Софроновский
Сафроновский (Өфө) и Төньяҡ слобода — менән бутамаҫҡа!
Софроновский (1917 йылдан һуң — Сафроновский; шулай уҡ — Сафронов слободаһы; һөйләштә — Сафроновка) — Сафронов пристане эргәһендәге, Сафронов тауы битләүендәге, 1930 йылдарҙан Өфө ҡалаһы составына ингән ауыл.
XIX быуат һуңында — XX быуат башында, Төньяҡ слобода менән бергә, ҡаланың иң төньяҡ өлөшө була[1]. Хәҙер Совет районының Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә, Йылға һәм Стәрлетамаҡ урамдары.
Географияһы
Ағиҙел йылғаһы ярында Сафронов пристане эргәһендә Сафронов тауы итәгендә урынлашҡан[2]. Слобода эргәһендәге йырындан Сафронов (Гремучий) инеше аға. Көнсығыш сиге сауҙагәр В. И. Видинеевтың шарап ҡыуыу заводы эргәһендә була, артабан Көнсығыш слобода башлана.
Топоним
Шулай уҡ Төньяҡ атамаһы менән дә теркәлгән.
Тарихы
XIX быуат уртаһында Өфө өйәҙе Богородская волосы территорияһында нигеҙләнә. Слобода булып 1870 йылдарҙа, Сафронов тауында биш урам (Йылға, Минзәлә, Златоуст, Бөрө, Стәрлетамаҡ) барлыҡҡа килгәс формалаша башлай. Улар Яңы Өфө планировкаһын боҙа: Ағиҙел йылғаһына перпендикуляр урынлаша, В. Гестеның архитектура планы буйынса барған Төньяҡ слобода урамдары йүнәлешенән ситкә тайпыла.
1860 йылдар тирәһендә Бәләбәйҙең беренсе гильдия сауҙагәре Ф. С. Софронов (рус.)баш., Өфөгә күсенеп, сауҙагәр Демидовтың вариҫтарынан Октябрь урамы, 57/1 адресы буйынса йорт һәм Ырымбур кисеүендәге пристандә ҙур яр буйы участкаһын һатып алып, Сафронов пристанен, шулай уҡ йөк суднолары — баркалар өсөн лабаздар һәм причалдар, өфөлә 1888 йылда тимер юлы һалынғас, пристандән һуңынан Сафронов причалы тип аталған причалға тимер юл тармағы төҙөй. Ағиҙелдәге берҙән-бер «Надежда» буксир пароходы ла уныҡы була[3][4].
1930 йылдарҙан алып ауыл Өфө ҡалаһы ситендә ҡала.
Халҡы
1896 йылда 3 ихатала 23 кеше йәшәй, 1897 йылда 20 ихата иҫәпләнә, 1906 йылда 6 ихатала 26 кеше (16 — ир-ат һәм 10 ҡатын-ҡыҙ), 1920 йылда 45 кеше була теркәлә.
Инфраструктураһы
Халыҡ Ағиҙел йылғаһы буйлап һәм Сафронов кисеүе аша тауар ташыу менән шөғөлләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ С. Г. Синенко. Северная слобода // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- ↑ Старая карта Уфы. www.etomesto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2023.
- ↑ Александр Листовский. Летопись пароходства по реке Белой. Наша история в адрес-календарях. Очерк из Адрес-календаря на 1883 год // Бельские просторы : журнал. — 2021. — № 6.
- ↑ janinas. Первые пароходы на реке Белой. Янина Свице (27 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2023.
Әҙәбиәт
- З. И. Гудкова. Софроновский, починок, в черте Уфы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Полный алфавитный список всех населённых мест Уфимской губернии / А. П. Лобунченко. — Уфа: Изд. Уфим. губ. стат. ком., 1906. — С. 427. — 488 с.
- С. Г. Синенко. Вокзальный район. От Видинеевского завода к мельнице Костерина // Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 375 с.
- С. Г. Синенко. Рихарда Зорге. От сквера имени С. М. Кирова до парка имени М. Гафури // Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 375 с.
- С. Г. Синенко. Сафроновская (Софроновская) пристань // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- С. Г. Синенко. Сафроновская (Софроновская) гора // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- С. Г. Синенко. Слободы городские // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- Владимир Буравцов. Начало судоходства на Белой // Бельские просторы : журнал. — 2007. — № 7.