Хәкимиә

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0301118000№ 0301118000 Хәкимиә мәсете йәки 4-се йәмиғ мәсете  — Өфөнөң тарихи мәсете, архитектура ҡомартҡыһы.

Тарих

1907 йылда төҙөлгән. Мостай Кәрим урамы (элекке Социалистик, Бекетов), 11 (9) адресы буйынса урынлашҡан.

Абдулатип Әбделхәким улы Хәкимов аҡсаһына кирбестән төҙөлгән. Мәсеттән көнбайыштараҡ «Хәкимиә» мәҙрәсәһе асыла.

Ырымбур мосолман диниә назаратына буйһонған.

1930 йылда ябылған.

1950-се йылдар башында манараларын емерәләр.

1970—2002 йылдарҙа бинала Башкирэнерго диспетчер пункты урынлашҡан.

Хәҙерге ваҡытта Рәсәй Үҙәк диниә назараты һәм Рәсәй ислам университеты булышлығы менән мәсет бинаһын тергеҙелә башланы[1].

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Ислам и общество - новости об исламе и мусульманах. В Уфе возрождают мечеть "Хакимия". ГолосИслама.Ru (31 октябрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2012. Архивировано 16 сентябрь 2012 года.

Һылтанмалар