Республика Хәрби Дан музейы
Республика Хәрби Дан музейы (рус. Республиканский музей Боевой Славы) — Өфө ҡалаһында урынлашҡан мәҙәни дәүләт бюджет учреждениеһы. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында эшләй.
Тарихы
Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 27 майындағы «Республика Хәрби Дан музейын булдырыу буйынса саралар тураһында» 508-Р ҡарарына ярашлы 2000 йылда ойошторола[1].
Музейҙың бинаһы 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең 55 йыллығы хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына һәм Республика һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы ҡарары буйынса төҙөлә.
Проект «Архпроект» фирмаһы тарафынан эшләнгән. Авторы — Д. А. Винкельман, шулай уҡ проектта архитекторҙар П. А. Винкельман, Л. Н. Варыпаева, О. В. Маткина, М. Г. Пронин ҡатнаша. Проектының баш инженеры — О. А. Горячев.
Формаһы буйынса бина танкка ҡаршы ҡуйылған ҡойманы йәки хәрби карапты хәтерләтә. Материалдары: ҡыҙыл һәм ҡара Рәсәй һәм Украина граниты (рус.)баш., ҡарағусҡыл-бронза быяла һәм тутыҡмай торған ҡорос.
Бина 9 ай эсендә проектлана һәм төҙөлә һәм 2000 йылдың 8 майында тантаналы рәүештә асыла.
Генераль подрядсыһы — Өфө ҡалаһының 21-се тресы. Төҙөлөштә шулай уҡ ундан ашыу ойошма һәм фирма ҡатнаша. Бинаны ҡарағусҡыл-гранит менән биҙәүҙе «Урал ташы» берекмәһе башҡара. Йыһазландырыуҙа шулай уҡ 70-се техник училище һәм Өфө иҡтисад колледжы уҡыусылары әүҙем ҡатнаша.
Бина ике ҡатлы, өсмөйөшлө (формаһы ағастарҙан буш урын шарттарынан ғибәрәт). Инеү урыны — Еңеү паркының төп аллеяһы яғынан.
Музей Еңеү паркында урынлашҡан. Башта бында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың монументаль скульптуралары һәм Мәңгелек ут ҡуйыла. Һуңғараҡ Ағиҙелдең бейек текә ярында Башҡортостанда берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ерләнә. Үҙәк аллея буйлап гранит стелаларҙа (рус.)баш. Башҡортостандың 278 Советтар Союзы Геройы һәм 39 Дан орденының тулы кавалерҙары исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙыла. Шулай уҡ бында Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары буйынса һуғышҡа саҡырылған һәм яуҙарҙа һәләк булған яҡташтарҙың исемдәре уйып яҙылған. Бейек постаментта легендар Т-34 һәм уға ҡаршы яҡта төрлө калибрҙағы 6 орудие урынлашҡан.
Тематик экспозицияһының биҙәлеше һәм фәнни концепция төҙөү буйынса эш В. Н. Макарова етәкселегендә алып барыла; биҙәүсе рәссамдар — А. А. Милентьев һәм А. С. Фадеев.
Тасуирламаһы
Музей — йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү үҙәге. 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған мемориаль комплекстың бер өлөшө булараҡ 2000 йылдың 8 майында асыла.
Музейҙың хәрби-тарихи экспозицияһында үҙәк урынды «Фронтҡа оҙатыу», «Мәскәү күге һағында», «Паньшино ауылы янындағы алыш», «Рейхстаг диуары», «Блиндаж», «Башҡортостан яугир-интернационалистары» диорамалары (рус.)баш. биләй.
«Уңайлы мөхит» программаһы буйынса музейҙа мультимедиа уйын зонаһы һәм насар күргән һәм һуҡыр кешеләр өсөн «Тарихҡа ҡағыл» тактиль экспозицияһы булдырылған.
Музей экспозицияһын үҙ аллы өйрәнеү өсөн Виртуаль гид мультимедиа комплексы тәҡдим ителә. Алты минутлыҡ гид тексы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан, республиканың Еңеүгә индергән өлөшө һәм Башҡортостанда тыуып үҫкән геройҙар тураһында ҡыҫҡаса тарих.
«Еңеү Тарихы» республика патриотик акцияһы буйынса музейҙа йылытылған фронт вагоны формаһында мультимедиа инсталляцияһы булдырылған, ул килеүселәргә ветерандарҙың тарихтары, хәрби ваҡиғалар тураһында тарихи мәғлүмәткә эйә булыусылар менән танышырға мөмкинлек бирә.
«Артефакт» цифрлы платформаһының ике мультимедиа-гиды тулыландырылған ысынбарлыҡ форматында «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» һәм «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» экспозициялары буйынса мәғлүмәт бирә.
Теләгән һәр кем музейҙың рәсми сайтында Еңеү паркы һәм Республика Хәрби Дан музейы буйлап виртуаль тур үтә ала[2].
Эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары
Иҫтәлекле даталар һәм музейҙа йыл һайын үткәрелгән саралар:
- музейҙы асыу датаһы — 08.05.2000
- 9 май — Еңеү көнө
- 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө
- 18 май — Халыҡ-ара музейҙар көнө
- 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө
- 22 июнь — Хәтер көнө
- 1 октябрь — Ололар көнө
- май — Халыҡ-ара «Музейҙар төнө» акцияһы
- 11 апрель — Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө.
Мәҙәни-ағартыу һәм экскурсион эш — музей эшмәкәрлегенең иң мөһим йүнәлештәренең береһе. Уҡыусылар, ветерандар менән осрашыуҙар үткәрелә, семинарҙар, Батырлыҡ дәрестәре, тематик лекциялар ойошторола. Йыл һайын балалар ижады конкурстары, Республика Хәрби һәм Хеҙмәт Даны музейҙарының смотр-конкурстары, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙғарыла. Әүҙем күргәҙмә эшмәкәрлеге алып барыла, даими рәүештә яңы экспонаттар менән музей коллекциялары (рус.)баш. тулыландырылып тора[1].
Музей эшмәкәрлеге Рәсәй кимәлендә билдәләнгән. 2007 йылда «Рәсәй федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү буйынса әүҙем эше өсөн» почётлы билдәһе менән бүләкләнә. 2010 йылда музейға ветерандар менән әүҙем эшләгән өсөн, граждандарҙың патриотик тәрбиәләүендә ҡатнашҡан һәм Еңеү юбилейын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә өлөш индергән өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы» иҫтәлекле миҙалы, шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡултамғаһы менән «Еңеү» Рәсәй ойоштороу комитеты дипломы менән бүләкләнә[3].
Филиалы
- 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы (Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27-се йорт). Дүшәмбенән башҡа (ял көнө) аҙнаның ҡалған алты көнөндә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем тәнәфесфеҙ эшләй. Телефондары: 8 (347) 227—47—57; 227—52—02. Адресы: Өфө ҡалаһы, Дим биҫтәһе, Левитан урамы, 27.
Коллекцияһы
- Музей фонды 14 500-ҙән ашыу һаҡлау берәмеген тәшкил итә[2]. Улар иҫәбенә һалҡын ҡорал коллекциялары, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың шәхси әйберҙәре, хәрби наградалары, трофейҙар (рус.)баш., фронт көндәлектәре, хаттар һәм башҡа бик күп әйберҙәр бар[1].
- Музейҙың экспозиция-күргәҙмә майҙаны — 1225 м², 20 м² майҙан коллекцияларҙы һаҡлау фондына бирелгән.
Белешмә мәғлүмәт
Музей дүшәмбенән (ял көнө) башҡа аҙнаның ҡалған биш көнөндә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем, йома — көндөҙгө 2-нән киске 9-ға тиклем тәнәфесфеҙ эшләй. Телефондары: 8 (347) 260—44—55, 260—44—64. Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Н. Ә. Әмирханова. Хәрби Дан музейы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 Республиканский музей Боевой Славы. Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Государственное учреждение культуры Республиканский музей Боевой Славы Министерства культуры Республики Башкортостан. Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
Әҙәбиәт
- Нигматуллина З. Республиканский музей Боевой Славы // Ватандаш. — 2001. — № 2. — ISSN 1683-3554.
- Багаутдинов Айрат Маратович, Багаутдинов Руслан Айратович. Дебальцевский рейд 7-го гвардейского кавалерийского корпуса. Хроника боев в документах вермахта. Монография. - Уфа. РИЦ БашГУ. 2020. -172 с. ISBN 978-5-7477-5170-5
- Багаутдинов А. М., Багаутдинов Р. А. Последний бой гвардии генерал-майора М.М. Шаймуратова. — Сборник немецких документов. — Уфа: БашГУ, 2020. — С. 278 с. ISBN 978-5-7477-5075-3.
- Багаутдинов Айрат Маратович, Багаутдинов Рушан Айратович. Подвиг Александра Матросова: анализ советских и немецких документов. Монография. Уфа. РИЦ БашГУ. 2021. - 223 с. ISBN 978-5-7477-5317-4
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Хәрби Дан музейы (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Государственное учреждение культуры Республиканский музей Боевой Славы Министерства культуры Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой славы. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Гуманитарный просветительский проект «Культура.РФ». Республиканский музей боевой славы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана». Республиканский музей Боевой Славы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)