Матросов Александр Матвеевич
Александр Матвеевич Матросов (рус. Матросов Александр Матвеевич; 1924 йылдың 5 феврале, Днепропетровск — 1943 йылдың 27 феврале, Чернушки (Псков өлкәһе), Тверь өлкәһе) — Советтар Союзы Геройы (19 июнь 1943 йыл), ҡыҙылармеец, Калинин фронтындағы генерал М. Н. Герасимов оператив төркөмөнөң 6-сы Сталин Себер ирекле уҡсылар корпусының И. В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһы 2-се айырым уҡсылар батальонының автоматсы-уҡсыһы, ВЛКСМ ағзаһы. 19 йәшендә немец дзотының амбразураһын күкрәге менән ҡаплап, үҙенең взводы яугирҙәренә дошмандың ут нөктәһен баҫтырырға мөмкинлек бирә. Батырлығы гәзит, журнал, әҙәбиәт, кинола киң яҡтыртыла, һәм рус телендә тотороҡло һүҙбәйләнешкә әйләнә (подвиг Александра Матросова, подвиг Матросова).
Биографияһы
Рәсми версияға ярашлы, Александр Матвеевич Матросов 1924 йылдың 5 февралендә Украин ССР-ының Екатеринослав губернаһы Екатеринослав ҡалаһында тыуған[2].
1942 йылдың 30 сентябренән ул Краснохолм пехота училищеһында 5-се рота курсанты булып уҡый башлай. 1942 йылдың ноябрендә комсомолға инә. Декабрь айында училище курсанттары менән бергә Әстәрхан ҡалаһына (йәки Әстәрхан өлкәһенең Харабали ҡалаһына) хәрби күнекмәләргә ебәрелә.
1943 йылдың 18 ғинуарында Чкалов (хәҙерге Ырымбур) өлкәһенең Платовка станцияһынан курсанттар менән бергә ирекмән булараҡ Калинин фронтына (рус.)баш. юллана. 1943 йылдың 12 февралендә частҡа килеп етә, И. В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер ирекле бригадаһының 2-се айырым уҡсылар батальонында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 3-сө батальондың 1-се ротаһында) хеҙмәт итә. Ул төркөм комсоргы итеп һайлана һәм взвод агитаторы итеп тәғәйенләнә.
1943 йылдың 15 февралендә сәғәт 18:00-дә 91-се бригада Земцы станцияһынан Локня ҡалаһы йүнәлешендә сығыш яһай.
Фронтта
1943 йылдың 25 февралендә 91-се бригада ике батальон менән Черное һәм Брутово тораҡ пункттары өсөн һөжүм итеү һуғыштарын алып бара. 26 февралдә бригаданың 2-се батальонының бер өлөшө Чернушка Северная ауылын көнсығыштан урап үтеп, Плетень (Северные) ауылы районына сыға. Маҡсат — флангтан һөжүм итеп, Чернушки һәм Чёрная ауылдарын һаҡлаған дошманды юҡ итеү һәм уларҙы яулап алыу була.
Алдан Чернушкиға 4-се батальон һөжүм итә. Марш ваҡытында батальон дошман уты менән өс төркөмгә бүленә. Ҡаты һуғыштан һуң төркөмдәр ҡабат берләшә, шул уҡ ваҡытта батальон командиры капитан Афанасьев яралана. Дошман урта миномёттарҙан, артиллериянан һәм ауыр миномёттарҙан көслө ҡаршылыҡ күрһәтә.
Батырлығы
1943 йылдың 27 февралендә 2-се батальонға Чернушки ауылы районында нығытылған пунктҡа һөжүм итеү бурысы ҡуйыла[lower-alpha 1]. Совет һалдаттары урман ситенә сығыу менән дошмандың көслө утына эләгә: өс пулемёт ДОТтарҙан ауылға юлды ҡаплап тора. Ут нөктәләрен баҫтырыу өсөн ике кешенән торған штурм төркөмдәре ебәрелә. Улар ике фланг ДОТ-ын юҡ итә, ләкин үҙәк ДОТ пулемёты атыуын дауам итә, һәм уны баҫтырыу уңыш килтермәй.
Шул саҡ ДОТҡа табан ҡыҙылармеецтар — Пётр Александрович Огурцов һәм Александр Матросов шыуышып бара. ДОТҡа яҡынлашҡанда Огурцов ауыр яралана, һәм Матросов операцияны яңғыҙ дауам итергә ҡарар итә. Ул флангтан амбразураға яҡынлашып, ике граната ташлай. Пулемёт ваҡытлыса тынып ҡала, ләкин һалдаттар һөжүмгә күтәрелеү менән ут ҡабат асыла.
Шунда Матросов кинәт алға ташлана һәм үҙ кәүҙәһе менән амбразураны ҡаплай. Ул үҙ ғүмере хаҡына подразделениеның хәрби бурысты үтәүенә мөмкинлек бирә.
Дошман уты һүрелгәс, батальон кисекмәҫтән алға күсә. Плетень ауылы 4-се батальондың фронталь һәм 2-се батальондың фланг һөжүме менән яулана. Чернушкаға юл асыла, һәм сәғәт 13:00-дә 4-се батальон көстәре менән ауыл алына[3].
Өлкән лейтенант Пётр Ильич Волков, 91-се айырым уҡсылар бригадаһының сәйәси бүлек агитаторы, Матросовтың батырлығы тураһында хәбәр итә. Донесениела уның Локня районы Чернушки ауылы тирәһендә барған һуғышта батырҙарса һәләк булыуы күрһәтелә.
Бөгөн был ауылдар юҡ инде: Плетень ауылы биләмәһе Михайлов волостенә, ә Чернушки ауылы Самолуков волостенә (Псков өлкәһе Локня районы) ҡарай.
Батырлыҡты мәңгеләштереү
Матросовтың батырлығы тураһында матбуғатта тәүге булып совет журналисы Михаил Бубеннов яҙып сыға. Совет әҙәбиәтендә Александр Матвеевич Матросовтың батырлығы ҡаһарманлыҡтың, хәрби дандың, ҡурҡыу белмәҫ батырлыҡтың һәм Ватанға һөйөүҙең символына әйләнә.
Башта Матросов Чернушки ауылы эргәһендә ерләнә, ә 1948 йылда уның кәүҙәһе Бөйөк Луки ҡалаһына күсереп ерләнә.
1943 йылдың 19 июнендәге СССР Юғары Советы Президиумы указы менән «немец баҫҡынсыларына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» Матросовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
1943 йылдың 8 сентябрендәге СССР Оборона халыҡ комиссариатының № 162 приказына ярашлы: «Иптәш Матросовтың бөйөк батырлығы Ҡыҙыл Армияның бөтә яугирҙары өсөн хәрби ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булырға тейеш». Шул уҡ приказ менән Матросов исеме 254-се гвардия уҡсылар полкына бирелә, ә ул үҙе ошо полктың 1-се ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индерелә[4][5].
Александр Матросов — хәрби часть исемлегенә мәңгелеккә индерелгән беренсе совет яугиры.
Альтернатив версиялар
Элекке разведка ротаһы командиры Л. И. Лазарев фекеренсә, Александр Матвеевич Матросов граната ташларға тип күтәрелгән мәлдә пулемёт уты аҫтында һәләк була. Уның артында булған яугирҙарға был хәл, имеш, уны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап һаҡларға маташыуы кеүек күренә.
Яҙыусы-фронтовик Виктор Астафьев, ваҡиға шаһиттарының хаттарына таянып, икенсе версия килтерә: Матросов өҫтән амбразураға ташлана һәм пулемёттың оҙон көпшәһен ваҡытлыса аҫҡа баҫтырырға тырыша, был уның яуҙаштарына һөжүм итергә мөмкинлек бирергә тейеш була. Әммә немецтар көпшәне кире тартып ала, һәм Матросов шунда уҡ һәләк була. Шул уҡ ваҡытта Матросов менән бергә немец ДОТ-ын баҫтырырға маташҡан Пётр Александрович Огурцов һәм 4-се батальондың хәрби фельдшеры Галина Суднова рәсми версияны тулыһынса раҫлай.
Башҡорт тарихсыһы Айрат Баһауетдинов тикшеренеүҙәренә ярашлы, совет хәрби документтарын һәм вермахт материалдарын анализлап, Матросов батырлыҡты 1943 йылдың 25 февралендә (ә 27 февралдә түгел) — үҙенең тәүге һәм һуңғы һуғышында — ҡыла. Немецтарҙың 93-сө пехота дивизияһының хәрби хәрәкәттәр журналы Чернушка (көньяҡ) ауылының көньяҡ-көнсығышында совет ғәскәрҙәренең иртәнге ваҡытта оборонаны өҙөп инеүен раҫлай. Матросов хеҙмәт иткән 2-се уҡсылар батальоны 25 февраль иртәһендә, Чёрное ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта, немец оборонаһын өҙә[6].
Совет һәм немец документтарына нигеҙләнеп, Матросов батырлыҡ күрһәткән урын да асыҡлана: Чернушка (көньяҡ) ауылынан көнсығышҡа табан 1 км 200 м алыҫлыҡта, урмандың көнсығыш ситендә. Был урын немецтарҙың оборона терәк пункты урынлашыуына тап килә.
Айрат Баһаутдинов шулай уҡ вермахт документтарын өйрәнеп, 1943 йылдың 10 февраленән 27 февраленә тиклем Чернушка (көньяҡ) һәм Чернушка (төньяҡ) ауылдарын 285-се һаҡ дивизияһының 113-сө һаҡ полкы 3-сө батальонының 11-се ротаһы һаҡлауын асыҡлай. Был подразделение Группа Тимана составында, 93-сө пехота дивизияһына оператив буйһоноуҙа һуғыша.
3-сө батальон командиры — майор Теодор Ванке, 11-се рота командиры — гауптман Роберт Стратман була. Рота ике взводтан тора: беренсе взвод менән обер-лейтенант Макс Доринг, икенсеһе менән лейтенант Макс Рабл етәкселек итә. Ошо взводтарҙың береһенең шәхси составы Чернушка ауылы эргәһендәге ДОТтарҙа урынлашҡан була.
Ошондай батырлыҡтар күрһәткән шәхестәр
Һуғыш ваҡытында 400-ҙән ашыу кеше ошондай батырлыҡ күрһәтә; тикшереүсе Н. Н. Смирнов фекеренсә, 2000 йылға торошло 402 һалдат батырлыҡты ҡабатлай[7].
Наградалары
- Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң) — 1943 йылдың 19 июнендә бүләкләнә;
Хәтер
Александр Матвеевич Матросов иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ «Окна ТАСС» серияһында «Комсомолец Александр Матросовтың батырлығы» тигән агитацион плакат сығарыла.
Матросов ҡәбере өҫтөндәге һәйкәл Бөйөк Луки ҡалаһында ҡуйылған. Һәкәлде скульптор Евгений Вучетич һәм баш архитектор В. А. Артамонов эшләнгән. Бронза һындың бейеклеге — 4,2 м, гранит постаменттыҡы — 4,32 м. Һәйкәл 1954 йылдың 25 июлендә асыла, ә герой ерләнгән майҙан уның исеме менән атала.
1943 йылдың 8 сентябрендә Матросов исеме 254-се гвардия уҡсылар полкына бирелә, һәм ул ошо полктың 1-се ротаһы исемлегенә мәңгелеккә индерелә. Һуғыштан һуң полк Таллин ҡалаһында урынлаша. Артабан был хәрби берәмек бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола: Смоленск өлкәһенең Ельня ҡалаһына күсерелә, һуңынан таратыла. 2004 йылда Түбәнге Новгородта яңы полк уның исемен ала, һуңыраҡ айырым мотоуҡсылар бригадаһына үҙгәртелә. 2019 йылда яңынан ойошторолған гвардия полкына 2020 йылда Матросов исеме бирелә[8].
Матросов һәләк булған урында мемориаль комплекс төҙөлгән. Уның исеме менән Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең күп ҡалаларында урамдар һәм парктар аталған. 2015 йылда Ульяновск ҡалаһында Пионер-геройҙар аллеяһында уның барельефы ҡуйылған[9].
Матросов исеме менән шулай уҡ Енисей йылғаһы буйлап Красноярск — Дудинка маршруты буйынса йөрөүсе пассажир теплоходы аталған. 1960 йылдан уның исеме Иваново балалар йортона ла бирелә (ул 1937—1939 йылдарҙа шунда йәшәгән)[10].
1978 йылдан Ульяновск өлкәһе биләмәһендә Матросов иҫтәлегенә арналған традицион еңел атлетика йүгереүе үткәрелә. Шулай уҡ уның исемен йөрөткән балалар һауыҡтырыу лагеры бар.
1973 йылда РСФСР Министрҙар Советы ҡарары менән Ульянов өлкәһендәге «Баратаевский» совхозына Матросов исеме бирелә.
Матросовҡа арналған музейҙар ҙа эшләй: Комсомол даны музейы (Бөйөк Луки), мемориаль музей (Ивановка ауылы, 1960 йылда асылған). Мәскәүҙәге Поклонная гора музейҙары исемлегенә лә индерелгән. 1958 йылдың 8 февралендә Ивановкала уның йәшәгән йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
СССР почтаһы 1944 һәм 1963 йылдарҙа Матросов һүрәте төшөрөлгән почта маркаларын сығарған. 1973 йылда СССР элемтә министрлығы художество маркалы конверт, ә 1983 йылда уның һәләк булыуына 40 йыл тулыу айҡанлы махсус почта конверты баҫтырған.
Һәйкәлдәр
Александр Матросов һәйкәлдәре түбәндәге ҡалаларҙа һәм тораҡ пункттарында ҡуйылған:
- Анжеро-Судженск;
- Барнаул;
- Баратаевка (Ульяновск өлкәһе);[11]
- Великие Луки;
- Высококолковка ауыл биләмәһе ((Ульяновск өлкәһе; стела (2016);[12]
- Галле (1971; Өфөлә Матросов һәйкәлен ҡабаттан ҡойоу);[13]
- Днепропетровск (2023 йылдың 3 йә 4 ғинуарында һүтелә);
- Дүртөйлө;
- Ивановка (Ульяновск өлкәһенең Ульяновский районы);
- Ишеевка ҡала тибындағы ҡасабаһы (Ульяновск өлкәһе);
- Ишембай (үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында; А. Матросов һәйкәленең өсөнсө версияһы);[14]
- Коряжма ҡалаһы (Архангел өлкәһе);
- Краснодар (Герой исемендәге 14-се мәктәптә);
- Красноярск;
- Ҡурған (Матросов исемендәге элекке кинотеатр (хәҙер Toyota техник үҙәге) янында (1987, скульпторы Г. П. Левицкая);
- Михайло-Коцюбинское (Чернигов өлкәһе; иҫтәлекле билдә;[15]
- Октябрьский (Нарыш биҫтәһе; ҡалала уның хөрмәтенә урам аталған);
- Өфө (Ленин исемендәге сквер (1951, скульпторы Эйдлин Л. Ю.)[13]; Өфө юридик институты территорияһында бюст; Еңеү Паркында А. Матросов һәм М. Ғөбәйҙуллин мемориалы (1980, скульпторҙары Л. Кербель, Н. Любимов, Г. Лебедев);
- Платовка ауылы (Ырымбур өлкәһе; урта мәктәп янында бюст. Скульпторы Николай Игнатьевич Колесников).
- Салауат (Александр Матросов бюсы (1961), скульпторы Л. Ю. Эйдлин);
- Ленинград (хәҙер Санкт-Петербург)
- Мәскәүҙең Еңеү паркында Һәм Александр Матросов урамында;
- Охотничья станцияһы (Ульяновск өлкәһенең Ульяновский районы);[16]
- Севастополь;
- Сибай;
- Стәрлетамаҡ;
- Тольятти;
- Ульяновск;
- Харьков: ҡала урамдарының береһе Александр Матросов хөрмәтенә аталған;
Галерея
Сәнғәттә
Фильмдар
- «Александр Матросов. Шагнувший в бессмертие», реж. А. Егорычев. «ДокСтори Продакшн», 2022;
- «Рядовой Александр Матросов».
Әҫәрҙәр
- Анвер Бикчентаев. Право на бессмертие'. — М.: Советский писатель, 1950. — 288 с.
- Багаутдинов Айрат Маратович, Багаутдинов Рушан Айратович. Подвиг Александра Матросова: анализ советских и немецких документов. Монография. Уфа. РИЦ БашГУ. 2021. — 223 с. ISBN 978-5-7477-5317-4
- Әнүәр Бикчәнтәев. Бөркөт һауала үлә. Повесть. — Өфө, 1958. — 384 бит.
- Журба П. «Александр Матросов»
- Пантелеев «Гвардии рядовой»
Музыкала
- Александр Матросов «Гражданская оборона» төркөмөнөң «Свобода» йырында телгә алына (И чему посмеивался Санька Матросов…).
Иҫкәрмәләр
Комментарийҙар
- ↑ со 2 октября 1957 года деревня Чернушки вошла в состав Псковской области
- ↑ Aleksandr Matveyevich Matrosov // TracesOfWar
- ↑ Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- ↑ Полная реконструкция подвига Александра Матросова. Родина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 19 июня 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 23 июнь (№ 23 (229)). — С. 3.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Багаутдинов, А. М. Подвиг Александра Матросова: анализ советских и немецких документов // Проблемы востоковедения : журнал. — 2021. — № 3 (93).
- ↑ «Герои Советского Союза» (По материалам книги: Иванов Г. Знаменитые и известные бежечане. В 3-х книгах. — М.: Вече, 2005.). Информационный сайт города Бежецк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 13 март 2010 года.
- ↑ Единственному в ВС РФ гвардейскому мотострелковому полку ЗВО вернут почётное имя Александра Матросова и вручат и боевое знамя нового образца / mil.ru, 28 декабря 2019. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 29 декабрь 2019 года.
- ↑ В Ульяновске открыли Аллею пионеров-героев. Официальный сайт полномочного представителя Президента Российской Федерации в Приволжском федеральном округе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 24 июнь 2020 года.
- ↑ История детского дома - Ивановский детский дом. i-detdom.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 24 октябрь 2020 года.
- ↑ 2GIS Captcha. captcha.2gis.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
- ↑ В Ульяновской области открыли памятный знак Александру Матросову. 1ul.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 17 октябрь 2020 года.
- ↑ 1 2 Изобразительное искусство. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 25 октябрь 2012 года.
- ↑ Никулочкин, Д. В. Хранители истории Ишимбая : ч. VI-II // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2018. — № 20 (16 май). — С. 2.
- ↑ Информация о памятнике. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 24 июль 2013 года.
- ↑ О лагере. www.lagermatrosova.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 10 апрель 2026 года.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник / В. П. Россовский; ред. Е. А. Урбанович; рец. У. А. Батыров, Н. М. Румянцев. — изд. 2-е, перераб. и доп. — Оренбург: ИПК «Южный Урал», 2005. — С. 382—383. — 595 с. — ISBN 5-94461-009-3.
- Оренбуржцы — Герои Советского Союза: библиографический указатель / Библиогр. отд.; сост. Н. А. Кузнецова. — 1. — Оренбург: Областная научная библиотека имени Н. К. Крупской, 1987. — С. 81—82.
- Бикчентаев А. Г. Орёл умирает на лету. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1966. — 262 с. — 100 000 экз.
- Бондаренко-Снитин О. Правда и вымысел // Ватандаш : журнал. — 2005. — № 2. — С. 107—112.
- Борисов Н. Бросок в бессмертие // Живая память: Великая Отечественная: правда о войне. М., 1995. Т. 1.
- Вклад заключенных ГУЛага в победу в Великой Отечественной войне // Новая и новейшая история. 1996. № 5.
- Коваленко А. П., Сгибнев А. А. Бессмертные подвиги. — М.: Воениздат, 1980. — 351 с.
- Коваленко А. П. Правда о Матросове и матросовцах. М., 1994
- 2194579 / Колганов А. М. // Маниковский — Меотида [Электронный ресурс]. — 2011. — С. 382. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 19). — ISBN 978-5-85270-353-8.
- Легостаев И. Т. Бросок в бессмертие: к 40-летию подвига А. Матросова / предисл. И. С. Медникова. — 2-е изд., перераб. — М.: Молодая гвардия, 1983. — 111 с. — (Герои комсомола).
- Имя с первой полосы. — М., 1985. — С. 540—548.
- Молодые герои Великой Отечественной войны. — М., 1970. — С. 141—153.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1965. — Т. 1. — С. 19—28.
- Шкадаревич И. И. Подвиг Матросова. — М.: Воениздат, 1961. — 104 с.
- Шкадаревич И. И. Бессмертный подвиг Александра Матросова. — М.: Просвещение, 1973. — 192 с.