Баланчивадзе Мелитон Антонович
груз. მელიტონ ბალანჩივაძე | |
Тыуған ваҡыттағы исеме | груз. მელიტონ ბალანჩივაძე |
---|---|
Балалары | Джордж Баланчин и Баланчивадзе Андрей Мелитонович |
Уҡыусылар | Natela Svanidze[d][1] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған урыны | |
Жанр | Опера |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гражданлығы | |
Туған тел | Грузин теле |
![]() | |
Ерләнгән урыны | |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1862 (5 ғинуар 1863) |
Вафат булған көнө | 21 ноябрь 1937[2][3] (74 йәш) |
Һөнәр төрө | композитор, опера йырсыһы |
Тыуған урыны | |
![]() |
Баланчивадзе Мелитон Антонович (груз. მელიტონ ანტონის ძე ბალანჩივაძე; 24 декабрь 1862 йыл (5 ғинуар 1863 йыл) — 21 ноябрь 1937 йыл) — Грузия композиторы. Данлыҡлы хореограф Джордж Баланчин һәм композитор Андрей Баланчивадзеның атаһы.
Биографияһы
Мелитон Антонович Баланчивадзе 1862 йылдың 24 декабрендә (яңы стиль буйынса 1863 йылдың 5 ғинуарында) Баноджа ауылында тыуа. Кутаиси дини училищеһында уҡый, сиркәү хорында йырлай
1880 йылда Тифлис опера театры хорына инә.
1889 йылда Петербург консерваторияһына уҡырға керә.
1895—1917 йылдарҙа Рәсәй ҡалаларында грузин музыкаһы менән хор ойоштора.
1918 йылда Кутаисиҙа музыка училищеһы аса.
1921—1924 йылдарҙа — Грузин ССР-ы халыҡ мәғриәфәте комиссариатының музыка бүлеге мөдире.
Милли операға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, А. Церетелиҙың «Тамара Коварная» поэмаһы (1897[4]) буйынса тәүге грузин «Дареджан Коварная» операһы авторы[5] . Операның беренсе редакцияһы Николай Черепнин, икенсеһе — улы Баланчивадзе Андрей ҡатнашлығында ҡуйыла[6].
1923 йылда Георгий Ахвледиани урамы, 4 адресы буйынса йәшәй (мемориаль таҡтаташ ҡуйылған)[7]
1937 йылдың 21 ноябрендә Кутаисиҙа вафат була.
Ғаиләһе
Мелитон Баланчивадзе ике тапҡыр өйләнә. Гаянэ Эристави менән тәүге никахынан ике балаһы була. Береһе, Аполлон, аҡ гвардеецтар ғәскәре полковнигы була, 1918 йылда Беренсе Кубань походында ҡатнаша.
Икенсе тапҡыр (1905 йәки 1906 йылда булыуы ихтимал) Санкт-Петербургта тыуған Мария Николаевна Васильеваға өйләнә. Ғаиләлә өс бала тыуа:
- Тамара, рәссам, 1943 йылда Ленинград блокадаһы ваҡытында вафат була;
- Джордж Баланчин АҠШ-ҡа эмиграциялана һәм абруйлы балетмейстер булып китә;
- Андрей Баланчивадзе совет Грузияһының билдәле композиторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (14.01.1937)
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://books.google.fr/books?id=d9yKBAAAQBAJ&pg=PT233&dq=Natela+Svanidze&hl=fr&sa=X&ved=2ahUKEwjQhuP89sTrAhVHRBoKHX4MDjsQ6AEwAHoECAAQAg#v=onepage&q=Natela%20Svanidze&f=false
- ↑ БАЛАНЧИВАДЗЕ // Большая российская энциклопедия (урыҫ) — М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
- ↑ Кругосвет (урыҫ) — 2000.
- ↑ Баланчивадзе, Мелитон Антонович (1862—1937)
- ↑ [ Баланчивадзе, Мелитон Антонович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Опера Баланчивадзе «Дареджан Коварная»
- ↑ Адреса и жители Верийского квартала. Ахвледиани, Баланчивадзе, Берия
Һылтанмалар
- Баланчивадзе Мелитон Антонович
- Грузины Санкт-Петербурга. Мелитон Баланчивадзе 2015 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған.
- Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаусылар
- Грузияла вафат булғандар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 5 ғинуарҙа тыуғандар
- 1863 йылда тыуғандар
- 21 ноябрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- XX быуат композиторҙары
- Рәсәй империяһы композиторҙары
- СССР композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса шәхестәр