Хәкимиә (мәҙрәсә)

«Хәкимиә» (рус. «Хакимия») — мәҙрәсә, Өфө ҡалаһындағы 4-се йәмиғ мәсете ҡарамағында эшләгән урта уҡыу йорто.

Тарихы

«Хәкимиә» мәҙрәсәһе 1909 йылда Өфө ҡалаһының 4-се йәмиғ мәсете ҡарамағында асыла[1].

Мәҙрәсәнең 300 шәкерткә иҫәпләнгән ике ҡатлы кирбес бинаһы 1908 йылда сауҙагәр Абдуллатип Абдулхәким улы Хәкимов аҡсаһына төҙөлә, уның хөрмәтенә шулай тип атала.

«Хәкимиә» мәҙрәсәһе Ырымбур мосолман Диниә назаратына буйһона һәм шәхси иғәнәләргә тотола[1].

1917 йылдан һуң «Хәкимиә» мәҙрәсәһе ябыла[1].

Хәҙерге ваҡытта Мостай Кәрим урамы, 9-сы йорт адресы (рус.)баш. буйынса урынлашҡан мәҙрәсә бинаһы «тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы» итеп иғлан ителгән[1]. Унда Рәсәй ислам университетының уҡыу корпустарының береһе урынлашҡан[2]. 2007 йылда «Хәкимиә» ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһе асыла[3][4].

Уҡыу-уҡытыу

Мәҙрәсәлә 7—10 йәшлек малайҙар ҡабул ителә, улар мәҙрәсәнең башланғыс һәм түбәнге кластарын тамамлай. Уҡыу оҙайлығы 7—10 йыл тәшкил итә[1].

Мәҙрәсәлә уҡытыу программаһы яңы ысуллы уҡытыу системаһына нигеҙләнә[1].

«Хәкимиә» мәҙрәсәһенең белем биреү программаһына дини дисциплиналар (рус.)баш. менән бергә ғәрәп һәм рус телдәре, төрки теле, ислам тарихы һәм философияһы, фиҡһ, география, тарих, математика һәм башҡа предметтар инә[1].

Мәҙрәсәне тамамлаусылар араһында иң билдәлеләре — педагог-методист, башҡорт теле белгесе Әхтәм Мансуров[1] һәм селекционер, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабирйән Ҡунаҡбаев.

Уҡытыусылар

• мөҙәрис М. Фәхретдинов (1909 йылдан)[1]
Фазыл Туйкин[1]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 «Хакимия», медресе. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025.
  2. Алексей Старостин. РИУ ЦДУМ: Как живёт сегодня первый мусульманский вуз новой России. Сетевое издание islam.ru (7 апрель 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025. (рус.)
  3. Лейла Алмазова. Развитие системы религиозного образования в современном Башкортостане. портал «islam today» (10 июль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2025. (рус.)
  4. «Хакимия» вновь открыло свои двери.// Маглюмат аль Булгар. 2013, № 4. С. 7. 2014 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 октябрь 2025)

Әҙәбиәт

  • Медресе Южного Урала и Приуралья: история и современность: Хрестоматия / сост. Т. М. Аминов. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2010. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане / под ред. А. В. Малашенко. — М.: Логос, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-98704-224-0.
  • Аминов Т. М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006;  (рус.)
  • Ширгазин А. Р., Калимуллина Д. Б. Уфа. Памятники исламской архитектуры. Уфа, 2008.  (рус.)

Һылтанмалар