Сафронов пристане

Сафронов (Софронов) пристане — Өфө ҡалаһында, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан пристань. Хәҙерге атамаһы: «Өфө» пристане.

Тарихы

Пристань Бәләбәй сауҙагәре Ф. С. Софронов хөрмәтенә аталған. Был урында уның складтары һәм йөк баржалары өсөн причалы булғын. Һуңыраҡ, Ағиҙелдә пароходтар йөрөй башлағас, пристань ҡаланың төп йылға порты булып китә. Уға Лазаретная һәм Александровская урамдары сыға. Кисеү атамаһы менән шулай уҡ эргәләге тауҙы, слободаны һәм ауылды (Софронов тауы, Софронов слободаһы һәм Софроновский ауылы) атай башлайҙар.

1917 йылғы Октябрь Революцияһынан һуң атамаһы әйтеү өсөн уңайлы булған «а» хәрефе аша яҙыла башлай (Сафронов). 1958 йылғы реконструкциянан һуң «Өфө» пристане Өфө йылға порты тип йөрөтөлә. 1960 йылдарҙа бында яңы причалдар булдырыла, йылға киңәйтелә, төбө тәрнәйтелә. Һөҙөмтәлә пристангә ҙур суднолар (танкерҙар һәм теплоходтар) туҡтай ала, уның өҫтөнлөгө булып яҡында ғына урынлашҡан Өфө тимер юл вокзалы тора. Пристандә, нигеҙҙә, Өфөнөң химия заводтары өсөн сеймал, төҙөлөш материалдары, ауыл хужалығы продукцияһы һәм башҡалар бушатыла.

1970 йылдарҙа «Өфө» пристанен Ырымбур кисеүенә яҡыныраҡ урынға күсереү, унда ҙур йылға вокзалы төҙөү варианты ҡарала, әммә урындың геологик үҙенсәлектәре арҡаһында, был идеянан баш тартыла.

Әҙәбиәт

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Тема буйынса өҫтәмә