҙә сағыла.

Композиторҙың мөһим әҫәрҙәренең береһе — «Садко» (1867) музыкаль картинаһы. Бында ул тәүге тапҡыр әкиәт донъяһына мөрәжәғәт итә һәм үҙе уйлап сығарған «Римский-Корсаков гаммаһын» ҡуллана. Шулай уҡ ул оркестр ярҙамында диңгеҙ стихияһын һүрәтләргә ынтыла, был алым артабан да уның ижадында йыш осрай[8].

1872 йылда ул Лев Мей драмаһы буйынса «Псковитянка» операһын тамамлай. Шул уҡ йылда пианистка Надежда Пургольд менән никахлаша[9].

undefined

1870-се йылдарҙа уның эшмәкәрлеге киңәйә: 1871 йылда Санкт-Петербург консерваторияһында профессор була, 1873—1884 йылдарҙа Диңгеҙ ведомствоһының оркестр инспекторы, 1874—1881 йылдарҙа Ирекле музыка мәктәбе директоры булып эшләй. Шулай уҡ дирижёрлыҡ менән шөғөлләнә[10].

1880-се йылдарҙа «Шехеразада», «Испан каприччиоһы», «Яҡты байрам» увертюраһы кеүек билдәле әҫәрҙәрен ижад итә. Шулай уҡ ул Мусоргский һәм Бородин әҫәрҙәрен баҫмаға әҙерләүҙә ҙур эш башҡара.

1882 йылдан Беляев түңәрәген етәкләй, 1886—1900 йылдарҙа «Рус симфоник концерттары»ның даими дирижёры була. 1906 йылда Швеция король музыка академияһы ағзаһы итеп һайлана[11][12].

1890-сы йылдарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ижади тынлыҡтан һуң, композиторҙың ижад емештәре йәнә арта: «Раштыуа алдынан төн» (1895), «Садко» (1896), «Моцарт һәм Сальери» (1897), «Батша кәләше» (1898) опералары барлыҡҡа килә.

1905—1907 йылдарҙағы революцион ваҡиғалар ваҡытында Римский-Корсаков забастовкаға сыҡҡан студенттарҙың талаптарын әүҙем яҡлап сығыш яһай һәм Петербург консерваторияһы администрацияһының ғәмәлдәрен асыҡ тәнҡитләй: ул эшенән китә һәм консерваторияға уға өлөшләтә автономия хоҡуҡтары бирелгәндән һәм етәкселек алмашынғандан һуң ғына кире ҡайта. 1907 йылда — Парижда «Тарихи рус концерттары»н ойоштороу комитеты ағзаһы; уларҙа дирижёр һәм композитор булараҡ ҡатнаша («Раштыуа алдынан төн», «Ҡарһылыу», «Млада», «Батша Салтан тураһында әкиәт», «Садко» операларынан өҙөктәр)[13].

1908 йылдың 8 (21) июнендә 65-се йәшендә Любенсктағы үҙенең ҡала ситендәге усадьбаһында миокард инфарктынан вафат була. Хәҙер бында композиторҙың мемориаль музей комплексы урынлашҡан, ул ике реконструкцияланған усадьбаны — Любенсктағы йортто һәм күрше Вечаша имениеһын — берләштерә (унда композитор 1907 йылға тиклем йәшәгән). Санкт-Петербургта Новодевичье зыяратында ерләнгән. 1930-сы йылдарҙа ҡәбере Александр Невский лавраһындағы Сәнғәт оҫталары некрополенә күсерелгән.

Педагогик эшмәкәрлеге

Римский-Корсаков композиторлыҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе була[14]. Уның уҡыусылары араһында ике йөҙгә яҡын композитор, дирижёр һәм музыковед була, шул иҫәптән: Фёдор Акименко, Николай Амани, Антон Аренский, Николай Арцыбушев, Мелитон Баланчивадзе, Семён Бармотин, Феликс Блуменфельд, Юлия Вейсберг, Язепс Витол, Константин Галкаускас, Александр Глазунов, Михаил Гнесин, Александр Гречанинов, Макар Екмалян, Василий Золотарёв, Михаил Ипполитов-Иванов, Андрей Казбирюк, Артур Капп, Михаил Кузмин, Николай Лысенко, Анатолий Лядов, Витольд Малишевский, Николай Малько, Эмиль Мелнгайлис, Эмиль Млынарский, Николай Мясковский, Александр Оссовский, Сергей Прокофьев, Отторино Респиги, Владимир Сенилов, Николай Соколов, Александр Спендиаров, Яков Степовой, Игорь Стравинский, Александр Танеев, Рудольф Тобиас, Николай Черепнин,Михаил Чернов, Максимилиан Штейнберг, Андрей Юрьян һәм башҡалар[15].

undefined

Уның күп кенә уҡыусылары милли музыка мәктәптәренең күренекле вәкилдәренә әйләнә: Әрмәнстанда (М. Г. Екмалян, А. А. Спендиаров), Грузияла (М. А. Баланчивадзе), Латвияла ((А. А. Юрьян, Я. Витол, Э. Мелнгайлис), Литвала (К. М. Галкаускас), Украинала (Н. В. Лысенко, Я. С. Степовой, Ф. С. Акименко), Эстонияла (Р. И. Тобиас, А. Й. Капп)[16].

Педагогик һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлеген Пётр Ильич Чайковский юғары баһалай. Ул Римский-Корсаковҡа яҙған хатында былай ти: «Һеҙ тик композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән генә сикләнергә теләмәнегеҙ. Һеҙ музыка педагогы булдығыҙ, һәм һеҙҙең етәкселек аҫтында үҫкән йәш музыканттар быуыны һеҙҙең ижад емештәрен киләсәк быуындарға тапшырасаҡ»[17].

Игорь Фёдорович Стравинский үҙенең уҡытыусыһы тураһында былай тип яҙа: «Минең музыкаль белемемдә ҙур өҫтөнлөк бар — мин Римский-Корсаковта уҡыным. Ул ғәжәйеп педагог ине: иғтибарлы, ентекле, аҡыллы һәм тапҡыр. Ул иҫкәрмәләрен шундай итеп әйтә торғайны, уларҙы оноторлоҡ түгел ине. Әммә бер нәмәне уҡыусылары һәр саҡ иҫтә тота: ул бер ҡасан да маҡтарға ашыҡманы, ә тәнҡите бик ҡаты булырға мөмкин ине»[18].

Ғаиләһе

Римский-Корсаков 1872 йылдың 30 июнендә Парголово ауылындағы Пётр һәм Павел сиркәүендә Надежда Николаевна Пургольд (1848—1919) менән никахлаша. Ул пианистка, композитор һәм музыковед була. Уларҙың 7 балаһы тыуа:

Михаил Николаевич Римский-Корсаков (1873—1951), Софья Николаевна Троицкая (1875—1943), Андрей Николаевич Римский-Корсаков (1878—1940), Владимир Николаевич Римский-Корсаков (1882—1970), Надежда (1884—1971), Мария (1888—1893) — 5 йәшендә вафат булған, Святослав (1889—1890) — сабый сағында вафат булған.

undefined

Әҫәрҙәр исемлеге

Опералар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Псковитянка (1873; 1878; 1892; пост. 1895)
  • Майская ночь (1880)
  • Снегурочка (1881)
  • Млада (1892)
  • Ночь перед Рождеством (1895)
  • Садко (1896)
  • Моцарт и Сальери (1898)
  • Боярыня Вера Шелога (пролог к опере «Псковитянка») (1898)
  • Царская невеста (1899)
  • Сказка о царе Салтане (1900)
  • Сервилия (1902)
  • Кащей Бессмертный (1902)
  • Пан воевода (1904)
  • Сказание о невидимом граде Китеже и деве Февронии (1904)
  • Золотой петушок (1907)

Симфоник әҫәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Симфония № 1 (1865; 1884)
  • Сказка (симфоническая пьеса) (1880)
  • Симфониетта на русские темы (1885)
  • Увертюра на темы трёх русских песен (D-dur, op. 28, 1866, окончательная редакция — 1880)
  • Антар (первоначально — Симфония № 2) (1868; 1875; 1891)
  • Симфония № 3 (1873; 1886)
  • Шехеразада (симфоническая сюита) (1888)
  • Испанское каприччио, (1887)
  • Светлый праздник (увертюра)
  • Садко, (1896)
  • Снегурочка (сюита)
  • Ночь перед Рождеством (сюита)
  • Концерт для фортепиано с оркестром

Вокал әҫәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 79 романс
  • хор менән оркестр, a capella
  • йыйнтыҡтар: «100 русских народных песен» (1877), «40 народных песен».(собранных Т. Филипповым) (1882)

Китаптар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Летопись моей музыкальной жизни (1909)
  • Практический учебник гармонии (1885)
  • Основы оркестровки (1913)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 group of authors Rimsky-Korsakov, Nicolas Andreievich (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York City, Cambridge: University Press, 1911. — Vol. 23. — P. 348.
  2. Э. Римский-Корсаков (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 3. — С. 1112—1115.
  3. Archivio Storico Ricordi — 1808.
  4. 1 2 Римский-Корсаков Николай Андреевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Bell A. Encyclopædia Britannica (билдәһеҙ)Encyclopædia Britannica, Inc., 1768.
  6. Римский-Корсаков Н. А. Из семейной переписки. — СПб: Композитор, 2008. — С. 8. — 248 с.
  7. Летопись моей музыкальной жизни, 1926, с. 34
  8. В. А. Вахромеев. Гамма Римского-Корсакова. «Belcanto.ru». Проект Ивана Фёдорова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2019. Архивировано 8 октябрь 2019 года.
  9. Метрические записи представителей известных фамилий :: Генеалогия знаменитостей и исторических личностей :: Поиск предков, родичей и/или однофамильцев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2020. Архивировано 9 декабрь 2021 года.
  10. Е. Гордеева. Персоны: Николай Андреевич Римский-Корсаков, композитор. Биография. «Санкт-Петербургская филармония им. Д. Д. Шостаковича». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2019. Архивировано 8 октябрь 2019 года.
  11. Н. Компанейский. Значение Н. А. Римского-Корсакова в русской церковной музыке // Русская музыкальная газета. — 1908. — 28 сентября (№ 39—40). — С. 837—842 [76]. Архивировано 19 октябрь 2018 года.
  12. Золотарёв В. А. Н. А. Римский-Корсаков в Певческой капелле. Из воспоминаний ученика // Советская музыка : журнал. — 1948. — Ноябрь (№ 9). — С. 52—56. Архивировано 17 октябрь 2019 года.
  13. Исторические русские концерты // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2019.
  14. Новый официальный сайт музея-квартиры Н. А. Римского-Корсакова — rkorsakov.ru. www.rimski-korsakov.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026. Архивировано 29 декабрь 2017 года.
  15. Николай Андреевич Римский-Корсаков (1844—1908). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2026. Архивировано 16 октябрь 2008 года.
  16. Римский-Корсаков: Педагогическая деятельность. Ученики. Национальный Фонд подготовки кадров. Информатизация системы образования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 октябрь 2019. Архивировано 21 октябрь 2019 года.
  17. Стасов В. В. Статьи о музыке. Выпуск четвертый. — М.: Музыка, 1978. — С. 35.
  18. И. Стравинский. Публицист и собеседник. — М: Советский композитор, 1988. — С. 72.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә