Советский писатель (нәшриәт)

«Советский писатель» — СССР һәм Рәсәй нәшриәте, 1934 йылда эшләй башлаған. 1938 йылдан — Совет яҙыусылар союзы нәшриәте. 1992 йылдан коммерция нигеҙендә эшләй. 2009 йылдан китаптар нәшер итмәй тиерлек.

Барлыҡҡа килеү тарихы

1933 йылда 1-се Бөтә Союз яҙыусылар съезы үткәреүгә әҙерлек барышында «Федерация» нәшриәте базаһында Совет яҙыусылары союзы ойоштороу комитетының «Советская литература» нәшриәте ойошторола. 1934 йылда уға ике кооператив нәшриәт — Мәскәү яҙыусылар ширҡәте һәм Ленинград яҙыусылар нәшриәте өҫтәлә һәм «Советский писатель» нәшриәте ойошторола[1]. Нәшриәт үҙенең эшен 1-се Бөтә Союз яҙыусылар съезынан һуң башлай, Ленинградта бүлексәһе була.

Нәшриәт тураһында

1938 йылға тиклем кооператив нәшриәт булараҡ, артабан Совет яҙыусылары союзы ҡарамағында — СССР Яҙыусылар союзы нәшриәте булып эшләй. Беренсе китаптарҙы 1934 йылдың ноябрендә баҫып сығара. Нәшриәт башлыса совет авторҙарының яңы әҫәрҙәрен сығара, СССР китап нәшриәте системаһының юғары кимәленә ҡарай.

Совет йылдарында нәшриәт йылына дөйөм тиражы 30 миллиондан ашыу дана булған 500-гә яҡын исемдәге китап сығара, уларҙың 40 процентын тәржемә баҫмалары тәшкил итә, улар башлыса СССР халыҡтары телдәренән була. Мәҫәлән, 1974 йылда — тиражы 14 951 000 дана булған 375 исемдәге китап баҫыла[2].

Советтар Союзы тарҡалғандан һәм СССР яҙыусылар союзының эшмәкәрлеге туҡтатылғандан һуң, нәшриәт 1934-1991 йылдарҙа эшләгән формаһында йәшәүҙән туҡтай. 1992 йылда нәшриәт яуаплылығы сикләнгән ширҡәткә үҙгәртелә һәм уның нигеҙендә « Современный писатель» нәшриәте ойошторола. 2009 йылдан нәшриәт булараҡ эшләмәй. Ленинград бүлексәһе 1992 йылда эшмәкәрлеген туҡтата, уның вариҫы — «Петербург яҙыусыһы» нәшриәте.

Иҫкәрмәләр

  1. Иосиф Евсеевич Баренбаум История книги: Учебник. Архивная копия от 8 декабрь 2009 на Wayback Machine / 2-е изд., перераб. — М.: издательство Книга, 1984. — 248 с.
  2. [ Советский писатель] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Һылтанмалар

Коноплянников Ю. Как у писателей уводили издательство // Литературная Россия. — 2007. — № 39. — 28 сент.
Матусевич Владислав Ануфриевич. Записки советского редактора // Журнал Новое литературное обозрение, 1999, № 37.
Пётр Кошель. Вдоль течения // Журнал «Москва», июль 2023

Категориялар