«Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале
«Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үткәрелгән киң күләмле сәнғәт фестивале. Сарала бөтә Рәсәйгә билдәле популяр музыканттар һәм башҡа шәхестәр ҡатнаша, төрлө йәш категорияһы ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек төрлө йүнәлештәге:рок, фолк, эстрада, джаз, опера һ.б. музыка яңғырай. Фестиваль төрлө майҙанда үтә, уларҙың иң ҙуры — «Ватан» паркы.
Тарихы
«Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәттәр фестивале беренсе тапҡыр 2012 йылда Рәсәй халыҡтарының заманса сәнғәте форумы булараҡ үткәрелә. Артабанғы йылдарҙа ул халыҡ-ара статус ала һәм сәнғәт синтезы — вокал, бейеү, уйын ҡоралдары яңғырашын берләштереп, форматын киңәйтә, Рәсәйҙә барлыҡ жанрҙарҙы, стилдәрҙе, йүнәлештәрҙе берләштергән берҙән-бер полимәҙәни фестиваль булып тора[1].
2015 йылдан сара асыҡ һауала — open air форматында уҙғарыла башлай[1]. Фестивалдең һәр көнөнөң үҙ тематикаһы һәм музыкаль концепцияһы бар: Симфотөн, Этнотөн, Кино төнө, Эстрада концерты, Гала-концерт. Йылдан-йыл фестиваль яңы проекттар һәм йолалар менән байый. Мәҫәлән, Милли костюм байрамы, Костюмлы бал, Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны, UfaKuraiFest, «Оҫталар ҡалаһы» йәрминкәһе[2].
«Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәттәр фестивале тажзәхмәт пандемияһы һөҙөмтәһендә 2021 йылда ғына уҙғарылмай[3].
2024 йылға ҡарата, сараны, ойошторолғандан алып унда донъяның 18 иленән һәм Рәсәйҙең 24 төбәгенән вокалсылар, музыканттар ҡатнаша. Тамашасылар һаны 1 миллиондан ашып китә, донъя буйынса 3 миллиондан ашыу кеше онлайн режимда ҡарай.[1]. Ул Рәсәйҙең иң яҡшы 10 фестивале исемлегенә инә[3].
2024 йылда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәттәр фестивале Ваҡиға туризмы өлкәһендәге Russian Event Awards XIII Халыҡ-ара премияның «2024 йылдың милли туристик ваҡиғаһы» номинацияһында Гран-приға лайыҡ була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Гран-при Russian Event Awards, номинация «2024 йылдың милли туристик ваҡиғаһы» (2024).